Башҡортостандың Милли музейы ла Милли кейем көнөн билдәләне.
16 апрелдә республикабыҙҙың Милли музейында Милли кейем көнөнә арналған саралар үткәрелде. Унда килгәндәр оҫталар Сәрүәр Аслаеваның, Элиза Ҡаһарманованың, “Салауат” ательеһының сувенир изделиелары, “Китап” нәшриәтенең халыҡ костюмы тураһындағы китаптары менән танышты. Билдәле ҡурайсы Илмир Ҡоҙабаев ҡунаҡтарҙы ҡурай уйнап ҡыуандырҙы.
Милли кейем – халҡыбыҙ мәҙәниәтенең төп өлөшө. Уларҙа халҡыбыҙ тарихы сағылыш тапҡан. Музейға килгәндәр янсыҡ, сәсмәүер эшләп ҡараны. Тағы байрам өсөн “ЭТНОквест” һәм “Игромикс” кеүек уйындар үткәрелде.
Күркәм акцияға республикабыҙҙың Милли музейы филиалдары ла ҡушылды, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар өсөн Милли кейем көнөнә арналған тематик экскурсиялар, мәҙәни-мәғариф саралары ойошторолдо.
Фото: Башҡортостан Милли музейының социаль селтәрҙәге сәхифәһе.