Хоҡуҡ һаҡсыһын туҡмап, уның табель ҡоралын урлаған өсөн 31 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды, тип хәбәр итә республика прокуратураһы.
2019 йылдың июлендә Өфөләге "Әкиәт" барында һуғышҡан кешеләрҙе айырырға, хәл-ваҡиғаны асыҡларға килгән полицейскийҙы янъялсыларҙың береһе туҡмай. Һөҙөмтәлә тәртип һаҡсыһының мейеһе һелкенеүе, танауының һыныуы, күп төрлө күгәргән һәм һыҙырылған урындары булыуы теркәлгәне мәғлүм. Бынан тыш, һуғыш суҡмары уның табель ҡоралын алып ҡаса. Енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән кешене йыл ярым буйы эҙләйҙәр.
Яңыраҡ эҙенә төшөп тотолған ир, үҙ ғәйебен танымаһа ла, суд уны туғыҙ йылға иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарған.