Ҡыштың һыуыҡ ғинуар көндәренең береһе. Яҡын-ара йомошҡа сығып инге лә килмәй. Китап уҡып, серем итеп, өйҙәгеләр менән генә аралашып, һис юғында әхирәт-дуҫтар менән телефон аша ғына һөйләшеүҙән йәм табып йәшәп ятҡан көндәрҙең береһендә телефон шылтыраны. Өфөнән Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова икән.
Хәл-әхүәл һорашып бөтөр-бөтмәҫтән һорай ҡуйҙы:
– Миңзәлә, Абдулла ағай әле ҡайҙа икән?
Ҡапыл йөрәк “жыу” итеп ҡалды, күңелгә килгән тәүге уй: “Ағайыбыҙға бер-бер хәл булдымы икән? Оло бит инде...”
– Әле бына Ҡобағошта уның йорто янында торам. Ҡапҡаһы бикле. Ингән-сыҡҡан кеше эҙе юҡ, көрт баҫҡан... Ағайыбыҙҙы һағынып, үҙен күргем, моңон ишеткем килеп китте лә, оҙаҡ уйлап тормай, йәһәт кенә йыйындым да Учалыға юл тоттом, – тигәс кенә, барыһы ла аңлашылды.
Беҙҙең Гөлдәр һаман шул элекке Гөлдәребеҙ икән. Ғүмер буйы күңел саҡырыуына бирелеп, хис-тойғоһона таянып, матурлыҡҡа, ихласлыҡҡа табынып йәшәй ул.
– Күршелә генә йырсы Ларисаның әсәһе йәшәй, Абдулла ағайҙың ҡайҙалығын белә торғандыр. Мотлаҡ шунда ғына инегеҙсе, – тим.
Үҙемә оят та булып китте: ҡул һуҙымы, 70 саҡрым ерҙә йәшәп, байтаҡтан Абдулла ағайыбыҙҙың хәлен дә белешмәгәнмен икән. Нисәлер минуттан яңынан шылтыратам. Гөлдәрҙең тауышы ҡыуаныслы:
– Бына әле Абдулла ағайҙы ҡосаҡлап торам. Ҡаҙаҡҡолда ҡатыны Гүзәлдең өйөндә йәшәп яталар. Ярай, аҙағыраҡ һөйләшербеҙ, әлегә хуш!
Бына ошо бәләкәй генә һүрәтләмә аша ла Гөлдәр Сабит ҡыҙының эскерһеҙ булмышын, матур асылын, ижадташ дуҫтарына ҡарата ихтирам-хөрмәтен төҫмөрләргә була торғандыр. Уның тормош һәм хеҙмәт юлы тураһында эстәлекле итеп Гөлфиә Иҙелбаева, Айҙар Хөсәйенов, Сафуан Әлибаев кеүек байтаҡ күренекле яҙыусылар китаптарында һәм матбуғат баҫмаларында яҙып сыҡты. Мин үҙем шәхсән талантлы әҙибә Таңсулпан Ғарипованың яҙғандарын уҡып сыҡҡас, шаңҡып ҡалдым һәм шуны аңланым: Гөлдәребеҙ беҙ белгәндән дә күпкә тәрәнерәк, күпкә емешлерәк, батырыраҡ һәм етдиерәк икән! Әсәйгә ҡысҡырып уҡый торғас, туҡтап күҙ йәштәрен һөртөп илашып та алдыҡ. Яҙмыш уны тыуа-тыуғандан, биләүҙә сағынан күпме һынаған, хатта аяныслы башлана ғүмер йомғағы.
Ике ҡыҙы булған Сабит ағай өсөнсөгә ауырлы ҡатынынан малай көтә, әммә Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте менән йәнә ҡыҙ бала донъяға килгәс, ғаиләлә аңлашылмаусылыҡ көсәйә. Күпмелер ваҡыттан ҡыҙыу холоҡло атаһы үҙ хатаһын аңлай, ғаилә яңынан берегә. Ә шулай ҙа сибек кенә ҡыҙыҡайға бәпкә көткән мәленән алып тормошонда пәйҙә булған барлыҡ һикәлтәләрҙе үҙ көсө менән ашаҡларға һәм еңеп сығырға өйрәнергә тура килә. Тормош һабаҡтары уны сыныҡтыра, быуындарын нығыта, көслө шәхес итеп тәрбиәләй. Был иң мөһиме! Шуға ла уның үҙ яҙмышына һис кенә лә үпкә-үкенесе юҡ. Көслө рухлы, ҡатынҡы булһа ла, күңеле менән яҡты, нескә, моңло ул. Төшөнкөлөккә бирелеп ултырырға бала саҡтан теләге лә, ваҡыты ла юҡ уның.
...Бала саҡ тигәндән, йәнә бер ваҡиға иҫкә төштө. Беҙҙең танауҙар яңы еҫ тойоп, киске уйындарға йөрөгән ағай-апайҙарҙың бәхетенә ҡыҙығып, бер аҙ эсебеҙ бошоп йөрөгән саҡ ине. Клубта шәмбе һайын “танса” уҙғарыла, әммә беҙҙе унда индермәйҙәр. Клуб мөдире Камил ағай Рамаҙанов йыуаш ҡына булһа ла, мәктәп директоры Даһи ағайыбыҙҙың талабы ҡаты – беҙгә әле иртәрәк ундай урындарға йөрөргә! Киске уйындарға ғына түгел, Сибай, Өфө артистары килһә лә, клубтың артҡы яғына йыйылып, тәҙрә аша үрелеп, алмаш-тилмәш ҡараған булабыҙ ҙа бер-беребеҙгә күргән-ишеткәнде еткерәбеҙ. Иии, заманалар – хәҙер бит ундай тамашаларға бала-сағаны ҡыуып та алып барып булмай! Беҙҙең бәхеткәлер инде, бер мәл клубтың иҙәнен буяғандар ҙа, кибеп бөтмәгәс, Яйыҡ буйында уйын үтәсәк, тигән хәбәр тараталар. Эркелешеп шунда йөрөйҙәр. Камил ағай баяны менән күренмәй, уның ҡарауы, сибек кенә, оҙон буйлы бер ҡыҙыҡай гармунда уйнап бейетә. Бына ҡайҙа ул тамаша – үҙе ҡыҙ кеше, үҙе гармунын арҡаһына аҫып, “тимер атын” эйәрләп килеп еткән! Бындай хәлде тәүләп күреүем.
Таңға ҡәҙәр йылға буйында бейеп, усаҡ яғып, үҙебеҙҙе үтә бәхетле тойоп таралышҡайныҡ шул саҡта. Байтаҡ йылдар үткәс кенә, ул гармунсының Гөлдәр Сабит ҡыҙы икәнлеген белдем. Район Советы етәксеһенең йәнә бер аҫыл урынбаҫары Нурат Вәйес ҡыҙы менән мәҙәниәт бүлеге мөдире башҡарған эш бихисап булды.
Ауыл клубтарының усағында ут терелеп, бер-бер артлы матур саралар, конкурс, фестивалдәр ойошторолһонмо, бейеү-йыр түңәрәктәре менән йәнәш халыҡ театрҙары, фольклор коллективтары булдырылһынмы... Һанап бөтөрлөк түгел. Талантлы учалылар ауыл, район кимәлендә генә түгел, республика, хатта Мәскәү, сит өлкәләргә лә сәфәр сыға башланы. Сағыу милли кейемдәр, музыка ҡоралдары менән йәнәштән төрлө йыһаз-ҡорамалдар, хатта транспорт та һатып алынды. Әле һанап ултырыуы ғына анһат: һәр сараны, тамашаны ойоштороуға күпме көс сарыф ителә, етәкселек һәләте һәм ныҡышмалылыҡ та кәрәк.
Көндәлек саралар уҙғарыу, киләсәкте алдан күҙаллап, матди базаны нығытыу, кадрҙар мәктәбе булдырыу өсөн теләк менән хыял ғына аҙ, үҙеңдән өҫтәге етәкселәрҙе лә үҙ идеяң менән ҡанатландыра алыу, ә һуңынан уларҙың ризалығын алғас, ышанысты аҡлар өсөн оятҡа ҡалмаҫлыҡ итеп ошо башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға күпме көс, ваҡыт һәм егәрлелек тә кәрәк әле. Дөрөҫөн генә әйткәндә, шәхси һәм ғаилә мәнфәғәттәрен ситкәрәк ҡуйып, ниндәйҙер дәрәжәлә фанат булыу ҙа зарурҙыр ул. Ошо хаҡта яҙғас, бер хәл дә иҫкә төштө әле.
Ҡыш көндәренең береһендә Учалынан һәүәҫкәр артистар Ураҙға килеп төштө. Сара бик матур уҙғас, ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп, өйҙәргә таралыштыҡ. Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, өй телефонына шылтыратып, клуб мөдире йәшәгән йортто күрһәтеүҙе үтенделәр һәм клубты тиҙерәк астыртырға ине, тип ҡабаландырҙылар. Үҙҙәре бик борсоулы. Әлегә был хәлдең һис сәбәбен аңламаған клуб мөдире клубты асыуға, ҡатын-ҡыҙҙар костюмдар һаҡлаған бүлмәнән бер ни белмәй биләүҙә йоҡлаған бәпесте күтәреп сыҡҡас, беҙҙең иҫтәр китте. Баҡтиһәң, бәпесте онотоп ҡайтып киткәндәр. Учалыға еткәс кенә, иҫтәренә төшөп, кире боролалар. Иларһың да, көлөрһөң дә: сабый шифоньер башында ятып ҡалған. Әле лә иҫләп көлөшөп алабыҙ үҙ-ара. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙең ғаиләләре быны аңлар, моғайын, әле лә бүтәндәр тыныс ҡына ғаиләһе менән байрам табындарында ултырғанда тап улар өсөн эш башлана ғына.
Гөлдәр Сабит ҡыҙы үҙенең бөтә хеҙмәт йылдарын да мәҙәниәткә арнаған кеше. Эше менән бергә ғаиләһен дә ҡурсалаған, ҡәйнәһенә лә ихтирам һәм тәрбиә күрһәтергә өлгәшә алған иҫ китмәле тоғро ҡатынға Хоҙай Тәғәләнең мәрхәмәте, яҡлауы насип булып, киләсәктә лә бәхетле, һау-сәләмәт ғүмер кисерергә яҙһын, тип теләйем.
Әле яҙ – тәбиғәттең ҡайтанан уянған мәле. Гөлдәребеҙ ҙә – тәбиғәт балаһы. Иртә яҙҙан тәбиғәт ҡосағына ашҡына ул. Бына әле уйлап ҡуйҙым: “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” тип студенттарын йыйып алып, иртә яҙҙан ҡышҡы һалҡындарға тиклем тағы кем “Ҡаҙ өмәһе”н, “Һуғым” байрамдарын уҙғара икән? Заман башҡа – заң башҡа, тип әйтеүселәр ҙә булыр, беләм. Ә шулай ҙа йәнле аралашыу, тәбиғәттә ялан тәпәй йөрөп, шишмә һыуынан усаҡта сәй ҡайнатып, ҡарҙа билмән бешереп ашап аралашыуҙарға ни етә?!
Әлеге көндә интернет селтәрендә уҙғарылған төрлө флешмобтар күбәйҙе. Улары ла кәрәктер, һүҙем юҡ. Әммә Ирәмәлгә, Әүәләк ҡаяһына, Яйыҡ менән Ағиҙел башланған Уралға ҡуна сығып, төйәгебеҙ тарихы менән танышыу, күренекле сәнғәт һәм мәҙәниәт алиһәләре, талантлы яҡташтар менән таныштырыу буласаҡ һәр клуб хеҙмәткәрҙәре өсөн үҙе тәрбиә мәктәбе икәнен аңлап эш иткән Гөлдәр Сабит ҡыҙы. Урал төбәген генә түгел, тотош республика һәм күрше Ҡоншаҡ, Арғаяш, Үрге Урал райондары өсөн күпме кадрҙар тәрбиәләнгән.
Учалының музыка училищеһының башҡорт бүлегенә етәкселек итергә саҡырғастар, ул ҡуш ҡуллап ризалаша. Бөгөн күпме студенты мәҙәниәт өлкәһенең төрлө тармағында етәксе булып эшләй. Улар менән бәйләнеште әле лә өҙмәй ул: уңыштарына ҡыуана, хаталарына көйәләнә, хәленән килгәнсә кәңәш бирә.
Әйткәндәй, ул әҙергә-бәҙер булып ҡына, булғанына шөкөр тип кенә эшләй ҙә, йәшәй ҙә алмай. Партия заманында төҙөлгән күп мәҙәниәт усаҡтары бик күркәм һәм бай матди базалы булды тип тә әйтеп булмай ине. Халыҡ китап уҡырға яратһа ла, китапханаларҙың торошо ла бер сама ине.
Шулай Гөлдәрҙең ҡулына бер ҡалын ғына папка килеп эләгә: Яңы Учалы үҙәк китапханаһын төҙөү маҡсатында эшләтеп алынған проект икән. Яйлап ҡарап сыҡҡас, шуға инана: быны төҙөтөүҙе мотлаҡ хәстәрләргә кәрәк. Учалының күпме яҙыусы-шағирҙары була тороп, ташландыҡ алама бинала көн күреү килешкән эшме?! Аҡса юҡлыҡҡа һылтанып ҡараһалар ҙа, тәүҙә ҡала партия комитетында, аҙаҡ Өфөлә лә яҡлау табып, эшкә тотоналар. Ике ҡатлы, зауыҡ менән төҙөлгән китаптар батшалығы ла тынғыһыҙ Гөлдәребеҙҙең бер эш емеше икәнен хәҙер, бәлки, бөтәһе лә иҫләмәйҙер ҙә. Хәйер, ул башҡарған эштәр, төҙөгән, булдырғандарҙы һанап тороуҙың кәрәге лә юҡтыр. Иң мөһиме – тыуған төйәгенә ҡайтҡан һайын йөҙө ҡыҙарырлыҡ түгел. Һәр ауыл һайын тиерлек бихисап таныштары, яҡын кешеләре бар. Ә күпме хәтирә һаҡлай үҙе лә!
Вәкил ағай Ғәтиәтуллин менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫләп, әле лә күңелдәрҙе балҡытып алабыҙ. Береһе менән уртаҡлашһам, моғайын, яҙыҡ булмаҫтыр. Гөлдәр Сабит ҡыҙы Башҡортостандан бер төркөм халыҡ таланттарын Францияға ебәреүгә өлгәште. Күрше белореттарҙың сығышын Абдулла һәм Вәкил ағайҙар менән көсәйтергә ҡарар булды. Париж сәхнәһендә сығыш яһау бәхете кемгә эләгә әле?! Вәкил ағай үҙенең сығышын нисә йыл дауамында инде шымартып бөтөрһә лә, ҡунаҡханала үҙ-үҙенә репетиция ойошторорға була.
Эт, бесәй, мотоцикл, тағы әллә нәмәләрҙең тауышын имитация менән сығара башлауға, бүлмә ишеген шаҡыйҙар. Тел белмәгәс, ике француз бүлмәлә пыр туҙҙырып карауат аҫтынан, шкафтарҙан нимәлер эҙләй башлай. Аптырауҙарынан кире сығалар, Вәкил ағай йәнә репетиция башлай. Был юлы полиция менән бүлмәгә инеп, йәнә нимәлер эҙләйҙәр. Ике яҡ та бер-береһен аңламай. Вәкил ағай оҙаҡ уйлап тормай, йәнә репетицияһын башлағас ҡына, француздар эштең айышына төшөнөп, көлөп хәлдәре бөтә.
Силәбенән төндә генә ҡайтып килгәндә, “Ләйсән” ансамблен йөрөткән автобус водителенең дә йөрәген сығара ағайыбыҙ. Уяу ултыра, башҡалар йоҡлай. Ҡыҙыҡ итергә була: двигателдең боҙоҡ тауышын сығарыуға, шофер автобусты туҡтатып, капотын асып ҡарай, хәүеф күрмәй, яңынан ҡуҙғала. Бер ни ваҡыттан йәнә двигатель алама тауыш сығарып эшләй башлай. Ҡото осҡан водитель башҡаса ҡуҙғалыуҙан баш тарта, бейеүселәр уяна, халыҡтың кәйефе төшә. Эштең нимәлә икәнен аңлағас ҡына, юлды дауам итәләр.
Ололар менән юлға сығыу – айырыуса ҙур яуаплылыҡ. Быны Гөлдәр Сабит ҡыҙы үҙ елкәһендә күп тапҡыр татый. Фольклор ансамбленең һәр ағзаһын берәмләп самолетҡа үҙ урындарына ултыртып бөткәс, һауаға күтәрелеүҙе көтөп ултырған мәлдә ниндәйҙер тауыш ҡуба.
– Тыңлайым, стюардессалар кемделер индермәй, – тип хәтергә ала етәксе. – Бер саҡ башҡортса ла һүҙҙәр ишетелә башланы. Тороп сыҡһам, бер әбейемде күрәм. Тальянын онотоп ҡалдырған да шуның артынан шым ғына һыпыртҡан икән. Бына ошондай хәлдәр нығыраҡ хәтерҙә ҡала икән ул, – тип йылмая ул.
Шуға иғтибар иттем: Гөлдәр Сабит ҡыҙы үҙе тураһында түгел, күберәген дуҫтары, ижадташтары хаҡында һөйләргә ярата. Бына әле лә юбилейы уңайынан яҙырға ынтылған һүрәтләмәм дә күбеһенсә уның үҙе тураһында килеп сыҡманы кеүек. Уның аралашҡан даирәһе ниндәй генә киң булмаһын, әле лә иң ябай ижадташтары тураһында күберәк һөйләй, иҫкә ала, иҫәндәре менән яҡындан аралаша.
Минең ошондай шиғыр юлдарым бар:
“Ҡояш эшеме ни ул кәләп һалыу?!
Нурын һибер! Мәңге һайыҡмаҫ.
Кендегендә Йыһан әйләнһә лә,
Асылына тоғро. Маһаймаҫ!”
Күптәр Гөлдәребеҙҙе лә фиғеле менән ҡояш ише дуҫтарының береһе тип иҫәпләй. Үҙенең ихласлығы, күңел яҡтылығы менән, ысынлап та, Мәҙәниәт йыһанын яҡтыртыусыларҙың береһе ул Учалы ҡыҙы Гөлдәр. Исеме генә түгел, есеме лә күплектә бит шуға.
Р.S. Мәҡәләне яҙып бөтөүгә Гөлдәр Моратованың Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнеүен ишеттем. Лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалған күренекле яҡташыбыҙ быға, һис шикһеҙ, лайыҡ.