Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 12:37

Улар беҙгә дуҫмы, дошманмы?

Депутаттар берәҙәк эттәр проблемаһын хәл итеү юлдарын тәҡдим итә.

Уҙған аҙнала Башҡортостанда бар илде шаңҡытҡан ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Учалы районының Сәфәр ауылында берәҙәк эттәр дүрт йәшлек малайҙы талап үлтерҙе. Фажиғә шәмбе көн иртә менән була. Малай үҙенең өйө янында велосипедта йөрөгән саҡта уға бер нисә берәҙәк эт ташлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер эт сабыйҙың боғаҙына йәбешә... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған йәрәхәттәрҙән бала урында һәләк була.


Ун йыл көтөп алған бала...


Ғаиләнең фажиғәһе бар республиканы тетрәндерҙе. Бер ғәйепһеҙ сабыйҙы йәлләмәгән кеше ҡалманы. Урындан төшөрөлгән видеоларҙы ҡарап күптәрҙең күҙҙәре сылан­ғандыр. Ә бындай ауыр ҡайғы кисергән ата-әсә... Әйтеүҙәренсә, улар әле һаман шок хәлендә, күңелдәре бындай ауыр яңылыҡҡа һаман ышанып етмәй. Уларға сабырлыҡ теләүҙән башҡа сара юҡ.


Хәбәрселәр сабыйҙың әсәһе менән аралашҡан. Айнур (исеме үҙгәртеп алынды) үҙенең тыуған көнөнә тиклем ун көн генә етмәгән. 27 апрелдә уның беренсе юбилейы – биш йәшен билдәләргә йыйын­ғандар. Ғаиләлә 15 йәшлек ҡыҙ бар. Улар икенсе балаларын бик оҙаҡ көткән һәм ун йыл үткәс кенә уллы булыу бәхетен кисергәндәр.


“Ул тышҡа уйнарға сыҡты, мин кер йыуып ҡалдым. 15-20 минуттан кер элергә сыҡҡай­ным, күршем килеп фажиғә тураһында әйтте. Сабыйым алыҫ та китмәгән бит, бер нисә йорт аша ғына йән биргән”, – тигән әсә кеше.


Әйткәндәй, ауыл кешеләре хәбәр ите­үенсә, эттәрҙең күбеһе шул уҡ көндә тотолған, тик иң уҫал икәүһе ҡасып өлгөргән. Аҙаҡ улары ла табылған, ахыры, тигән хәбәр­ҙәр килде, тик әлегә был дәлиллән­мәгән.


Енәйәт эштәре ҡуҙғатылды


Йыл һайын Башҡортостанда бихисап кеше төрлө йәнлектәрҙән тешләнеп медицина учреждениеларына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Уларҙың иң күбе эттәрҙең ташланыуына бәйле. Республиканың Ветеринария идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 150 мең самаһы берәҙәк эт иҫәпләнә. 2020 йылда эттәрҙең 251 кешегә ташланыу осрағы рәсми теркәлгән.


Эттәрҙең кешегә ташланыу осраҡтары йыш теркәлһә лә, бындай уҡ ҡанһыҙлыҡҡа еткән мәлдәре һирәк ине. Шуға күрә лә әлеге баланың үлеме үтә ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Был эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Осраҡты тәфтишселәр ҙә, прокуратура ла, башҡа вәкәләтле органдар ҙа төрлө яҡлап тикшерә башланы. Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин эште шәхси күҙәтеүе аҫтына алған. Әле беренсе ҡулға алыуҙар ҙа бар.


Киң матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, был енәйәт буйынса Учалы районы Сәфәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ҡулға алынған. Ул кеше үлеменә килтергән эшкә һалҡын ҡарау статьяһы буйынса ғәйепләнә. Тәфтишселәр фе­керенсә, тап уның бер нимә лә эшләмәүе сәбәпле Айнур һәләк булған.


Тәфтиш комитетының Башҡорт­остан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығына кешеләр күп тапҡыр мөрәжәғәт итеп, берәҙәк эттәр мәсьәләһен хәл итеүҙе һораған. Тик ул битарафлыҡ күрһәткән.


“Ул мөрәжәғәттәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырған һәм законда билдәләнгән тәртип буйынса йәнлектәрҙе тотоу өсөн Учалы районы хакимиәте килешеү төҙөгән махсус ойошмаға ғариза бирмәгән. Шулай уҡ район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итмәгән”, – тиҙәр ведомствола.


Депутаттар ниндәй фекерҙә?


Был хәл бар йәмәғәтселекте аяҡҡа баҫтырҙы, тиһәң дә хата булмаҫ. Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә ҙур фекер алышыуҙар, низағтар башланды. Һис шикһеҙ, күптәр баланы йәлләне, берәҙек эттәрҙе атырға кәрәк, тине. Шул уҡ ваҡытта араларында ҡырағайға әйләнеп бөткән йәнлектәрҙе яҡларға тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Улар бәләкәй балаһын яңғыҙы тышҡа сығарған әсәне әрләне. Ауылдарҙа был – ғәҙәти хәл, тип уны яҡ­лаусылар ҙа күп ине.


Нисек кенә булмаһын, фажиғә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тиҙ арала сираттан тыш “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылып, проб­леманы ентекләп өйрәнде.


Башҡортостандың Ветеринария идаралығы башлығы Азат Йыһан­шин белдереүенсә, республикала беренсе квартал һөҙөмтәләре буйынса, 38 муниципалитет берәҙәк хайуандарҙы тотоу өсөн бүленгән аҡсаны тулы кимәлдә үҙләштер­мәгән. Дөйөм алғанда, район һәм ҡалалар ошондай йәнлектәрҙе тотоу, дауалау, стерилләштереү өсөн 64 миллион һум аҡса алған.


Азат Йыһаншин фекеренсә, бөтә берәҙәк эттәрҙе аҫрау бик ҡиммәт, уларҙың һаны иң кәмендә 100 меңдән ашыу. Шуға тәртип өсөн уларҙы теркәргә, ә йортта йәшәгәндәрен селекцион ҡиммәт булмаһа, стерилләштерергә тәҡдим итте.


Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашҡан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Тимур Ғилмейәров фекеренсә, кемдең йәнлеге кешегә зыян килтерә, шул яуаплылыҡ тоторға тейеш, шул иҫәптән енәйәт яуаплылығына тиклем. Ә берәҙәк эттәрҙе биркалау шарт.


Депутат Гөлнара Бикбулатова белдереүенсә, федераль кимәлдә берәҙәк эт һәм бесәйҙәрҙе тотоп, чиптар ҡуйыу һәм стерилләште­реүҙе күҙ уңында тотҡан закон бар. Әммә был ғына саралар проблеманы хәл итмәй, эттәрҙең ҡайһы берҙәре барыбер кешегә ташлана, сөнки улар агрессив. Шулай уҡ был хайуандарҙың йоғошло сирҙәр таратыуы ла ихтимал.


Законға ярашлы, йортһоҙ йән­лектәрҙе муниципалитеттар тоторға тейеш. Тик уларҙы ҡайҙа урын­лаштырырға? Приюттарҙа урын етмәй...

Һөҙөмтәлә депутаттар Дәүләт Думаһына йәнлектәрҙе идентификациялау һәм иҫәптә тотоу өсөн мотлаҡ теркәү кәрәклеге тураһында ҡануниәт башланғысы тәҡдим итмәксе.


“Балаға ташланған эттәрҙең ҙур өлөшө берәҙәк булмағаны асыҡланды, уларҙың хужалары бар. Был турала урындағы халыҡ һөйләй. Учалы районында булған ваҡиға – фажиғәле осраҡлыҡтар сылбыры, тик уларҙың системалы нигеҙе бар. Әлеге хәл иртәме, һуңмы ошондай фажиғәгә килтерер ине”, – тине был турала Башҡорт­остан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.


“Кешелек меңәр йылдар дауамында эттәрҙе ҡулға өйрәткән, улар ярҙамсы, яҡлаусы булған. Ә әле кешеләр эттәрҙе ҡыҙыҡ өсөн ала һәм еңел генә баш тарта. Урам буйында ҡалған хайуан үҙенә аҙыҡ эҙләргә мәжбүр. Улар өйөрҙәргә туп­лана, арта, инстинкттары, агрессия барлыҡҡа килә. Хәҙер икенсе-өсөнсө быуын урамда йәшәгән эттәр күп, улар йортҡа, кешегә өйрән­мәгән, социалләштереү үтмәгән һәм ҡырағайлашҡан тип әйтергә лә мөмкин. Улар кеше өсөн дуҫ түгел”, – тигән фекер әйте Константин Толкачев.


Парламент спикеры фекеренсә, әлеге берәҙәк йәнлектәр менән эшләү системаһы урам буйындағы эттәр һанын кәметә лә, уларҙың агрессияһын бөтөрә лә алмай.


Эйе, кешеләр эттәрен урамға сығарып ташлауҙы туҡтатмай икән, хәл бер нисек тә үҙгәрмәйәсәк. Бер этте приютта аҫрау хаҡы йылына 20 мең һум тора, тимәк, аҡса менән был проблеманы хәл итеп булмай.


“Төп сәбәп – кешеләрҙең үҙ йорт хайуандары өсөн яуаплылыҡ тоймауында. Беҙ яҡын арала Дәүләт Думаһына закон проекты тәҡдим итмәксебеҙ, ул мотлаҡ рәүештә йорт хайуандарын теркәүҙе талап итәсәк. Был идентификация һәм иҫәп өсөн кәрәк. Закон бер нисә мөһим мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, юғалған йәнлек­тәрҙе табыу еңеләйәсәк, улар менән ирекле сәйәхәт итергә, күрәләтә этен ташлаған кешене яуаплы­лыҡ­ҡа тарттырырға мөмкин буласаҡ, йәнлектәр һәм кешеләр өсөн уртаҡ йоғошло сирҙәр йоҡтороу мөмкин­леге кәмейәсәк, кешегә ташланған эттең хужаһын табыу еңеләйәсәк. Был тәҡдимдәр кешеләргә йорт хайуандарына ҡарата яуаплыраҡ булырға булышлыҡ итәсәк”, – ти ул.


Ҡаршыңа берәҙәк эт килеп сыҡһа...


Закон буйынса был проблема хәл ителгәнсе күпме ваҡыт үтере билдәһеҙ. Ә эттәр бөгөндән ташлана. Нисек үҙеңде һәм балаларҙы һаҡларға һуң? Бер нисә кәңәш бирәбеҙ.


* Ҡаршығыҙға эт килеп сыҡһа, уны урап үтергә кәрәк. Бер ниндәй шарттарҙа ла йәнлеккә артығыҙ менән боролорға һәм ҡасырға ярамай. Этте күҙ уңынан ысҡындырмай ҡабырға менән үҙегеҙгә кәрәкле яҡҡа хәрәкәт итегеҙ, киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ.


* Әгәр эт үҙен агрессив тота һәм һеҙгә ташланырға әҙер икән, тирә-яҡҡа ҡарап таяҡ йәки яҡланыу өсөн башҡа предмет эҙләгеҙ. Сумкағыҙ бар икән, уның менән иң хәүефле урындарҙы – муйын һәм күкрәгегеҙҙе ҡаплағыҙ. Ҡул аҫтында бер нимә лә булмаһа – ҡулдары­ғыҙҙы алға һуҙығыҙ.
* Шулай уҡ ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ – үтеп барған кешеләрҙе саҡырығыҙ, 112 телефонына шылтыратып, ҡотҡарыусы­ларға хәбәр итегеҙ.
* Бәләкәй балаларға ныҡлап аңлатығыҙ: берәҙәк эттәргә яҡын барырға ярамай, уларҙың аҙығына теймәһендәр, йоҡонан уятмаһын­дар, ҡурҡытмаһындар, уларға теләһә ниндәй әйберҙәр ташлама­һандар һәм һыйпап ҡарарға тырышмаһындар.


* Берәҙәк эттәр күп урында йәшәйһегеҙ икән, электрошокер алып йөрөү ҙә артыҡ булмаҫ.
Йорт эттәренән зыян күрһәгеҙ, улар өсөн хужалары яуаплы. Язаның штраф рәүешендә булыуы ихтимал, шулай уҡ мотлаҡ һәм холоҡ төҙәтеү эштәре, ҡулға алыу һәм иректән мәхрүм ителеү ҙә мөмкин.

Зөлфирә ИБӘТУЛЛИНА, Учалы районы:

– Районыбыҙҙа булған был фажиғә мине ныҡ тетрәндерҙе. Берәҙәк эттәр ысынлап та күп, тик улар менән бер нимә лә эшләмәйҙәр. Закон тип уларҙы яҡлаған булалар, ә үҙҙәренең яҡын кешеһен, балаһын юғалтһалар, нимә тиерҙәр ине икән? Минең фекер кемгәлер оҡшамаһа ла әйтәм: уларҙы атыу йәки башҡа юл менән юҡ итеү яҡшыраҡ булыр ине. Йәлләйһегеҙ икән, алып ҡайтып, өйөгөҙҙә аҫрағыҙ, ә кешеләрҙе хәүефкә дусар итеү дөрөҫ түгел.


Алина (фамилияһын әйтмәне), Өфө ҡалаһы:

– Бер осраҡ арҡаһында бөтә кешеләрҙең эттәргә ҡаршы тора башлауы аптыратты. Эйе, ул бала ныҡ йәл. Тик балалар өсөн ата-әсә яуаплы бит, ни өсөн ҡарамаған, яңғыҙын сығарып ебәргән? Минең ике этем бар, улар тәртипле, ҡаралған. Эттәр беҙҙең дуҫтар, балаларым менән татыу йәшәй, улар менән бергә тышҡа сығарып ебәрһәм, ҡурҡмайым. Күрәләтә урам буйында йөрөгән эттәрҙе ата башлау проблеманы хәл итеү юлы түгел. Закон булһын һәм уның сиктәрендә эшләһендәр.
Читайте нас