Бөгөн, 20 апрелдә, “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар йыйыу башланды.
Сара 9 майҙа Рәсәйҙә һәм тағы ла донъяның 100 илендә урындағы ваҡыт менән 15:00 сәғәттә үтәсәк, төрлө телеканалдар, социаль селтәрҙәр тура трансляция алып барасаҡ.
Ғаризаны 2021.polkrf.ru сайтында ҡалдырырға мөмкин. 7 майға тиклем ыңғай яуап алған ҡатнашыусыларға ҡаһарман туғандарын, яҡындарын күрһәтеүҙең аныҡ ваҡытын билдәләгән мәғлүмәт киләсәк. Парад тамамланғандан һуң барлыҡ ҡатнашыусылар уларҙың фотоһүрәттәре күрһәтелгән трансляция өлөшөн аласаҡ. Әгәр ҙә бәғзеләр былтыр, 2020 йылда, акцияла ҡатнашыу өсөн мәғлүмәттәр ебәргән һәм быйыл да сарала ҡатнашырға ниәтләй икән, улар быны ҡабаттан эшләй ала.
Мәғлүм булыуынса, былтыр коронавирус пандемияһы сәбәпле “Үлемһеҙ полк” акцияһы тәүге тапҡыр polkrf.ru сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә онлайн тәртиптә үтте. Виртуаль парад 20 көн дауам итте, өс миллионға яҡын ҡатнашыусыны берләштерҙе, сараны бөтә донъяла 25 миллион тамашасы ҡараны.