"Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Сәләмәт булығыҙ" төркөмөнә Сания Юнысова нисек итеп үҙенең сирҙән ҡотолоуы тураһында яҙып ебәргән. Шул хатты һеҙҙең иғтибарығыҙға ла тәҡдим итәбеҙ.
"...Ауырымаҫ өсөн 101 кәңәш" гәзитенең бер һанында артист ханымдың "Һикелә (урындыҡта) йоҡлап остеохондрозды дауаланым" тип яҙғанын уҡығайным. Шунан иремдән тиҙ арала һике эшләттем. Ул шундай уңайлы булып сыҡты. Бер-ике төн генә йүнләп йоҡлай алманым. Унан өйрәндем, урынымды бер кемгә лә бирмәнем. Башым ауыртыуға сыҙай алмай тәгәрәп йөрөгән көндәрем артта ҡалды. Мин һике яһатҡанда "иҫәр" тип көлгән кешеләрҙең дә өйҙәрендә хәҙер икешәр һике.
Бына шулай юҡ ҡына нәмәләрҙән дә шифа табып була икән. Беҙҙең ата-бабалар башлы булған бит. Хәҙер йомшаҡта ғына йоҡлайбыҙ, яҡшынан-яҡшыны ғына кейәбеҙ, тәмленән-тәмлене генә ашайбыҙ – бөтәбеҙ ҙә сирле.
Бер әбейебеҙ һөйләй торған ине. Уларҙың күршеләрендә бай ғаилә йәшәгән. “Нәмә ашайҙар икән тип, ашау ваҡытына туралап инһәң, өҫтәлдәрендә “тәгәрәткән” бәрәңге булыр ине”, – тигәйне. “Китаптарҙа яҙылғанса, ауыҙҙарынан май аҡҡанын бер ҙә күргәнем булманы”, – тигәне дә иҫтә ҡалған. Ә беҙ йылына бер тапҡыр ашаһаҡ ашайбыҙ “мундир” бәрәңгене. Элегерәк дауаханала ятҡанда йөрәге ауырыу булғандарға ошолай ҡабығы менән бешерелгән бәрәңге бирәләр ине.
...Әллә ниҙәр яҙған был тип ғәйеп итмәгеҙ, көлмәгеҙ. Һике менән бәрәңгенән дә шифа табып була икән, тип кенә әйтергә теләгән инем".
Ысынлап та, дауа аяҡ аҫтында ғына, ә беҙ уны алыҫтан, ҡиммәтленән эҙләйбеҙ.