Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проектына ярашлы, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы республикала 2021 йылға “ИЗГЕ ЭШТӘР ТӨБӘГЕ” бөтә Рәсәй иң яҡшы ирекмәнлек практикаларына булышлыҡ итеү конкурсының төбәк этабы башланыуы тураһында белдерә.
Конкурста ҡатнашыуға коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, дәүләт һәм автономиялы бюджет учреждениелары, территориаль йәмәғәт үҙидара органдары, айырым осраҡтарҙа юридик берәмек статусын алмаған, ләкин субсидия алған мәлгә бындай статусҡа эйә булыуҙы планлаштырған ижтимағи хәрәкәттәр саҡырыла. Конкурс проекттары мәктәп ирекмәнлеге, студент ирекмәнлеге, эшкә һәләтле халыҡ ирекмәнлеге, “көмөш” ирекмәнлек кеүек йүнәлештәрҙә тәҡдим ителә ала. Ғаризалар 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә.