Йәмғиәт
16 Апрель 2021, 07:00

Һыу китергә уйламай

Бөгөн иртәнге 9-ҙа ташҡынға бәйле хәл буйынса сираттағы брифинг үтте.

Бөгөн иртәнге 9-ҙа ташҡынға бәйле хәл буйынса сираттағы брифинг үтте. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов ташҡынға бәйле хәл менән таныштырҙы.
  • Республика буйынса 16 муниципаль берәмектә 32 һыу баҫыу осрағы теркәлгән. 149 йортто, 882 ихатаны һыу баҫҡан. Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бишбүләк, Мишкә, Саҡмағош, Белорет райондарында хәл ҡатмарлы. Белорет районында Оло Әүжән йылғаһында шартлатыу эштәре башҡарылды. Ошо уҡ районда Нура йылғаһындағы тығынды тракторҙар ярҙамында таҙарттыҡ, - тине Эдуард Иҙрисов.
  • “Башкиравтодор” ойошмаһының генераль директоры Илдар Юланов билдәләүенсә, әлеге мәлдә республиканың 9 районында юлдар ябыҡ. Мәҫәлән, Иглин ауылының көьяғынан юлдар ябылған. Юлды бөгөн таҙартып, кискә асырға тейештәр.
    • Бөгөн Шишмә районының Ҡара-Яҡуп – Петряев юлын асасаҡтар. Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы-Атйетәр һәм Дәүләкән-Толбазы юлдары ла асыласаҡ, - тине Илдар Юланов.
    • Брифингта билдәләнеүенсә, Ағиҙел йылғаһы 630 сантиметрға күтәрелһә, Өфө ҡалаһында тағы ла 89 йорт ихатаһын һыу баҫыуы ихтимал. Һыу баҫҡан зонала 252 кеше, шул иҫәптән 26 бала ҡалыуы бар. Бынан тыш тағы ла өс баҡсасылыҡ ширҡәте һыу аҫтында ҡалыуы ҡурҡынысы бар. Өфө ҡалаһының Нижегородка һәм Кооператив ялан биҫтәһендә йәшәүселәргә ошо көндәрҙә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.
      Брифинг барышында тура бәйләнешкә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта сыҡты һәм райондағы хәл тураһында һөйләне. Быйыл Белоретта ташҡын көслө булды. Тәүҙә Асы ауылын һыу баҫһа, әлеге мәлдә Әүжән ауылы эргәһендә һыу күтәрелә башланы.
      • Халыҡ менән эшләйбеҙ. Аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Ваҡытлыса тораҡ пункт әҙерләнек. Тик уның мөмкинлектәре менән файҙаланыусылар әлегә юҡ. Алдан уҡ ташҡынға әҙерләндек. Шартлатыу эштәре лә, боҙҙо бысыу эштәре лә атҡарылды. Әммә күпселек йылғалар ныҡ туңған ине, шуға быйыл тығындар барлыҡҡа килде, - тине Андрей Иванюта.
      • “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерҙар үҙәге “Туҡта, ташҡын” тигән акцияны башлап ебәрҙе. Волонтерҙарға күпме кеше мөрәжәғәт итә? Ниндәй эштәр атҡарыла? Был хаҡта “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерҙар үҙәге координаторы Александр Толстых һөйләне.
        • Волонтерҙар үҙәге эшен дауам итә. Ҡырмыҫҡалы районына ирекмәндәр аҙыҡ-түлек һәм һыу алып барҙылар. Бишбүләк районынан да шылтыратыуҙар күп булды. Был районда ветерандарға, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итәбеҙ. Эшҡыуарҙар ярҙамға әүҙем ҡушыла. Кейем, йорт йыһаздары, мебель менән ярҙам итеүселәр бар. Хлыҡтан шылтыратыуҙар ҡабул итәбеҙ, ҡулдан килгәнсе ярҙамлашабыҙ, - тине Александр Толстых.
        • Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан иҫкәртеүҙәренсә, алда – 15 апрелдән 3 майға тиклем тағы ла көслө ташҡын көтөлә.
          Ташҡын ваҡытында ярҙамға мохтаждар түбәндәге телефондар аша мөрәжәғәт итә ала:
          “Беҙҙең хәстәрлек”
          проектының колл-үҙәгенә –
          8-800-201-89-03;
          Ҡотҡарыу хеҙмәтенә – 112;
          “Роспотребнадзор”ҙың
          ташҡын буйынса “ҡыҙыу бәйләнеше”нә:
          8-800-700-90-30.
          фото: https://02.mchs.gov.ru/deyatelnost/press-centr/novosti/4436227
          Читайте нас