Йәмғиәт
23 Апреля 2021, 18:50

Әрме сафына тәүге егеттәрҙе оҙаттыҡ

Яҙғы саҡырылыш барышында Башҡортостан Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына биш меңдән ашыу буласаҡ һалдатты оҙатасаҡ.

Республиканың йыйылыу пунктында, яҙғы хәрби саҡырылышҡа ярашлы, буласаҡ ил һаҡсыларын әрме сафына тантаналы оҙатыу сараһы үтте. 60-лап егет Рәсәйҙең Мәскәү һәм Киров өлкәләренә юлланды. Улар һауа-космик көстәре, стратегик йүнәлештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк.
Тиҙҙән Ватан һаҡсыһы буласаҡ егеттәргә республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, хакимиәт һәм төрлө конфессия вәкилдәре, хәрби хеҙмәт ветерандары изге теләктәрен еткерҙе.
“Армия һәр ир-егеттең тормошона яңы бит өҫтәй, ул етди һынау булып тора. Лайыҡлы, намыҫлы хеҙмәт итегеҙ, яңы һәләттәргә эйә булығыҙ, маҡсатҡа ынтылығыҙ һәм тыуған йортоғоҙға һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтығыҙ”, - тине полковник Михаил Блажевич.
Хеҙмәт урынына ебәрелер алдынан бөтә егеттәр ҙә коронавирус инфекцияһына тест биргән. Уларға медицина битлектәре, бахил, антибактерицид әйберҙәр, кейем һәм аҙыҡ-түлек тапшырылған.
Хәрбиҙәрҙе йөрөткән транспорт сараларына айырым иғтибар бүленә: улар хеҙмәткә саҡырылыусылар ултырыр алдынан тулыһынса эшкәртелә. Айырым вагондар йәки хәрби эшелондар бүлеү ҡаралған, был да ябай граждандар менән аралашыуҙы мөмкин тиклем кәметеү маҡсатында эшләнә.
Пандемия шарттарында Хәрби Көстәр сафына оҙатыу туғандарҙың һәм яҡындарҙың ҡатнашлығынан тыш үтә. Хеҙмәткә саҡырылыусылар менән вакцинация эшләткән йәки бығаса Ковид-19 менән сирләп, антиматдәләргә эйә булған хәрби комиссариат вәкилдәре генә эшләй, аралаша ала.
Әгәр хеҙмәткә алынған егеттәр араһында респиратор сирҙәргә шиге булған кеше табыла икән, ул шунда уҡ изоляциялана, коронавирус инфекцияһына тест алына, артабан уға барлыҡ тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә.
Яҙғы саҡырылыш барышында Башҡортостан Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына биш меңдән ашыу буласаҡ һалдатты оҙатасаҡ. Был саҡырылыш 15 июлгә тиклем дауам итә.
Фото: Республиканың йыйылыу пункты.
Читайте нас