Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы биргән һандар буйынса, төбәктә үткән өмәләр ваҡытында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарына 3,9 мең тонна сүп-сар сығарылған. Эшкә 4,7 мең берәмек техника йәлеп ителгән. Бөтөн республика буйынса 70 процент торлаҡ пунктта өмәләр үткән, уларҙа 350 мең кеше ҡатнашҡан.
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та экологик өмәлә ҡатнашты. Уның менән бергә сараға урынбаҫарҙары, Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты хеҙмәткәрҙәре лә сыҡты. Сара “Генуборка” Бөтөн Рәсәй акцияһы һәм республикала барған “Йәшел Башҡортостан” проектына ярашлы үткәрелде.
Андрей Назаров бындай сараларҙың мөһимлеген, ҡала-ауылдарҙың таҙарып, күркәмләнеп ҡалыуын билдәләне.
"Экологик өмә – электән килгән матур йола. Кешеләр берләшеп, үҙе йәшәгән биләмәне таҙалап бик файҙалы эш атҡара. Айырыуса ҡар ирегәндән һуң, тирә-яҡта сүптең күплеге күҙгә салына. Халыҡтың бер көс булып тупланып, көрәк, һепертке тотоп өмәләргә сығыуы мине ҡыуандыра. Беҙ бергәләп республиканы таҙараҡ һәм матурыраҡ итәбеҙ", - тине Андрей Назаров.
Өмәләр 8 майға тиклем дауам итәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.