Йәмғиәт
20 Апрель 2021, 11:30

Үлтергәнсе туҡмаған да...

Улар бергә спиртлы эсемлектәр эсә һәм гараждар араһында ирҙең автомобилендә аулаҡ ойоштора.

Апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Волочаевский урамындағы гараждар араһында көс ҡулланып үлтерелгән ҡатындың кәүҙәһе табыла. Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының тәфтишсе-криминалистары һәм территориаль тәфтиш бүлеге тәфтишселәре уҙғарған саралар һөҙөмтәһендә һәләк булыусының Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 34 йәшлек ҡатын булыуы асыҡлана.
Артабан уның таныштарынан, белгән һәм күргән кешеләренән һорау алып, видеояҙмаларҙы ҡарағандан һуң, тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙә етештерелгән автомобилгә иғтибар итә. Уның кузовының үҙенсәлектәрен өйрәнеп, “Лада Приора” маркалы автомобиль булыуын, һуңынан инде хужаһын да асыҡлайҙар.
Стәрлетамаҡтан 35 йәшлек ир енәйәт ҡылыуын таный. Тәфтишселәр фаразы буйынса, 9 апрелдә төндә шик аҫтында булған ир ҡатын менән танышҡан. Улар бергә спиртлы эсемлектәр эсә һәм гараждар араһында ирҙең автомобилендә аулаҡ ойоштора. Шул саҡта улар араһында бәхәс ҡуба, ҡатын ирҙе мыҫҡыллаған һүҙҙәр әйтә. Ир ҙә яуапһыҙ ҡалмай: ҡатындың башына бер нисә тапҡыр йоҙроҡлап һуға, һуңынан автомобилдән сығарып ташлай һәм үҙ юлы менән китә.
Һөҙөмтәлә ҡатын шунда ятып йән бирә. Ошо тирәлә гаражды ҡуртымға алған үтеп барыусы уның кәүҙәһен күреп ҡала һәм полицияға хәбәр итә.
Әлеге мәлдә ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, тәүге тәфтиш эштәре уҙғарылған. Тикшереү эше дауам итә.
Фото: БР буйынса Тәфтиш идаралығынан.
Читайте нас