Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 12:35

Ул тормоштоң ҡәҙерен белә

Бынан 35 йыл элек – 1986 йылдың 26 апрелендә Украинала Чернобыль атом электр станцияһында көслө шартлау була.

Бынан 35 йыл элек – 1986 йылдың 26 апрелендә Украинала Чернобыль атом электр станцияһында көслө шартлау була. Унда 4-се блок зыян күрә. Һөҙөмтәлә Припять ҡалаһы һәм уның тирәләй үлемесле радиация тарала. Һандар теле менән әйткәндә, 200 тоннаға яҡын радиоактив матдә ырғытыла, йәғни зыян күләме йөҙҙәрсә тапҡырҙан артып китә. Ә Чернобыль халҡы Хиросимаға төшкән атом бомбаһы шартлауынан 90 тапҡыр артығыраҡ нурланыуға дусар була. Бөтәһе 160 мең квадрат километр биләмә бысрана.


Донъя кимәлендәге һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә бөтә илдән кешеләрҙе йыялар. Улар араһында Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылынан Идик Яҡупов та була.
Идик Зәки улының яҙмышы еңелдән булмай, ул һуғыш балаһы – 1942 йылда тыуған. Атаһы яу яланынан әйләнеп ҡайтмай, әсәһе биш бала менән тол ҡала. Һуғыш тамамланғанда ғаиләләге иң оло балаға бары – 13, ә Идик Зәки улына өс кенә йәш була. Әммә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй: ун йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм “Стәрле” колхозында хеҙмәт юлын башлай. Армиянан һуң да ошо хужалыҡта эшләүен дауам итә.

Ул заманда хәрби саҡырыуҙар ойоштороп, ҡайтанан әҙерлек йыйындары үткәреү буйынса даими эш алып барыла. 1969 йылда Идик Яҡуповты ла өс айға Һарытауға ебәрәләр. Ә инде 1986 йылдағы командировка уның хәтерендә онотолғоһоҙ бер ҡурҡыныс төш булып һаҡланып ҡала.
1986 йылдың 21 октябрендә уларҙы – 25 кешене Чернобыль атом электр станцияһын­дағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә алып китеү өсөн комиссия үтергә саҡыралар. Улар ай ярым Ырымбур өлкәһенең Тоцкий ҡалаһында әҙерлек үтә, ә 5 де­кабрҙә 12 генә егет Украинаға юллана. Уларҙы хәр­би частарға урынлаштырып, атом стан­цияһының 3-сө блогына эшкә йөрөтәләр. Идик Яҡупов 33 тапҡыр “ҡыҙыу зонаға” барып ҡайта.
– Ул ваҡытта ҡулға саҡырыу ҡағыҙы тот­торҙолар, әммә Чернобылгә тип әйтмә­неләр. Унда радиация матдәләренән таҙартыу эшен үтәнек. Бөгөн иһә Чернобылдә булған 12 кешенән дүртәүебеҙ иҫән ҡалды. Нурланышты һиҙмәйһең, ә ул һинең күҙәнәк­тәреңде тарҡата. Японияла 1945 йылда атом бомбаһы шартлағандан һуң япондар йәшел сәй эскәнен белеп, мин дә, уның файҙаһы бар­ҙыр тип, йәшел сәй эсәм, – ти Идик Зәки улы.

Ауыр тормош юлы Идик Яҡуповты сыныҡтыра һәм ул – тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәгән быуын вәкиле. Ҡатыны Рәйсә Ғүмәр ҡыҙы менән 55 йыл матур тормош көтәләр, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Донъяның тыныс булыуы, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәрҙең килеүе улар өсөн иң оло бәхет.
– Армияла күләмле зарарлау ҡоралы хәрби часында хеҙмәт итһәм дә, мин уның шул тиклем юҡ итеү көсөнә эйә булғанын аңламағанмын икән. Унда 30 километр диаметр арауыҡта бер кем дә йәшәмәй, тик эттәр генә йөрөй, ағастар һарғайышып ултыра. Әгәр ошондай төрҙә һуғыш башланһа, Ер йөҙөндә бер нәмә лә ҡалмаясаҡ. Шуға ла бындай афәтте Хоҙай күрһәтмәһен. Үлгәндәргә доға ҡылайыҡ, иҫәндәргә бәхетле ҡартлыҡ насип итһен, – ти Идик Яҡупов.
Читайте нас