Матур йола буйынса, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы 2021 йылдың тәүге өс айы һөҙөмтәләре буйынса төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше күрһәткестәре менән уртаҡлашыуҙан башланы.
Ғинуар-март айҙарында сәнәғәт етештереүе индексы 100,5 процент тәшкил иткән. Был күрһәткес Рәсәйҙекенән юғарыраҡ (98,7 процент). Ә мартта республика индексы хатта 101,4 процентҡаса еткән.
– Беҙҙең бурыс – тиҙ арала иҡтисадты тергеҙеү. Башҡортостанда юғары тиҙлек менән ағас эшкәртеү, автотранспорт сараларын, йыһаздар һәм кейем етештереү үҫә. Был тенденцияны һаҡларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, былтыр республиканың Сәнәғәт үҫеше фонды Рәсәй фондының төбәк партнерҙары рейтингында икенсе урынды яулаған. 2019 йыл менән сағыштырғанда Башҡортостан шунда уҡ 17 позицияға юғары күтәрелгән. Рейтинг лидеры булып Пермь крайы торҙо, өсөнсө урында – Краснодар крайы.
2020 йылда республиканың Сәнәғәт үҫеше фонды 29 тармаҡ проектын финанслаған, уның дөйөм бюджеты 3,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Артабан Радий Хәбиров яңы тәғәйенләүҙәрҙе иғлан итте. Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе булып Нияз Мансур улы Фазылов тәғәйенләнде. Быға тиклем ул республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары булып эшләй ине.
– Беҙ бизнес-шерифтар, муниципалитеттар менән эште көсәйтәсәкбеҙ. Нияз Мансур улының ҡулынан килер тип ышанам. Элекке рәйес Римма Бойцова шулай уҡ беҙҙең менән ҡала. Ул IQ-парк, “Киләсәк фабрикаһы”на бәйле мәсьәләләрҙе ҡарай, эшҡыуарлыҡты үҫтерәсәк етди, ҙур проекттар менән шөғөлләнәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры булып Элина Ғатауллина тәғәйенләнде. Быға тиклем ул республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе ине.
– Был тармаҡта эште көсәйтергә кәрәк. Белеүегеҙсә, әле беҙ ЮНЕСКО менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башланыҡ, – тине төбәк етәксеһе.
ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты рәйесе – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев. Комитетҡа мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм коммуникациялар, йәштәр ойошмалары, алдынғы предприятиелар, ойошмалар һәм бизнес вәкилдәре, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре инә.
Радий Хәбиров Өфөләге Совет майҙанын төҙөкләндереү проектына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. Бындай тәҡдим менән уға Рәсәй Художество академияһының дүрт академигы сыҡҡан. Улар араһында Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәлен эшләүгә иғлан иткән конкурс еңеүсеһе Салауат Щербаков та бар.
Радий Хәбиров был мәсьәләне Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Грековҡа ныҡлап өйрәнергә ҡушты.
– Уларҙың фекере буйынса, әгәр беҙ генерал Шайморатовтың һәйкәлен ниндәйҙер архитектур ансамбль менән тулыландырмаһаҡ, Совет майҙанын төҙөкләндереүгә һалған тырышлығыбыҙ етерлек кимәлдә һөҙөмтәле һәм тулы булмаясаҡ. Төҙөкләндереү проектына бер ни тиклем үҙгәрештәр индереләсәк, ултыртҡан ҡайһы бер ағастарҙы ла алып ташларға тура киләсәк. Унда колоннада ҡуйыу күҙаллана. Мәсьәләне Ҡалаларҙы үҫтереү институты менән берлектә өйрәнегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Тик был ҡарарҙы тиҙ арала ҡабул итергә кәрәк, сөнки 11 октябргә, Республика көнөнә Совет майҙаны асылырға тейеш.
Коронавирусҡа бәйле хәлдәр нисек? Дөйөм алғанда, тотороҡло. Ә һауыҡҡандар яңынан сирләй башлағандарға ҡарағанда арта бара хатта. Был турала һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин белдерҙе. Аҙналыҡ һандар шундай: 799 кеше сир йоҡторған, шул уҡ аҙна эсендә 1480 кеше һауыҡҡан. 1182 сирле дауаханаларҙа ятыуын дауам итә.
– Нисек кенә булмаһын, һандар юғары, тынысланырға әле иртә. Шуға күрә вакцинациялау буйынса әүҙемерәк эшләргә кәрәк, – тине министр урынбаҫары.
Вакцинациялауға килгәндә, ул әүҙем рәүештә дауам итә. Прививканың беренсе компонентын 208716 кеше һалдырған. Прививканы Башҡортостанда эшләгән 155 пунктта һалдырырға була, улар араһында мобилдәре лә бар.
Радий Хәбиров белдереүенсә, яҡын арала республикаға йәнә ҙур партия вакцинаның килеүе көтөлә.
– Беҙҙе иҫкәртеп ҡуйҙылар: оҙаҡламай вакцинаны ҙур партиялар менән ала башлаясаҡбыҙ һәм улар ҡулланылмай ятырға тейеш түгел. Шуға күрә был мәсьәләне Башлыҡ Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин шәхси контроленә аласаҡ. Ни тиклем тиҙерәк прививка яһатһаҡ, шул тиклем тынысыраҡ буласаҡбыҙ. Коронавирустың өсөнсө тулҡыны киләме, юҡмы, хәүеф кәмейәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, 19 апрелгә ҡарата республикаға 295 мең доза вакцина килгән. Һуңғы 22200 вакцина шәмбелә алынған.
Оҙаҡламай Рәсәй халҡының иң яратҡан байрамы – Бөйөк Еңеү көнө етә. Башҡортостан быйыл уны нисек билдәләр? Был турала республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 22922 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм унда ҡатнашып һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаһы йәшәй. Улар араһында 493 кеше һуғышта ҡатнашҡан, 198 инвалид, 84 кеше “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән бүләкләнгән, 6332 ҡатнашыусының тол ҡатыны, 15733 тыл хеҙмәткәре һәм 91 элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡоно бар.
Ленара Иванова белдереүенсә, бөтә һуғышта ҡатнашҡан кешеләрҙе Еңеү көнө айҡанлы өйҙәрендә ҡотлаясаҡтар йәки байрам сараларына саҡырасаҡтар. Ҡарттар йорттарында йәшәгән ветерандар өсөн шәхси ҡотлау ойоштороласаҡ.
– Бөгөн социаль хеҙмәткәрҙәр 162 кешене хеҙмәтләндерә. Хөкүмәт ҡарары менән хеҙмәтләндерелгән кешеләр һаны артасаҡ, унда блокадалы Ленинградта йәшәгәндәр һәм элекке концлагерь тотҡондары ла инәсәк. Йәғни тағы 163 кеше, – тине ул.
Байрам сараларына килгәндә, улар быйыл күп булмаҡсы. Йола буйынса, тәүҙә Өфөләге Еңеү паркына сәскә һалынасаҡ. Октябрь проспектында мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан парад көтөлә. Ҡунаҡ трибуналарына 100 һуғыш ветераны саҡырыласаҡ.
– Был көндәрҙә хәрби техника күргәҙмәһе лә ойоштороласаҡ. Техника Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙансыҡта ҡуйыла. Унда Алкин ҡораллы бригадаһында торған хәрби техника, ретро-автомобилдәр һәм Бөйөк Ватан һуғышы заманы техникаһы күрһәтеләсәк. Шулай уҡ Красногорск ҡалаһындағы Вадим Задорожный исемендәге техника музейынан да машиналар килтереләсәк, – тине министр.
Быйыл “Үлемһеҙ полк” хәрәкәте лә булыр тип күҙаллана. Ул ике форматта – офлайн һәм онлайн үтәсәк. Өфөлә генә 150 мең, ә республикала 400 мең самаһы кеше ҡатнашыр тип көтөлә.
– Быйыл беренсе тапҡыр “Үлемһеҙ полк” колоннаһы башында Бөйөк Ватан һуғышы фронттары штандарттары һәм республика биләмәһендә төҙөлгән хәрби подразделениеларҙың хәрби байраҡтары барасаҡ, – тине Ленара Иванова.
Республикала “Мин барам” тип аталған проект эшләйәсәк. Билдәле кешеләр республиканы “Үлемһеҙ полк”та ҡатнашырға саҡырасаҡ.
Байрам көнө баш ҡалала салют менән тамамланыр тип күҙаллана. Улар ике урында – Ленин исемендәге майҙанда һәм УМПО һарайы майҙанынанда буласаҡ.
Аҙналыҡ кәңәшмәлә сираттағы тапҡыр инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһенә арналған һөйләшеү булды. Доклад менән беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, планға ярашлы, 2024 йылда инвестиция күләме 650 миллиард һумға етһен өсөн, республика муниципалитеттарына йыллыҡ күләмде 1,8 тапҡырға арттырырға кәрәк.
– 2020 йылды беҙ ыңғай динамика менән тамамланыҡ – үҫеш 100,9 процент, йәғни 366 миллиард һум, тәшкил итте. Былтырғы йылдың инвестициялары структураһы шуны күрһәтте: 150,7 миллиард һум йәки 41,2 процент статистика иҫәп-хисабына тура килә. Ул бәләкәй эшҡыуарлыҡтың инвестиция әүҙемлеген күрһәтә. Инвестицияларҙың яртыһынан күбеһе – 215,2 миллиард һум ҙур һәм уртаса предприятиелар өлөшөнә тура килә. Бында төп күләм республиканың иң алдынғы 30 предприятиеһына тура килә, улар үҙҙәренең инвестиция сәйәсәтен тормошҡа ашыра, – тине Рөстәм Моратов.
30 миллиард һум инвестиция проекттары өлөшөнә тура килә. Дәүләт инвестициялары 12,8 процент тәшкил итә.
Беренсе вице-премьер фекеренсә, инвестициялар күләмен арттырыу өсөн барлыҡ бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы иҫәптә тоторға кәрәк. Шулай уҡ уларҙың һанын арттырыу һәм инвестицияларын иҫәпләү мөһим. Асыҡланыуынса, муниципалитеттар барлыҡ эшҡыуарҙарҙы ла күҙ уңында тотмай.
– Былтыр республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 3,8 процентҡа кәмене, 2021 йыл башына уларҙың һаны 122,1 мең ине. Бында үҙ ролен пандемия сикләүҙәре һәм төбәк ярҙамының кәмеүе уйнаны. Ярҙам аҡсалары декабрҙә генә барып етте, – тине ул.
Алдан билдәләгәнсә, 2024 йылға пландар ҙур. Уны тормошҡа ашырыу өсөн йыл һайын 100 миллиард һум һалынған аҡсаны үҙләштерергә кәрәк. Әле был күләмдең яртыһы ғына тормошҡа ашырыла.
Муниципалитеттарҙа тормошҡа ашырыу өсөн дөйөм хаҡы 145,5 миллиард һумлыҡ 287 яңы инвестиция проекты күҙаллана. Был йылына уртаса 36 миллиард һумлыҡ 70 проект бирәсәк. Ағымдағы 390,6 миллиард һумлыҡ 183 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу (был 2024 йылға тиклем хәл ителергә тейеш) йәнә йылына 20 миллиард һум самаһы бирәсәк. Һөҙөмтәлә йылына яҡынса 56 миллиард һум тигән һүҙ. Тимәк, дәүләт инвестициялары күләмен 1,8 тапҡырға, 84 миллиард һумға тиклем арттырыу зарур.
Республикала инвестицияларҙы иң яҡшы йәлеп иткән төбәктәр ҙә аталды. Улар Өфө, Күмертау, Салауат ҡалалары, Туймазы, Ишембай, Белорет, Шаран, Федоровка, Нуриман райондары.
Хәбәр итеүебеҙсә, 24 апрелдә Башҡортостанда “Йәшел Башҡортостан” акцияһы старт ала. Шулай уҡ был көндө Дөйөм Рәсәй таҙалыҡ өмәһе лә үтәсәк. Уның маҡсаты һәр кемгә аңлашыла – таҙалыҡты тәьмин итеү, ауыл һәм ҡалаларҙа тәртип булдырыу һәм ағастар ултыртыу. Был турала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова һөйләне.
– Сараларҙы ойоштороу буйынса эш көйләнгән. Быйыл өмәләр үткәрелгән майҙансыҡтар исемлегенә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән йәмәғәт урындарын индереү мотлаҡ. Был өмәләр ваҡытында халыҡҡа 2022 йылда төҙөкләндереләсәк биләмәләр өсөн тауыш биреү тураһында мәғлүмәтте еткереү кәрәк, – тине ул.
Өмәләр ихата биләмәләрендә лә үтергә тейеш. Унда идарасы ойошмалар ҡатнашырға, улар халыҡты кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итергә һәм ваҡытында йыйылған сүп-сарҙы алып китергә тейеш.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә 24 апрелдә 670 биләмәлә 119 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу күҙаллана. Уларҙың 23 меңе ҙур ағастар, 96 меңе ҡыуаҡтар буласаҡ. Был сараларҙа 149 мең кеше ҡатнашыр тип күҙаллана.
– Яҙғы акцияның үҙенсәлеге шунда: һуғыш башланыуға 80 йыл тулыуға арнап ағастар ултыртабыҙ. Ҡайһы бер райондар был эшкә бик ижади ҡараны. Мәҫәлән, Асҡын районында 80 сирендән торған аллея барлыҡҡа киләсәк. Кушнаренкола сара райондың 90 йыллығына арналасаҡ. Иң күп ағас Ҡырмыҫҡалы районында ултыртылыр тип күҙаллана, – тине Ирина Голованова.
Ойоштороусылар ағас ултыртыуҙа бар республика халҡын ҡатнашырға саҡыра.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.