Йәмғиәт
22 Апрель 2021, 12:25

“Әсәлекте хуплау күңелде йылыта”

Рәсимә Яҡупова Дорогин ауылында йәшәй, урындағы мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Педагог һәм күп балалы әсәй Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекерен белдерҙе.

Рәсимә Рауил ҡыҙы ЯҠУПОВА Өфө районының Дорогин ауылында йәшәй, урындағы мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Һөнәри булмышын бәләкәстәргә бағышлаған педагог күп балалы әсәй ҙә - ул тормош иптәше менән 15, 11, 5 йәшлек ҡыҙҙар үҫтерә.
Рәсимә Рауил ҡыҙы Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекерен белдерҙе.
– Тәү сиратта миңә, күп балалы әсәгә, Президент Мөрәжәғәтнамәһенең ябай граждандарҙың мәнфәғәттәренә бағышланған булыуы оҡшаны. Исемлектә – көндәлек проблемаларҙы хәл итеү юлдары, аныҡ түләүҙәр, төрлө социаль ярҙам саралары. Балалар лагерҙарына алған юлламалар өсөн компенсация, студенттарҙың туристик сығымдарын ҡаплау, тулы булмаған ғаиләләргә өҫтәмә түләүҙәр, мәктәп уҡыусыларына унар мең һум аҡса, ауырығанда бала ҡараған өсөн әсәләргә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиены йөҙ процент күләмендә түләү һәм башҡалар - ваҡытлы һәм кәрәкле саралар.
Уҡыу йылы башланыр алдынан 10 мең һум аҡса биреләсәк тигәнгә айырыуса ҡыуандыҡ. Был бик яҡшы. Мәҫәлән, былтыр ошондай социаль ярҙам иҫәбенә беҙ ноутбук һатып алдыҡ. Оло ҡыҙыбыҙ быйыл 9-сы класты тамамлай. Техник мөмкинлектәр имтихандарға әҙерләнеү өсөн бик кәрәк.
Быйыл да был ата-әсәләр өсөн ҙур ярҙам булыр, тип уйлайым. Бынан тыш аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, буласаҡ әсәйҙәргә адреслы өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтеләсәк – был да бик матур күренеш. Ауырлы ҡатындар яҡшы туҡланырға, ваҡытында ял итергә тейеш. Ғөмүмән, әсәлекте хуплау тик йылы тойғолар уята, - тине Рәсимә Рауил ҡыҙы.
Фото геройҙың шәхси архивынан.
Читайте нас