Йәмғиәт
25 Апрель 2021, 11:00

Улар өс оло кешене тәрбиәгә алған

Мәүзидә инәйгә - 97, Нуретдин бабайға - 91, Рәшиҙә инәйгә 85 йәш. Йорт хужабикәһе Светлана һөйләүенсә...

Шишмә районынан Светлана менән Әлфир Мөрсәлимовтарҙың балалары ҙурайышып, күптән үҙаллы йәшәй. Өйҙә икеһе генә ҡалғас, улар приюттан өс оло кешене ҡарауға алырға батырсылыҡ иткән.
Күмәк булғас, ололарға ла күңелле: үҙ-ара аралашалар, кистәрен бергәләп йырлайҙар, бәйләм бәйләйҙәр, гәзит-журнал уҡыйҙар, үткән тормош хәтирәләре менән бүлешәләр.
Светлана үҙе элек шәфҡәт туташы булып эшләгән. Шунлыҡтан булмышына кешеләрҙе хәстәрләү тойғоһо мәңгелеккә һалынғандыр ҙа. Уның өйө һәр саҡ ҡараулы, таҙа, үҙе тәрбиәләнеүселәренә иғтибарлы, һәр береһенә уңайлылыҡ тыуҙырырға тырыша.
Хужабикәнең һөйләүенсә, ололарҙың һәр береһенең айырым бүлмәһе бар. Мәүзидә инәйгә - 97 йәш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәтере яҡшы, күпте белә, таҡмаҡтар йырлай. Нуретдин бабайға - 91 йәш, баянда уйнай. Рәшиҙә инәй 85-тә - араларында иң йәше. Бик шаян, йырларға ярата.


"Ике оло ҡатынды алдан белмәй инек, береһен дауахананан алдыҡ, икенсеһен социаль яҡлау органдары тәҡдим итте. Ә Нуретдин ағай - беҙҙең күрше, үҙе һорап килде. Ул ауылда мулла ине. Бына хәҙер ошолай күмәкләп йәшәп ятҡан көнөбөҙ", - ти Светлана.
Һүҙ ҙә юҡ, олоғайған көндәрендә төрлө сәбәп менән яңғыҙ ҡалған кешеләрҙе бергә туплап, хәстәрләп, йәшәйештәренә йән һәм йәм өргән был ғаилә бик сауаплы ғәмәл башҡара. Ошондай изге йәнлеләр булғанда, донъя яҡтыраҡ, сафыраҡ, нурлыраҡ.
Фото: i-gazetа.
Читайте нас