Банк картаһы табып, шуның менән магазиндарҙа түләп йөрөгән кешенең шәхесен асыҡлауҙа ярҙам һорай хоҡуҡ һаҡсылары.
Өфө ҡалаһының полиция бүлегенә 48 йәшлек ҡатындан бер һатыу үҙәгендә банк картаһын юғалтыуы тураһында ғариза алынған. Шунан һуң ошо картанан аҡса алыуҙары билдәле була.
Видеояҙманан алынған фотола - намыҫһыҙ әҙәмдең кеше картаһы менән иҫәпләшеп торған ваҡыты. Әле урлашыу факты буйынса енәйәт эше асылған.
Әгәр ҙә фотолағы кешене таныусылар булһа, кисекмәҫтән полицияға мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.