Башҡортостанда ҡала һәм район йәмәғәт советтары һәм палаталары системаһы яңырҙы. Саҡмағош районында, Октябрьский, Нефтекама, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында советтар палата итеп үҙгәртелде. Палатаның составы яңырҙы, муниципаль консультатив-кәңәш органдарының атамаһы ғына түгел, уларҙы төҙөү тәртибе лә үҙгәрҙе, яңы бурыстар һәм эш йүнәлештәре өҫтәлде.
“Был үҙгәрештәрҙең төп маҡсаты – йәмәғәт контролен яҡшыраҡ тормошҡа ашырһын өсөн муниципалитеттарҙағы йәмәғәт палаталарын хакимиәт ҡарамағынан сығарып, бойондороҡһоҙораҡ, әүҙемерәк итеү”, – тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев.
Яңыртылған палаталарҙың күбеһе мәктәптә туҡланыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар, коронавирусҡа ҡаршы вакцинация кеүек көнүҙәк мәсьәләләргә мониторинг үткәрә башланы. Мәҫәлән, Саҡмағош районындағы йәмәғәт палатаһы былтыр декабрҙә яңыртылды. Йәмәғәтселәр граждандарҙың мөрәжәғәттәренә яуап бирҙе, ялыуҙарҙы тикшерҙе, проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итте.
Октябрьскийҙа йәмәғәт палатаһы яңырһа ла, әүҙем ағзалар һаҡлап ҡалынды. Улар халыҡты “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә башҡарылған эшкә йәлеп итте, мәктәптә туҡланыу мәсьәләһен контролгә алды. Нефтекамалағы йәмәғәт палатаһы ҡала халҡы менән осрашыу үткәрҙе. Унда сүп-сарҙы йыйыу мәсьәләһе күтәрелде. Йәмәғәтселәр шулай уҡ Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә флешмоб һәм конкурстар ойошторҙо.
Салауат ҡалаһының йәмәғәт палатаһы коммуналь тарифтарҙы етди күҙәтә, ошо өлкәләге мәсьәләләр буйынса консультациялар ойоштора. Тап Салауат палатаһы БашРТС-тың инвестиция программаһының нисек тормошҡа ашырылыуын баһаларға ниәтләй.
Сибайҙағы йәмәғәт палатаһы ата-әсәләр менән берлектә уҡыусыларҙы мәктәптә ашатыу буйынса хәлде өйрәнде, йорттарҙағы йылылыҡты иҫәпләү ҡулайламаларын тикшерҙе, йылылыҡҡа хаҡ артыу сәбәбен асыҡланы.
Стәрлетамаҡ йәмәғәтселәре тарифтар хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау, хөкөм ителгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу, ҡалалағы туҡталҡалар, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендә байтаҡ мәсьәләләрҙе контролгә алған.