Быйыл өлкән быуын кешеләренең ижадына арналған республика фестивале тәүге юбилейын билдәләй. Ун йыл эсендә ул, беҙҙең тормошобоҙға үтеп инеп, көтөп алынған күркәм сараларҙың береһенә әүерелде.
“Мин һине яратам, тормош!” фестиваленең маҡсаты – өлкәндәрҙең ижади мөмкинлектәрен асыу, уларҙы хәҙерге заманға социаль яраҡлаштырыу.
Республика фестивале быйылғы Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арнала. Яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле, фестивалдең һайлап алыу һәм төп этаптарын онлайн тәртибендә үткәреү тәҡдим ителде. Ҡала һәм район хакимиәттәре лайыҡлы ижади коллективтарҙың һәм айырым башҡарыусыларҙың сығыштарын яҙҙырыуҙа ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш. Видеосығыштар графигы аныҡ билдәләнгән. Һайлап алыу 21 майға тиклем дауам итә. Фестивалдең абруйлы баһалама төркөмө ағзалары эшкә тотонған.
Гала-концертты 1 октябрҙә – Өлкән йәштәгеләр көнөндә үткәреү планлаштырыла. Сарала 55 йәштән өлкән, тормошто яратҡан, ижад утында янған пенсионерҙар ҡатнашасаҡ.