Өфөләге әлегә төҙөлөшө тамамланмаған “Әр-Рәхим” мәсетендә бөгөн мосолмандарҙы йома намаҙына саҡырып аҙан яңғыраны. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин вәғәзен Рамаҙан айына, ундағы изге ғәмәлдәргә бағышланы.
"Донъяуи һәм мәңгелек бурыстар араһындағы тигеҙлекте һаҡлау мөһим. Изге ай был хәҡиҡәткә тағы ла нығыраҡ инандыра: фани донъя һәм мәңгелек, бизнес һәм ғаилә – былар барыһы ла мосолман тормошонда сағылыш табырға тейеш", – тине мөфтөй.
Айнур хәҙрәт Бирғәлин был мәсеттә эштәрҙең яртыһының тамамланғаны тураһында белдерҙе, төҙөлөшкә көс һалғандарҙы иҫкә алды.
“Иман йортон төҙөүгә битараф булмаған кешеләрҙең күплеге ҡыуандыра. Кемдер беҙҙең өсөн эшләр тип көтмәйенсә, йәмәғәт менән берлектә ярҙам итеү киләсәгебеҙгә ҙур бәрәкәт бирер”, – тине Айнур хәҙрәт.
“Әр-Рәхим”дә дини хеҙмәттәр күрһәтеү төҙөлөш тамамланғас ҡына башланасаҡ.