Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов - социаль селтәрҙә әүҙем яҙышҡан хакимиәт башлыҡтарының береһе. Ошо көндәрҙә ул 90 йәшлек Нуретдин Баязитов менән осрашыу һөйөнөсөн еткерҙе.
– Урындағы үҙидара көнөндә Нуриман районының почетлы гражданын 90 йәше менән ҡотланым, – тип башлаған яҙмаһын Вилдан Венер улы. – Элек КПСС-тың Нуриман райкомының беренсе секретары булған Нуретдин Мөхөтдин улы ун йылдан ашыу райондың партия ойошмаһын етәкләне. Хөрмәтле уҙаман менән үткәндәрҙе иҫләп ултырыу күңелдәрҙе күтәрҙе. Ауыр осор булыуға ҡарамаҫтан, ул йылдарҙа Ҡыҙылъяр ауылында мәктәп төҙөлгән, район дауаханаһының дауалау корпусы сафҡа индерелгән, шулай уҡ социаль әһәмиәткә эйә бүтән уй-ниәттәр тормошҡа ашырылған.
Вилдан Ситдиҡов белдереүенсә, Баязитовтар матур итеп ғүмер итеүҙәре менән бүтәндәргә өлгө булып тора.
Әйткәндәй, тап бөгөн Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡовтың тыуған көнө! “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Вилдан Венер улын ошо күркәм байрам уңайынан ҡайнар ҡотлай, тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләй!
Фото: Вилдан Ситдиҡовтың “Бәйләнештә” сәхифәһенән.