Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, райондағы мәҙәниәт ирекмәндәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы үткәрелгән “Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары хаҡында хәстәрлек көнө” акцияһына ҡушылды. Ошо көндәрҙә улар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә мәҙәни мираҫ объекттары биләмәләрен тәртипкә килтереү буйынса өмә ойошторҙо.
Асҡар ауылындағы В.И. Ленин һәйкәле төбәк әһәмиәтендәге объекттарға ҡарай. Ул 1982 йылда ҡуйылған. 2015 йылда бағыусылар аҡсаһына һәйкәлде реставрациялағандар: мәрмәр плитә түшәгәндәр, “В.И. Ленин” тигән яҙма өҫтәгәндәр, һәйкәлгә юл һалғандар. Күптән түгел плитәләрҙең бер өлөшө кителеп төшкән. Мәҙәниәт ирекмәндәре һәйкәлдең тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартты. Эш тамамланғас, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мират Бикмәтов йыйылған халыҡҡа һәйкәлде ҡуйыу тарихын һөйләне.
Башҡа мәҙәни мираҫ объекттары – Ишҡол һәм Әбделмәмбәт ауылдарындағы мәсеттәрҙә иркемәндәр өмә үткәрҙе. Был көндә улар ҡоймаларҙы буяны, биналарҙың тышын һәм эсен тәртипкә килтерҙе.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/90238