“Бөгөн Өфөлә Дуҫлыҡ монументында 2021 йылғы навигацияны астыҡ. Шуныһы символик мәғәнәгә эйә: был ваҡытҡа беҙ Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндерҙек. Тап ошонан 1858 йылда, 163 йыл элек, беренсе башҡорт пароходы киткән”, тип яҙҙы бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республикала 1000 километр эске һыу юлдары бар. Төп транспорт артериялары – Ағиҙел, Ҡариҙел йылғалары һәм Павловка һыуһаҡлағысы. Улар беҙгә һыу транспортын үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.
“2020 йылда “Башҡортостан йылға пароходлығы” предприятиеһын банкротлыҡтан ҡотҡарыу эше башланды. Предприятиены тергеҙеү мәсьәләһе күп тапҡыр “Транспорт сәғәте”ндә ҡаралды, беҙҙең идара итеү командаһы был йүнәлеш буйынса планға ярашлы эшләне, һәм был үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Пароходлыҡ хәҙер яйлап үҫешә, уға бәйле ҙур пландарыбыҙ бар.
2021 йылғы навигацияға 500 мең пассажир һәм кәмендә бер миллион тонна йөк ташырға планлаштырабыҙ.
Әйткәндәй, үҙаллы йылғалар буйлап, айырыуса ташҡын урындарҙа йөҙмәүегеҙҙе һорайым. Был хәүефле", - тип яҙҙы республика етәксеһе.
Фото: vk.com/radiyhabirov