Йәмғиәт
21 Апрель 2021, 10:15

Ҡаза күргәндәргә ярҙамлашалар

“Вязовская Слобода” ауылында 50 йортто һыу баҫҡан, 10 еңел автомобиль һыу аҫтына ҡалған. Йорттар, ҡаралтылар һыуҙа, йорт хайуандары батып үлгән.

Күптән түгел Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Роза Хужинаға Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан “Вязовская Слобода” ауылы вәкилдәре исеменән Елена Гуло мөрәжәғәт итә. Елена - “Опора России” партияһының төбәк бүлексәһе ағзаһы, “Рәсәйҙең эшлекле ҡатындары” ойошмаһы ирекмәне, күп балалы әсә. Улар йәшәгән ауылда 50 йортто һыу баҫҡан, 10 еңел автомобиль һыу аҫтына ҡалған. Йорттар, ҡаралтылар һыуҙа. Ташҡын сигенергә ашыҡмай. Йорт хайуандары батып үлгән.
Ауыл Өфө ҡалаһынан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ һаман ярҙам көтөп ала алмай. 18 апрелдә ауыл халҡы берләшеп, Йәмәғәт палатаһына мөрәжәғәт яҙған.
“10 апрелдә Өршәк йылғаһы күтәрелә башланы. Беҙ шунда уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенә һәм ауыл хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек. Йылғала тығындар барлыҡҡа килмәһен өсөн боҙҙо шартлатыу кәрәклеге тураһында белдерҙек. Беҙгә килгән яуаптарҙың барыһында ла хәл күҙәтеү аҫтына алынды тиелгән. 11 апрелдә иһә хәл ҡырҡа үҙгәрҙе – һыу ихаталарға, йорттарға үтте. 12 апрелдә һыу 649 метр билдәһенә тиклем күтәрелде. Хәүефһеҙ күрһәткес 612-не тәшкил итә ине”, - ти Елена Гуло.
Йорттары һыу аҫтында ҡалған хужаларға эвакуация тәҡдим итһәләр ҙә, улар баш тарта. Кәмәләрҙә йөҙөп булһа ла мөлкәттәрен, йорт хайуандарын ҡотҡарырға тырыша. Һыу кимәле 1,5 – 2 метрға етә, ә килтерелгән зыян күләме миллиондар менән иҫәпләнә.
Күп кенә ғаиләләрҙә йәш балалар бар. Электр энергияһын шунда уҡ өҙәләр. Был хәлдә иң аяныслыһы шунда – 2013 йылдан бирле ауыл ерҙәрен шәхси торлаҡ йорт төҙөлөшө статусына күсерә алмайҙар. Иң ҡулайлыһы был ауылды күрше Вязовка ауылы менән берләштереү. Әлеге мәлдә зыян күреүселәр ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙамлашырға һәм йорттарҙан, баҙҙарҙан һыуҙы һурҙырып алыу, йылғаның ярҙарын нығытыу өсөн сара күреүҙе һорай.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн эш төркөмө булдыра, шунда уҡ ваҡиға урынына сыға.
- Ауыл халҡының мөрәжәғәте килеү менән эш төркөмө булдырып, ваҡиға урынына сыҡтыҡ. Беҙгә Подлубов ауыл биләмәһе башлығы Наил Ҡадиров ҡушылды. Ауыл халҡы йорттарын ҡоротоу өсөн йылытыу пушкалары һорай, һурҙыртҡыстар менән эшләү осоронда электр энергияһы өсөн түләтеүҙе туҡтатып тороу, торлаҡ пункты статусын алыу буйынса эш башлауҙы талап итә, - тип белдерҙе Роза Хужина.
Подлубов ауыл биләмәһе башлығы Наил Ҡадиров биш йылытыу пушкаһы алып килергә һүҙ биргән. Һыуҙы һурҙырып алыу өсөн машина ебәреүе тураһында белдергән. Йәмәғәт палатаһы хәлде күҙәтеү аҫтына алған.
Фото: Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы сайтынан алынды.
Читайте нас