Йәмғиәт
17 Апрель 2021, 15:00

Исмаһам, киткәнен көтһә ни булған?

Хәҙер һөйләйәсәк ваҡиғаны тыңлағандан һуң, көлөрһөңмө, иларһыңмы...

Хәҙер һөйләйәсәк ваҡиғаны тыңлағандан һуң, көлөрһөңмө, иларһыңмы... Билдәле, светофор барыһына ла батша - йәйәүлеләргә лә, водителдәргә лә. Тиҙҙән йәшел төҫ янырын белгән таксист Руслан ҡуҙғалырға әҙерләнә башлай, унан алдағы машина ҡуҙғалғас, ул да хәрәкәткә киләсәк.
Шул саҡ көтмәгәндә “Шкода” маркалы автомобиль артҡа сигенеп уның машинаһын төкөтә. Водителе йәш кенә ҡыҙ булып сыға. Иң аптыратҡаны, ЮХХДИ инспекторы килеп хәлде асыҡларға тотонғас, был ҡыҙ арттағы машинаның уныҡын төкөтөүен әйтмәһенме! Закон буйынса, әлбиттә, гел арттағы машина ғәйепле.
– Тиктомалға мине ғәйепле иттеләр, – ти Руслан. – Инспекторға, был ҡыҙ артҡа биреп төкөттө, тип әйтеүемә ҡарамаҫтан, дәлилдәремде бер нисек тә иҫәпкә алманы. Протокол тултырылды, ярай “Шкода”ны ремонтлаған өсөн страховка компанияһы аҡса түләйәсәк. Ә мин “Тойота”мды рәткә килтереү өсөн үҙемдең кеҫәмдән аҡса сығарырға тейешмен.
Шулай итеп, юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан таралышырға ваҡыт етә. Шул саҡ теге ҡыҙ, ҡуҙғалам тип, яңылыш тағы артҡа бирә һәм Русландың машинаһын йәнә төкөтә.
– Аңлашылды хәҙер ғәйептең кемдә икәнен, – тип инспектор һәм яңынан протокол тултыра башлай.
Шул саҡ кемдер "машина йөрөтә белмәгәс, исмаһам, гаишниктың киткәнен көтһә ни булған инде" тимәһенме!
Фото: progorod76.ru
Читайте нас