Хәйбулла районының Иләс ауылында Гөлсирә менән Вәлиулла Рәхмәтовтар 70 йыл инде бергә татыу ғүмер кисерә. Алтын туйҙарын да үткәрҙе улар, гәүһәрен дә гөрләттеләр.
70 йыл бергә ғүмер кисереү байрамы нисек атала, тиһегеҙме? Интернет селтәренән саҡ эҙләп таптым – хозур туй була икән ул. Туйҙарға бәйле түңәрәк ваҡиғалар, ғәҙәттә, 60 йылдан һуң, йәғни гәүһәр туй менән сикләнә. Ярты быуаттан ашыу тиң йәшәү – һирәктәргә генә насип бәхет ул.
Кем һуң улар – хозур туйғаса бергә булыу, тиң ҡартайыу бәхетен кисергән кешеләр? Сәғит ауылы ҡыҙы Гөлсирә, ғаиләһе менән Ырымбур өлкәһенә күсеп, Ирекле ГРЭС-ы төҙөлөшөндә эшләй. Шунда Иләс ауылы егете менән таныша. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле егет менән уттай дәртле, һылыу ҡыҙ тиҙ үк бер-береһенә өйрәнә һәм, күп тә тормай, 1951 йылдың ғинуар айында никахлашып, сәстәрен сәскә бәйләп тә ҡуя.
Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар колхозда эшләй. Бесән саба, утын ҡырҡа, иген дә ура, 15 йыл тимерсе лә була. Көндөҙ тимерсе, төнөн баҫыуҙа эшләп, 48 йыл стаж менән хаҡлы ялға сыға. Гөлсирә инәй ҙә тормош иптәше менән бергә колхозда эшләй. Бәрәс тә ҡарай, ырҙын табағында ауыр эштәрҙе лә башҡара. Рәхмәтовтарҙың икеһе лә ғүмер буйы “Яңы юл” колхозында арымай-талмай хеҙмәт итә. Уларҙың ғаилә һандығында бик күп маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары һаҡлана.
Хеҙмәт менән үткән ғүмер ауыр, әммә кәрәкле һәм маҡтаулы. Әсе тирең тамғанға ла, ашаған икмәгең татлы, йоҡоң ҡаты, намыҫың таҙа була торғандыр. Тормош булғас, төрлө ваҡыт була, ләкин йәшәлгән йылдарына үкенмәй Рәхмәтовтар: шатлығы менән йәнәш көйөнөсө лә, бәхете менән бергә ҡайғыһы ла килә. Барыһын да уртаҡлашып, ауырлыҡтарҙы иңгә-иң терәп, күңелде күңелгә ялғап, сабырлыҡ менән кисерәләр.
Хозур туйҙарын улар балалары, яҡындары янында ҡаршылай. Әйткәндәй, бергә йыйылһалар, үҙҙәре генә лә оло туй хәтле – дүрт балаһынан 11 ейән-ейәнсәр, 9 бүлә-бүләсәрҙәре бар. Сабый саҡтарында гүр эйәһе булған бер улдарына йәшәү насип булһа, тағы ла күмәгерәк булырҙар ине лә бит... Күпме йылдар үтһә лә, һаман да йөрәктәрен һыҙлатып, күҙҙәренә йәш төйөлдөрә бала ҡайғыһы.
Ҡыҙҙары Гөлзифа – Сибай ҡалаһында, Гөлнурҙары –Шишмә районында, улдары Вил – Татыр-Үҙәктә, ә Вәзирҙәре Яңы Ергән ауылында ғаиләләре менән матур донъя ҡорған. Рәхмәтовтарҙың районда йәшәгән ике улдары, килендәре көн дә тиерлек сиратлашып ата-әсәһе янына ҡайтып йөрөй. Шөкөр, әле үҙҙәре, күҙ теймәһен, баҡса үҫтерә, картуф сәсә, хатта ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнә. Хәҙер инде юбилярҙар өсөн иң кәрәклеһе һәм мөһиме – һаулыҡ һәм балаларының хәстәрлеге. Ә балалары, килен-кейәүҙәре иһә атай-әсәйҙәре өсөн өҙөлөп тора.
Башына матур итеп ябынған яулығы, оҙон биҙәкле күлдәге инәйҙең үҙенә килешеп тора. Ҡатын-ҡыҙ нисә йәштә булһа ла, ана шулай матур булып ҡалырға, үҙ-үҙен ҡарап йәшәргә тейештер ул. Олатайҙың етдилеге, мыҡты кәүҙәһен тотошо һоҡландыра.
Рәхмәтовтарҙан оҙаҡ йылдар тигеҙлектә йәшәү серҙәрен һорашам.
– Тормош бер көйө генә тормай. Төрлө саҡтар булды. Татыу йәшәүҙең иң мөһим ҡағиҙәһе – сабыр була белеүҙә. Һүҙгә килгәндә өндәшмәй ҡала белергә кәрәк. Шулай уҡ һаулыҡты һаҡлау, тыныслыҡта йәшәү мөһим. Балаларыбыҙ барыһы ла башлы-күҙле булды. Килендәрҙән, кейәүҙәрҙән уңдыҡ, улар үҙ балаларыбыҙ кеүек яҡын. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең, бүлә-бүләсәрҙәребеҙҙең ҡыуаныстарына, изгелектәренә төрөнөп йәшәйбеҙ, – тине олатай менән өләсәй.
– Атай-әсәй беҙҙе һәр ваҡыт олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы булырға өйрәтте. Улар ғәҙеллек тураһында һүҙ алып бара торғайны. Атайым йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Колхоз йыйылыштарында йыш сығыш яһар булды. Бөгөн дә ул төрлө мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынып тора. Улар – яҡшы атай һәм әсәй, һәр ваҡыт кәңәш биреп торалар, – ти улдары Вәзир Рәхмәтов.