Ғафури районы үҙәге Красноусол ауылы баш ҡалабыҙ Өфөнән – 130, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 60 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Был үҙенсәлекле райондың күп кенә өлөшө тауҙарҙан, ҡаяларҙан тора. Күптәр, мәҫәлән, Аҡташ хаҡында яҡшы хәбәрҙар. Бынан тыш, Уҡлыҡая ла үҙенә әллә кемдәрҙе йәлеп итә! Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Мәмбәт ҡаяһы ла һәр кемдә һоҡланыу уята.
Бына ошондай матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан районда 30 меңдән ашыу кеше йәшәй. Ғафури районының иҡтисады, нигеҙҙә, ауыл хужалығынан, урман сәнәғәтенән тора. Тағы шуныһы үҙенсәлекле: бында умартасылыҡ та үҫешкән.
Быйыл ғинуар – февралдә барлыҡ категория хужалыҡтарҙа ауыл хужалығы тулайым продукцияһы 151,7 миллион һум тәшкил иткән. Был 2020 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата – 106,3 процент. Ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары эшкәртәсәк һөрөнтө ерҙәр 30882 гектар тәшкил итә. Уларҙың 23125 гектарында ярауай бойҙай сәсергә уйлайҙар. Шул иҫәптән иген культуралары (18510 гектар), ярауай иген культуралары (13550 гектар), техник культуралар (7910 гектар) һәм башҡаларҙы сәсеү планлаштырылған.
Малсылыҡҡа килгәндә, быйыл март башына ҡарата районда барлығы – 16347, ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 4260 баш мал бар. Был 2020 йыл менән сағыштырғанда – 101,9 процент. Уларҙан 7330 башы һыйыр, ә ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында был һан 2367 тәшкил итә.
Райондағы төҙөлөш тармағына килгәндә, быйыл ғинуар – февралдә 2868 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Был 2020 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда – 86,3 процент. 2021 йылда “Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһы буйынса дүрт кешенән торған бер ғаилә 1594,3 мең һум аҡса алған.
Былтыр Ғафури районындағы эре һәм уртаса предприятиелар буйынса төп капиталға инвестициялар күләме 1682,2 миллион һум тәшкил иткән. 2020 йылда инвестициялар үҫеше күләме машиналар, ҡорамалдар, шул иҫәптән хужалыҡ инвентарын һатып алыуға тура килә (1436,2 миллион һум). Ә бына эшҡыуарҙар тарафынан 500 миллиондан ашыу һумлыҡ 27 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Үҙ һәм йәлеп ителгән аҡса ярҙамында 1,8 миллиард һумлыҡ 22 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы кәңәшмәләрҙә инвестиция проекттарын ҡарау дауам итә.
Әйткәндәй, районда 582 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкиле, шул иҫәптән 12 бәләкәй предприятие, 114 микропредприятие, 102 крәҫтиән (фермер) хужалығы, 354 шәхси эшҡыуар теркәлгән. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре иҡтисади эшмәкәрлектең төрлө тармағына йәлеп ителгән. Йүнселдәрҙең күбеһе күмәртәләп һәм берәмтәләп сауҙа (35,2 процент), йәмәғәтселек туҡланыуы (4,8 процент), ауыл хужалығы (18,4 процент) менән шөғөлләнә.
Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү муниципаль ярҙамы сиктәрендә яңы эш башлаған йүнселдәргә финанс йәһәтенән ярҙам күрһәтелә, лизинг түләүҙәре субсидиялана. 2010 йылдан алып 176 эшҡыуар 27,5 миллион һумлыҡ ярҙам алған. Былтыр иһә финанс ярҙам 16 йүнселгә 4565,12 мең һум күләмендә күрһәтелгән. Ә бына берәмтәләп сауҙа итеүгә килгәндә, быйыл ике айҙа ул 116,8 миллион һум тәшкил иткән. Үҫеш, 2020 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 12,7 процент.
“Красноусол” шифаханаһы һәм Красноусол балалар санаторийы райондағы иң ҙур предприятиелар һанала. Тик былтыр, коронавирус инфекцияһы сәбәпле, был ойошмаларҙың эшмәкәрлеге туҡтатылып торғайны. Ошо йәһәттән, мәҫәлән, “Красноусол” шифаханаһы, күп кенә кешеләрҙең коронавирус инфекцияһы менән сирләүен иҫәпкә алып, үҙенең реабилитациялау программаларын да әҙерләгән. Шулай итеп, Ғафури – бик үҙенсәлекле район. Республикабыҙҙағы һәр төбәк кеүек, бында ла ҡунаҡтар йыш килә. Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда йыш ҡына Ғафури уҡыуҙары үткәрелә. Ауылдағы яҙыусылар аллеяһында билдәле шағирҙар һәм яҙыусылар тарафынан ултыртылған ағастар тарихи үткәндәрҙе хәтерләткән кеүек. Йәнә “Еңеү” мәмерйәһе, Аҡкүл, Красноусолдағы минераль сығанаҡтар һәм башҡалар халыҡты үҙенә йәлеп итә.
Республикабыҙҙың һәр төбәгендә йәшәгән халыҡ ихтыяжы – төп мәсьәләләрҙең береһе. Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов (һүрәттә) – А.Н.) граждандарҙы аҙна һайын ҡабул итә. 20 апрелдә үткәрелгән сираттағы ошондай сарала торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ер һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Барлығы 10 кеше хакимиәт башлығына килеп, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары хаҡында һөйләште. Барыһының да проблемалары ентекле өйрәнелә һәм уларҙың һәр береһе буйынса кәңәштәр, йүнәлтмәләр бирелә.