Рәсәйҙә генә түгел, донъяла иң көслө кеше булараҡ танылыу алған строгмен, донъя вице-чемпионы Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекорд ҡуйырға йыйына икән. Ул быға әҙерлекте башлаған да инде ул.
Бәһлеүән был юлы үҙ өҫтөнә вертолет ултыртырға йыйына! "Инстаграм"дағы сәхифәһендә ошо ваҡиғаға нисек әҙерләнеүе хаҡында иҫкәртеп торорға ла вәғәҙәләгән. Спортсы был уйын май-июнь айҙарында тормошҡа ашырырға ниәтләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Эльбрус Ниғмәтуллин үткән йылдың йәйендә көс экстримы буйынса яңы рекорд ҡуйғайны - Өфө халыҡ-ара аэропортында 36 тонналыҡ "Боинг -730-500" самолетын 25 метр араға һөйрәтеп алып барғайны. Был юлы ла көслө яҡташыбыҙға уңыш йылмайыр тип өмөтләнәйек.