Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 13:49

“Ул көндәр ҡурҡыныс төштән дә яманыраҡ...” (Аҙағы)

Нисек кенә булмаһын, беҙҙән ғәйеп тапманылар, бер кемде лә атманылар. Тик хәл ҡатмарлашты, хәҙер баракты ике йоҙаҡ менән бикләп, төндә тышҡа сығып йөрөүҙе туҡтаттылар. Барактың кәрниз буйҙарына һалам менән ағас вағы һалып, кәрәсин һибеп ҡуйҙылар. Әгәр ҡапыл сигенергә тура килһә, яндырып китергә. Зөбәй менән Кәримовтың артабанғы яҙмышы беҙгә билдәле түгел.

Нисек кенә булмаһын, беҙҙән ғәйеп тапманылар, бер кемде лә атманылар. Тик хәл ҡатмарлашты, хәҙер баракты ике йоҙаҡ менән бикләп, төндә тышҡа сығып йөрөүҙе туҡтаттылар. Барактың кәрниз буйҙарына һалам менән ағас вағы һалып, кәрәсин һибеп ҡуйҙылар. Әгәр ҡапыл сигенергә тура килһә, яндырып китергә. Зөбәй менән Кәримовтың артабанғы яҙмышы беҙгә билдәле түгел.


“Үлемем ошомо?”


Бәлә өҫтөнә бәлә килә бит. Баязит ауылынан Әмир иптәш менән бер барак янында утын киҫәбеҙ, икәүҙән-икәү генә ҡар таҙартабыҙ. 1943 йылдың аҙаҡтары. Бер немец ефрейторы беҙҙе подвалға алып инде. Был аҙыҡ-түлек келәте булып сыҡты. Кухняға йәшниктәр күтәреп алып киттек.
Барғас, икмәк һыныҡ­тары биреп сығарҙы, тимәк, бөгөн тамаҡ туҡ. Иртәгәһенә тағы шунда эшкә килдек. Шул подвалға инергә сәбәп эҙләп, келәт алдында ҡар көрәгән булып йөрөйбөҙ. Подвал­дың йоҙағы бик ябай, беҙҙә балта йоҙаҡ тип атайҙар. Мин аҫта ҡар көрәгән булам, ә Әмир, бик тәүәккәл егет булараҡ, подвалды асып, байтаҡ ҡына аҙыҡ алып сыҡты. Тамаҡ туҡ, ике-өс көн шулай эшләнек.
Тик беҙҙе бер норвег ҡыҙы менән һөйләшеп торған өсөн бик ныҡ язаланылар. Урындағы халыҡ менән һөйләшергә ярамай, бының өсөн хатта аталар. Ҡайһы ваҡыт норвегтар аулаҡта осрағанда бик асыҡ итеп русса һөйләшә, шуға күрә беҙ аулағыраҡ урын һайлап, үҙебеҙҙең бәҙрәфкә бара торған ерҙе билдәләнек тә, Әмир норвег ҡыҙы менән һөйләшергә китте һәм оҙағыраҡ торҙо. Немецтар килеп сығып, беҙҙе эләктерҙе лә лагерға ебәрҙе. Күп тә үтмәй, өс немец офицеры килеп, Әмирҙе алып китте. Мине иртәгәһенә килеп алдылар. Комендатураға инеү менән иҫерек кеше һымаҡ бәүелеп торған Әмирҙе күрҙем. Бик ныҡ туҡма­ғандар, ҡарарға аяныс та, ҡыҙғаныс та. Уны күргәс, йөрәк ҡубып, тын ҡыҫылды. Нимә эшләргә?
Оҙон ғына кәүҙәле, ҡаҡса йөҙлө немец офицеры, ҡаштарын бер емереп, бер йылмайып, миңә ҡа­ра­ны ла: “Был кешене таныйһың­мы?” – тине. “Эйе, беҙҙең иптәш”, – тинем. “Кисә ҡайҙа һәм нимә эш­ләнегеҙ?” “Барак янында утын киҫ­тек”, – тип яуапланым. “Ә иптәшең ҡайҙа барҙы?” – тигән һорауға: “Әмир бер ҡайҙа ла барманы”, – тинем.
Һораштылар-һораштылар ҙа: “Ярай, ҡайтып торһон”, – тип, мине лагерға алып киттеләр. Әмир менән нимә булғандыр инде, бик ныҡ туҡмағайнылар.
Ике-өс көн үткәс, мине тағы комендатураға алып килделәр. Бында комендант, бухгалтер һәм бер офицер ултыра. Офицер мине ҡаршыһына саҡырып алды ла: “Йә, дөрөҫ кенә һөйләгеҙ”, – тигәс, мин белмәмешкә һалышып: “Нимә тура­һында? Мин бер нәмә лә аңла­ма­йым”, – тинем. Унда бөтәһе лә яҙылған булған икән, Әмирҙең норвег ҡыҙы менән ҡайҙа һәм ни ваҡытта һөйләшкәне. Етмәһә, норвег ҡыҙын ҡурҡытып: “Мине тотоп көсләне”, – тип ғариза яҙҙырғандар.
Был офицер мине ҡурҡыта. “Дө­рөҫөн һөйлә, дөрөҫөн һөйлә­мәһәң – атам”, – тип пистолетын күкрәккә терәне. Мин әйтәм: “Дөрө­ҫө шул, бергә эшләнек, бер ҡайҙа ла йө­рөмәнек”. Былар икәүләшеп минең ҡулды шаҡарып, туҡмарға тотондо. Ябыҡ кешенең ней ша­тырҙап торған һөйәк-ҡулдар шатыр-шотор килә, һуштан яҙҙым. Аҙаҡтан нимә эшләп бөткәндәрҙер, уларын белмәйем. Һушыма килгәс: “Был яҡшылыҡҡа түгелдер, үлемем ошолор”, – тип уйланым. Шулай ҙа был бәләнән иҫән-һау ҡотолоп ҡалдым.
1944 йылдың аҙаҡтары, 1945-тең баштарымы икән, беҙҙе Норвегияның көньяғынан оҙаталар, имеш, тигән хәбәр таралды. Үткән лагерҙа булған бер нисә ғибрәтле хәлде яҙып үтәйем. Бер ваҡыт утын киҫеп йөрөгәндә өйөм аръяғына сыҡ­тым. Ни күҙем менән күрәйем, икмәк һыныҡтарын, тәмәке төпсөк­тәрен утын өҫтөнә һалып киткән­дәр. Ян-яғыма ҡарана-ҡарана кеҫәмә тултырам һәм иптәшем Зөбәйҙе саҡырам. Ул килеп еткәнсе башҡа иптәштәр белеп ҡалды ла әйҙә өҙгөләргә тотондо. Икмәк һыныҡтарын һәм һөйәктәрҙе халыҡ талашып йыя...
Икенсе юлы бер норвегтың солан аҫтына барып керҙем дә икмәк һыныҡтары, балыҡ һөйәктәре алып сыҡтым. Икмәк тиҙәк аҫтында ятһа ла, алаһың да йыуып ашайһың. Бер нимә лә уйламайһың, бары тик ашарға ғына булһын...


Мәхшәр майҙаны


1944 йылдың аҙаҡтары. Немец­тарҙың кәйефе тамам ҡырылғайны. “Шульт” лагерында уҡ фронттың ни­сек һәм ҡайҙа барғанын ишет­келәй инек. Әгәр яҡшыраҡ һаҡсы булһа, немецтарҙың ҡарауыл өйөнә инеп, картаны ҡарап сығырға тырышабыҙ. Картала ҡара еп менән һуҙылған урын уларҙың сигенгән ерҙәрен билдәләй.
Күп тә үтмәй, беҙҙе порттан алып киттеләр. “СС” командаһы ҡотора, күрәһең, көндәре һанаулы ҡалғанын һиҙәләр. Норвегияның көньяғынан китәбеҙ. Беҙгә лә ҡуҙғалырға ваҡыт етте. Пароходҡа күп итеп аҙыҡ-түлек тейәнеләр. Беҙ уртансы люкта урынлашыу менән иптәшем Әнүәр Күсемов: “Әйҙә, өҫкә йүгер, унда аҙыҡ-түлек тейәйҙәр”, – тине. Йүгереп сыҡһам, ҡулдан-ҡулға биреп, пароходҡа икмәк тейәйҙәр. Күп тә тейәш­мә­нем, бер буханканы ҡуйынға йә­шер­ҙем дә, тиҙ генә был урындан киттем.
Люкка төшөп етеүгә, пароходҡа ҡуҙғалырға гудок та булды. Киттек, тик ҡайҙа барыуыбыҙ билдәле түгел. Немецтар өҫтәге палубала, унда тып-тын. Беҙҙе өҫкә сығар­май­ҙар, үҙҙәре беҙҙең яҡҡа төшөр­гә ҡурҡалармы икән, сөнки юлда барғанда бындағы халыҡ нимә генә ҡыланманы. Иң аҫҡы люкта аҙыҡ-түлек, обмундирование (хәрби кейем), икмәк, маргарин, шарап, сигарет. Пароходтағы келәттәрҙе ватып, күлдәк, ыштан, йылы кейем­дәрҙе – барыһын да алып сыҡтыҡ.
Бер төндә пароход шатыр-шотор килеп туҡтаны. Мин йоҡо аралаш һиҫкәнеп килеп торҙом. Халыҡ геү килә. Бик ныҡ шартланы, пароход минаға эләкте, ахыры, тигән һығымтаға килдек. Пароход өҫтөнә сығармайҙар, барыбыҙҙа ла “Батмайбыҙмы икән һәм быны нисек белергә?” тигән уй. Яҡтырғас, берәмләп сығып ҡараныҡ, пароход бер таш өҫтөнә менгән. Иртәгәһенә ике пароход килеп, уны буксирға алып, сығарып ебәрҙеләр.

Беҙ күпме ваҡыт килгәнбеҙҙер, хәтерем­дән сыҡҡан, өс көнмө, бер аҙнамы, әммә бараһы урынға килеп еттек. Тик алдағы көн­дә беҙҙе ниндәй яҙмыш көтә – иң борсоған уй шул. Фашист тырнағынан ҡото­лоу, яҡты тормош күреү бөтөнләй уйҙа юҡ әле.
Пароходта бик иркен килһәк тә, беҙ килеп туҡтау менән пароход ҡараңғыланған кеүек булды. Бөтә донъяны ҡара болот ҡаплап алған кеүек, немец командаһы килеп ҡапланы. Фашистар яныбыҙға килеп төштө лә, беҙҙе сафҡа теҙеп, һанамаҡсы булды. Беҙгә хөкөм сығарҙылар: туғыҙға тиклем һанайҙар ҙа, унынсыһын алып ҡалалар, йәғни ун кешенең береһен аталар. Шуның өсөн һанаған саҡта һигеҙ, туғыҙ тип һанай башлаһа, бөтә саф алға сығып баҫа. Пароходтың бер яғынан икенсе яғына һанап сығармаҡсы булдылар. Тағы ла шулай теҙәләр ҙә һанай башлайҙар. Унынсыға килеп етә башлаһа, сафтан бөтәбеҙ ҙә сығып баҫабыҙ. Немецтарҙың тамам асыуы ҡабарҙы, әллә ниндәй алама һүҙҙәр менән һүгәләр. Хәҙер һанамайҙар, берәмләп сығаралар ҙа сигенергә ҡушалар. Пароходтан алған кейем булһа, тартып алып ҡалалар, үҙ кейемеңде бирмәй яланғас сығаралар.
Ә өҫтә нимә буласағы әле беҙгә мәғлүм түгел. Өҫтә бер команда һалдат ҡорал менән ҡаршы алды. Улар ике яҡлап теҙелгәндәр ҙә пароходтан һәр сыҡҡан кешене саф уртаһынан үткәрәләр. Ҡайһыһын приклад менән һуғып, ҡайһыһын штык менән төртөп, ҡайһыһын аяҡ менән эләктереп йығалар. Пароходтан алған әйберҙәрҙе ташлап, тапап бөтөрҙөк, ә инде ашаған-эскән ризыҡты, тартҡандарҙы кире ҡоҫтора алмайҙар. Күп тә үтмәй, беҙгә лә сират етте. Пароходтан ал­ған әйберҙәрҙе ташлап өлгөргәйнек.
Мине ҡаранылар ҙа сығарып ебәрҙеләр. Баҫҡыс буйлап үрмәләй башлағанда, бер немец “Шнель, шнель!” тип ҡысҡырып ебәрҙе. Мин өҫкә сыҡҡас, немец һуғырға мылтығын күтәргәйне, тайшанып ҡалдым, икенсеһенең аяҡ салып йығырға иҫәбе, өсөнсөһө төртөп ҡалды. Мин иптәштәрем янына килеп еттем, алдан сыҡҡандарға бик ныҡ эләккән. Эстән генә әйтәм: “Эх, паразиттар, был һеҙҙең аҙаҡҡы һулышығыҙ”. Кемдең ҡулы һынған, кемдең башы ярылған. Күбеһе ялан аяҡ, яланғас, ыңғырашыу, һыҙланыу, мәхшәр майҙаны кеүек.
12 кешене айырып алып киттеләр, мин дә шулар иҫәбендә инем. Беҙҙе әллә ни йыраҡ түгел бер лагерға килтерҙеләр. Лагерь бик насарҙан түгел, ахыры, ундағы иптәштәр ҙә һәйбәт булып сыҡты. Беҙ барып инеү менән өҫтәлгә ултырттылар. Йөрәккә йылы инеп ҡалды. Китте һөйләшеү, һорашыу, танышыу. Улар беҙҙе йылы һүҙ менән генә түгел, йылы аш менән ҡаршы алды. Ҡайһыһы бәрәңге, ҡайһыһы икмәк киҫәге килтерҙе.


Беҙ шулай ҡотолдоҡ...


Был лагерҙа күпме торғанбыҙ­ҙыр, беҙҙе тағы икенсе урынға – Норвегияның баш ҡалаһы Осло яғындағы “Эттерштат” лагерына кил­терҙеләр. Бында беҙ йөҙләп кенә кеше ҡалдыҡ, француздар ҙа бар ине. Эш лагерь эсендә, әллә ниндәй станоктарҙы ремонтлайҙар. Беҙ шунда тимер-томор ташыу, таҙартыу, утын киҫеү, ярыу менән шөғөлләндек. Тик шуныһы аяныс, тышҡа сығармағас, бер ни ишетеп, күреп булмай. Әгәр лагерҙан сы­ғарып, эшкә алып китһәләр, ниндәй ҙә булһа яңылыҡ ишетеп ҡайтабыҙ. Элегерәк йә норвегтар записка ташлай, йә немец һалдаттары осрап, һуғышта улар өсөн хәлдең хөрт булыуын әйтә торғайны. Хәҙер бер ни билдәле түгел.
Апрель аҙаҡтары етте, көндәр йәмле, матур. Был дүрт-биш ҡатлы энәле тимерсыбыҡ менән уратыл­ған ҡәбәхәт лагерь беҙҙе тамам туйҙырҙы. Күпме генә борсолһаң да, ниндәй генә теләктәр теләһәң дә, бер ни эшләрлек түгел. Ҡыш буйы күренмәй торған ҡояшты ла, Тыуған илде һағынған кеүек, һағынып, шатланып ҡаршы ала инек.
Ул көндә лә аяҙ, ҡояшлы ине. Ни өсөндөр немецтар ҙа бик үк күренмәй. Бер аҡһаҡ немец ҡына йөрөй, ул элек тә өндәшеп бармай торғайны, бөгөн тағы ла күңел­һе­ҙерәк. Сәғәт ундарҙа беҙ гараж эсендә йөрөй инек. Оҙон ғына сәсле, ҡырлы танаулы, шаян француз егете сәстәрен ялпылдатып йү­гереп килеп инде лә танк башына менеп: “Эй, русский, война конца!” тип һөрән һалды. “Был ни хәл?! Ысынмы, өнмө, әллә төшмө?” тип һораша торғас, француз: “Правда, фойна кончал!” – тип ҡабатланы. Тәндәр эҫеле-һыуыҡлы булып, ышаныр-ышанмаҫ хәлдә ҡатып ҡалдыҡ.
Гаражда тынлыҡ, бер ниндәй тауыш-тын юҡ. Тик лагерь тышында һаҡсылар ары-бире йөрөп ята. Йөрәк түҙмәй, кис яҡынлаша, беҙ умарта ҡорто кеүек гөж киләбеҙ. Ҡапыл хәбәр килеп төштө: “Һаҡланығыҙ, теге сатан немецҡа бөгөн төндә лагерҙы юҡ итергә бойороҡ бирелгән”. Төн булмай, сөнки тәүлек әйләнәһенә яҡты. Беҙ һәр тәҙрә һайын, ишектән сығып бөтә ерҙе ҡарайбыҙ, бигерәк тә теге аҡһаҡ немецты күҙәтәбеҙ. Был арала ҡайһы берәүҙәр норвегтарға бүләккә портсигар, йөҙөк, ағастан ҡош, мөштөк яһай, сөнки улар ошондай әйберҙе бик ярата. Улар бушҡа алмай, маргарин, балыҡ, тәмәке йәки икмәк тә биреп ҡуя. Беҙ һаман да йәшәүгә өмөт итәбеҙ.
Иртәгәһенә һауала әллә ниндәй ят тауышлы моторҙар геүләй, ха­лыҡ ығы-зығы килә башланы. Уңарсы лагерға яҡын бер граммофондан “Интернационал” уйнап ебәрҙе. Ни күҙебеҙ менән күрәйек: төркөм-төркөм норвегтар – ололары ла, балалары ла килә башланы. Һуғыш бөткәнгә йөҙҙәре балҡый, шатлыҡтары эстәренә һыймай, йыр­лап-бейеп киләләр. Беҙгә тә­мә­ке, икмәк, маргарин, ваҡ ҡына флажоктар бүләк итәләр. Үҙ сиратында беҙгә “Интернационал”ды, “Волга-Волга”ны йырларға ҡушалар.
Күп тә үтмәй, беҙҙе алырға бөр­кәүле машиналар килде. Беҙ тейә­лештек. Ҡараңғы тормоштан туйып бөткән халыҡ машина ҡуҙғалыу менән уның ябыуын телгеләп алып ырғытты. Норвегияның баш ҡалаһы Ослола партизандар ҡаршы алды. Шулай итеп, 1945 йылдың 7 майында генерал Ратов, капитан Ананин етәкселегендә беҙҙе немец тотҡонлоғонан ҡотҡарҙылар. Аҙна-ун көн ашатып, эсереп тәрбиә­лә­неләр ҙә Тыуған илгә оҙаттылар...
Шатлыҡтан да кеше аҡылдан яҙа икән. Был ҡыуанысты күтәрә алмай, оҙон ғына буйлы, бик белемле рус егете Иван, аҡылына зәғифлек килеп, хыялый булды. “Иван Рыжий” тип йөрөтә инек уны. Ҡайтҡанда Финляндия, Швеция, Выборг аша ҡайттыҡ.
...Был ҡулъяҙманы 1971 йылдың ғинуарында тағы бер ҡат уҡып сыҡтым. Әгәр төшөмә инеп, уянып китһәм, “Әлдә төш икән” тип шатланып ҡуям...”


Стәрлебаш районы,

Ибраҡай ауылы.
Читайте нас