Йәмғиәт
20 Апрель 2021, 08:44

Өләсәйҙәр шөғөлөн тергеҙеп

Әлшәй районының башҡа ауылдарындағы кеүек, Аҡҡолайҙа ла оҫта ҡуллы ханымдар бихисап. Уларҙың береһе – Әлфиә апай Солтанова. Күптәргә ул әүҙем йәмәғәтсе, уҡытыусы, Иҫке Аҡҡолай мәктәбенә етәкселек иткән директор булараҡ яҡшы таныш.

Әлшәй районының башҡа ауылдарындағы кеүек, Аҡҡолайҙа ла оҫта ҡуллы ханымдар бихисап. Уларҙың береһе – Әлфиә апай Солтанова. Күптәргә ул әүҙем йәмәғәтсе, уҡытыусы, Иҫке Аҡҡолай мәктәбенә етәкселек иткән директор булараҡ яҡшы таныш.


Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Әлфиә Миңнулла ҡыҙы яратҡан эшенә ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен арнаған. Күптән түгел генә немец теле, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән ханым бынан бер йыл элек ауыл старостаһы вазифаһын да үҙ өҫтөнә алған.


– Ҡул эше менән кемдер ғүмер буйы шөғөлләнә, ә кемдер минең кеүек буш ваҡыты барлыҡҡа килгәс кенә тотона. Йәш саҡта хобби түгел, уның тураһында уйларға ла ваҡыт ҡалмай ине, мәктәп, йәмәғәт эштәре, балалар, йорт мәшәҡәттәре... Былтыр хаҡлы ялға сыҡтым, өҫтәүенә пандемия башланғас, ни урамға сығып, ни балалар һәм ейәндәр менән аралашып булмай. Фольклор коллективындағы ҡыҙҙар менән репетициялар үткәреү ҙә мөмкин түгел. Шул саҡта уйға ҡалдым: беҙҙең нәҫелдә ҡатын-ҡыҙ ҡул эшенә лә оҫта бит әле, ниңә тәүәккәлләп ҡарамаҫҡа? – тип һөйләй Әлфиә Солтанова.


Пенсияла тормош башлана ғына, тип йыш ҡабатланған һүҙҙәр хаҡлы ялға сығыусыларҙы дәртләндереү өсөн генә әйтелмәй бит. Йыш ҡына тап ошо йәштә буш ваҡыты артҡан кеше нимә менән шөғөлләнергә теләгәнен һәм уның ысын мәғәнәһендә шатлыҡ, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо килтереүен аңлай икән.


– Ҡорама ҡорау – өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған шөғөл. Нәнәйемдең дә ҡораманан ҡоролған матур япмаларын, юрғандарын хәтерләйем, әсәйем дә туҡыма киҫәктәренән һоҡланғыс әйберҙәр тегә ине. Хәҙер боронғо кәсептәр аҡрынлап тергеҙелһә лә, был эш менән аҙҙар шөғөлләнә. Дөрөҫ, өләсәйҙәребеҙ быны бер нәмәне лә исраф итмәҫ өсөн шулай эшләгән һәм иҫке кейем-һалымға икенсе һулыш өргән, ә хәҙер был шөғөлдө матурлыҡ һәм эксклюзив өсөн ҡулланабыҙ.


Бер көн ҡулыма ҡайсы алып, ҡалған туҡымаларҙан ҡорама ҡорарға булдым һәм тиҙ генә балалар мендәре эшләп тә ҡуйҙым, артабан – икенсеһен, шунан япма тектем. Үҙем дә һиҙмәй, шулай мауығып киттем. Эштең бер ауырлығы ла юҡ. Башта туҡыма һайлайһың. Бында ныҡлап әҙерләнергә, төҫтәрҙе тура килтерергә тырышырға кәрәк. Ә эш ҡоралдарына килгәндә иһә, бында барыһы ла ябай – энә, еп, ҡайсы, үтек һәм тегеү машинаһы. Әммә тәү сиратта теләк һәм тырышлыҡ булһын, – ти хеҙмәт ветераны.
Читайте нас