Йәштәр беҙҙең киләсәгебеҙ генә түгел, бөгөнгөбөҙ ҙә. Өҫтәүенә, улар менән тап әлеге ваҡытта әүҙем эшләү – иң төп маҡсаттарҙың береһе. Ни тиһәң дә, тап ҡыҙҙар һәм егеттәр – республикабыҙҙың төп инновация капиталы.
Ғафури районында 14 йәштән 30 йәшкә тиклемге 5 мең ҡыҙ һәм егет йәшәй. Урындағы район хакимиәтенең төп маҡсаты – уларҙың тормошта үҙен табырға ярҙам итеү, ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең социаль әүҙемлеген арттырыу, һәләттәрен асыу һәм уны бойомға ашырырға ынтылыуына өлгәшеү, йәштәр мөхитендә енәйәтселек, наркоманлыҡ кеүек насар күренештәрҙе иҫкәртеү, булдырмау.
Ғафури районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса секторы тарафынан былтыр төрлө йүнәлештәге 100-гә яҡын сара ойошторолған. Был, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 40 процентҡа кәмерәк. Быға, әлбиттә, пандемия менән бәйле сикләүҙәрҙең индерелеүе сәбәпсе. Шулай итеп, районда Шаяндар һәм отҡорҙар клубының “Балалыҡтың хәүефһеҙ юлы” республика конкурсы үткәрелде. Унда Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Ауыр бала саҡ” командаһы III урын яуланы. Бынан тыш, тағы “Һәләтле балалар” бәйгеһе, “Саф ел” йәштәр форумы һәм башҡа саралар ойошторолдо. “Йәшә, урман!”, “Йәшел Башҡортостан-2020” акциялары, “Планетаны ҡотҡар” экологик челленджы һәм муниципаль берәмектә экологик хәлде яҡшыртыу буйынса шәмбеләр ойошторола.
– Онлайн сараларҙы йыш үткәреү уларҙа ҡатнашыусылар һанын арттырыуға килтерҙе. Был, әлбиттә, сәләмәт тормош алып барыу өсөн үткәрелгән һәм Балаларҙы яҡлау, Йәштәр, Республика көндәренә арналған район сараларында балалар, үҫмерҙәр әүҙем ҡатнашты. Ошондай спорт һәм башҡа сараларҙа алкоголизмға, наркоманияға ҡаршы акциялар һәм “Чемпион менән зарядка” онлайн флешмобы үткәрелде, – тип белдерҙе Ғафури районы хакимиәте Социаль һәм йәштәр сәйәсәте бүлегенең йәштәр сәйәсәте секторы етәксеһе Ансаф Кәримов.
Шуныһы мөһим: йыл әйләнәһенә ирекмәндәр рәте лә тулыланған: 15 сарала барлығы 4 меңдән ашыу ирекмән ҡатнашҡан.
Әйткәндәй, былтыр 5 мең тирәһе кеше ҡатнашҡан иҫкәртеү саралары үткәрелгән. Уларҙа агитбригадалар ҡатнашҡан һәм наркомания, алкоголизм, тәмәке тартыу кеүек кире күренештәрҙе иҫкәртеү, булдырмау өсөн “Хатта яҡын барма” конкурсы ойошторолған. Йәнә Бөтә Рәсәй “Белергә тейеш” акцияһы, “Дәүләт, йәмғиәт һәм диндәрҙең халыҡты эскелеккә ҡаршы көрәш эшмәкәрлеге” “түңәрәк өҫтәл”е, “Витаминды никотинға алмаштырабыҙ!” акциялары һәм башҡа саралар яҡшы һөҙөмтәләр килтерер, тигән өмөттәбеҙ.
Имен булмаған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән район эске эштәр бүлексәһендә иҫәптә торған бәлиғ булмаған үҫмерҙәр, йәмғеһе 186 кешене эшкә урынлаштырыу планлаштырылған. Был йәйге мәшғүллекте тәьмин итеү өсөн 308393,00 һум аҡса бүленгән. Тик, коронавирус инфекцияһы сәбәпле, балалар ялы кисектерелгән.
Бәлиғ булмағандар араһында алкоголизмды, наркоманияны һәм токсикоманияны иҫкәртеү эше Ғафури районы хакимиәтенең социаль һәм йәштәр сәйәсәте, Физик культура һәм спорт бүлектәре, балалар һәм йәштәр ижтимағи берекмәләре менән берлектә атҡарыла. Был юҫыҡта тағы “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәш гвардияһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең урындағы әүҙемселәре, “Алтын бал ҡорто” район балалар ижтимағи ойошмаһы, “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-илһөйәрлек хәрәкәтенең Ғафури районы буйынса ойошмаһы, Ғафури районының йәштәр яҡташтар ойошмаһы ағзалары һәм башҡалар, сәләмәт тормош алып барыуға өндәп, рейдтар, төрлө акцияларҙы даими үткәрә.
Быйыл иһә йәштәрҙә илһөйәрлекте тәрбиәләү йәһәтенән 40-тан ашыу сара ойошторолған, “Гайд парк” һәм “Саф ел” тип исемләнгән ике форум булған.
Күптән түгел “Хәтер вахтаһы” старт алды: Ғафури районының йәш эҙләнеүселәре беренсе экспедицияға юлланды. Район ДОСААФ-ы бүлексәһе эргәһендә барлыҡҡа килгән “Десант” эҙләү отрядының дүрт егете Василий Калачигов һәм Олег Николаев етәкселегендә беренсе тапҡыр эҙләү экспедицияһына Ленинград өлкәһенә сәфәргә сыҡты. Бөтә Рәсәйҙә старт алған “Хәтер вахтаһы” акцияһында уларға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡаты алыштар барған Воронов тигән урында ҡаҙып эҙләнеүҙәр алып барасаҡ. Улар тыуған яҡтарына 5 майҙа ғына ҡайтасаҡ.