Ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, Фәтхуллиндарҙың ихатаһына килеп ингәс тә, уның таҙалығына һәм бөхтәлегенә иғтибар итәһең. Тирә-яҡта йорт хужаларының оҫта ҡулы һиҙелә: ҡапҡанан йорт алдына тиклем ҡарҙы көрәп, матурлап, ыҡсым юл һалынған. Кәртә тулы мал-тыуар булыуға ҡарамаҫтан, ихатала тәртип һәм таҙалыҡ күҙгә ташлана.
Эҫкерттәргә һалынған бесән дә урынынан ҡуҙғалмаған, тимәк, малдар өсөн борсолорға кәрәкмәй, улар ҡышты имен-һау сығасаҡ. Урамда үҙ мәлен көтөп, бер-бер артлы техника теҙелгән, гаражда – еңел автомобиль, йорт янында ғына шәхси магазин асылған.
Быларҙың барыһы ла – Баймаҡ районының Басай ауылында йәшәгән Гөлшат менән Илгиз Фәтхуллиндарҙың көндәлек тормошоноң бер сағылышы ғына. Бөгөн ишле балалар үҫтергән, күптәргә өлгө булырлыҡ татыу ғаиләләр ихтирам һәм һоҡланыу хисе уята. Был парҙарҙың йәнә ҡайны-ҡәйнә менән оҙаҡ йылдар бергә йәшәүҙәрен дә иҫәпкә алғанда, күпселек ғаиләләр өсөн, ысынлап та, күркәм өлгө улар, сөнки бөгөн элекке кеүек ҡәйнә менән килендең бер йортта йәшәүе – һирәк күренеш.
“Башҡаның башы ауыртмай” тип, хәҙер һәр ғаилә айырым донъя көтөүҙе хуп күрә. Баймаҡ районының Басай ауылында бына инде сирек быуат Айһылыу менән Гөлшат Фәтхуллиндар үҙ-ара татыу һәм дуҫ йәшәй.
Ауылдың уртаһында урынлашҡан, ҡот-нур балҡыған йортта ҡәйнә менән килендең оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итеүе – күптәр өсөн, ысынлап та, матур өлгө һәм йәштәр өсөн тәрбиә үрнәге лә.
Айһылыу Ишбулды ҡыҙы Фәтхуллина тормош иптәше Рим Нурғәле улы менән былтыр алтын туйын үткәргән, быйыл иһә килендәре Гөлшат һәм улы Илгиз көмөш туйҙарын билдәләгән.
Айһылыу Ишбулды ҡыҙы, ғүмере буйы Басай ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Рим Нурғәле улы байтаҡ йылдар “Ирәндек” совхозында – шофер, аҙаҡ Басай бүлексәһенең идарасыһы була. Улар хаҡында ауылдаштары йылы һүҙҙәр генә әйтә: “Айһылыу Ишбулды ҡыҙы – беҙҙең ауылдың олоһон да, кесеһен дә уҡытҡан тәжрибәле педагог. Нисә быуынға белем һәм тәрбиә бирҙе, үҙе бөгөн ауылдың иң хөрмәтле кешеһе, һаман булһа уҡыусыларының хәлдәрен белешеп, кәңәштәрен бирә. Рим ағай тыуған ауылы өсөн бик ныҡ тырышты, колхоз-совхоздар тарҡалғансы, нисек тә булһа хужалыҡты һаҡлап ҡалырға, ауылдаштарын эшле һәм ашлы итер өсөн дә аҙ көрәшмәне”.
Улдары Илгиз күрше Төркмән ауылы ҡыҙы Гөлшат менән 1996 йылда ғаилә ҡора. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тигәндәй, үҙҙәре кеүек уңған булып сыға. Эштәре лә, уйҙары ла уртаҡ булған ҡәйнә менән килен үҙ-ара татыу йәшәп китә. Йәштәрҙең донъяларын йәмләп бер-бер артлы дүрт ҡыҙҙары донъяға килә.
Балалар ҙа бағыулы, донъя ла ҡараулы булғас, Гөлшат Шәрифйән ҡыҙы эшҡыуарлыҡҡа тотона. Йорттары янында үҙ магазиндарын асып, ауылдаштарына көндәлек кәрәк-яраҡ һата башлай. Илгиз дә шәхси ихатала күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт көтә. Ғаилә күпселек мал көсө менән йәшәй: ҡара таңдан тороп мал ҡарап, кискә тиклем уларҙы тәрбиәләй. Йәй күмәкләшеп бесән әҙерләйҙәр. Ғаилә менән тәбиғәт ҡосағына сығырға ла ваҡыт таба улар.
– Ҡәйнәле йортҡа килен булып төшөү һис тә ҡурҡытманы, киреһенсә, шатландым ғына. Тәүге көндән үк бер-беребеҙ менән уртаҡ тел таптыҡ, ҡайҙа йөрөһәк тә, йортҡа йоҙаҡ элеү кәрәкмәй, һәр саҡ һине ҡаршылап торор кеше бар, балалар ҡараулы, – ти Гөлшат.
Ҡыҙҙары ла бәләкәйҙән өләсәй тәрбиәһендә үҫкәнгәме, халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, ололарға ҡарата бик иғтибарлы һәм ихтирамлы. Өлкән ҡыҙҙары Розалия, Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, әле белемен ординатурала дауам итә. Апаһынан күреп, Гөлсибәр ҙә табип булырға уйлаған. Ул медицина университетының икенсе курсында белем ала. Таңсулпандары – Сибай гимназия-интернатының 10-сы класында, ә кинйәбикәләре Гөлдәриә Басай башланғыс мәктәбендә уҡый. Ғаиләнең өсөнсө быуыны Гөлдәриә – әсәһенең дә, өләсәһенең дә иң ҙур ярҙамсыһы.
Уйлап ҡараһаң, ҙур ғаиләнең ыңғай яҡтары бихисап. Ҡыҙҙар араһында туғанлыҡ хисе көслө, улар бер-береһенә ярҙам итеп үҫә. Йорт эшен дә бергәләшеп башҡаралар, берәүҙәре йәшелсәгә һыу һипһә, икенселәре сәскә үҫтерә. Кәрәк булһа, ир-ат эше тип тә тормай, хужалыҡта атайҙарына ярҙамлашалар. Ана бит, апаһы һайлаған табип һөнәрен Гөлсибәр ҙә үҙ иткән, ҡыҙҙарҙың барыһы ла Сибай гимназия-интернатында белем алған. Ә инде бергә йыйылғанда, әсәйҙәренең ҡулына эш тә теймәй: ҡыҙҙар тиҙ арала тәмле итеп бешерергә лә, йорттарын йыйыштырып ҡуйырға ла өлгөрә. Әйткәндәй, былтыр, коронавирусҡа бәйле, балалар дистанцияла уҡытыуға күсерелгәс, студенттар ҙа, мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙар ҙа өйҙә булған. Һәр береһе айырым бүлмәлә уҡыны, тип көлә мәғариф ветераны – өләсәйҙәре Айһылыу Ишбулды ҡыҙы.
Эйе, егәрле ата-әсә янында уңған балалар үҫә, бәхетлеләр ишәйә. Тәҙрә төптәрендә генә түгел, иҙәндәрҙә лә төрлө гөлдәрҙең балҡып сәскә атыуында, ҡыҙҙарҙың йөҙҙәренән шатлыҡ һәм ҡыуаныс нурҙары бөркөлөүендә, ихаталарының төҙөк һәм йыйнаҡ, табындарының мул булыуында ике быуын парҙың – Айһылыу һәм Рим, Гөлшат менән Илгиз Фәтхуллиндарҙың тырыш хеҙмәтен дә, уңғанлыҡтарын һәм балаларҙы ихлас яратыуын да тойорға мөмкин.