Сираттағы конкурсантыбыҙ – матур тәбиғәтле, таланттарға бай Әлшәй районы һылыуы Гөлфинә Кашапова.
Бала саҡтан бар ерҙә лә юғалып ҡалмаҫ, үткер ҡыҙ ғаилә лә мөхәббәткә төрөнөп үҫә. Атаһының иркә ҡыҙы. Һылыуҡай бөгөнгө көндә педагогия колледжында белем ала, буласаҡ йыр уҡытыусыһы.
Бәләкәйҙән ижадҡа ғашиҡ Гөлфинә йырларға, бейергә әүәҫ. Киләсәген сәнғәт менән бәйләргә хыяллана.
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru 1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.