Дәүләкән районының Ивановка ауылында Советтар Союзы Геройҙары Василий Ильич Утинға һәм Николай Матвеевич Бусаргинға һәйкәл асыу тантанаһы булды, Ивановка ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Василий Утиндың исеме бирелде.
Сарала ауыл халҡы, ил сиген һаҡлау ғәскәрҙәре ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар, “Купол” хәрби-патриотик клубында тәрбиәләнеүселәр, йәш армеецтар ҡатнашты. Был көндә яҡташтары хаҡындағы иҫтәлекте мәңгеләштереү буйынса ҙур эш алып барған яугир-пограничниктар исеменә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, сөнки тап улар һәйкәл ҡуйырға тәҡдим иткән, проектты тормошҡа ашырыуға күп көс һалған. Әйткәндәй, урындағы эшҡыуарҙар ҙа был изге ғәмәлдән ситтә ҡалмаған.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Калининград өлкәһе буйынса сик буйы идаралығы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлаған, йәштәрҙе хәрби-ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индергән өсөн дәүләкәндәргә рәхмәт белдереп хат ебәргән.
Тантанала ҡатнашыусылар Ватанды һаҡлап һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды. Митингтан һәм һәйкәлдәргә сәскә һалғандан һуң мәктәп музейы буйлап экскурсия үткәрелде. Унда батырҙарға һәм Ивановка ауылы тарихына арналған экспозиция ойошторолған. Был көндә музей фондына яңы экспонаттар, шулай уҡ Василий Утин исемендәге сик буйы заставаһынан тупраҡ тапшырылды. Сара Ивановка мәктәбе уҡыусылары һәм район мәҙәниәт йорто филиалы артистары ҡатнашлығындағы концерт менән тамамланды.
Советтар Союзы Геройы Василий Утин 1918 йылда Ивановка ауылында тыуған. Ул 1941 йылдың 10 декабрендә Софьино-Раевка ауылы (әле Донецк өлкәһенең Оленевка ҡасабаһы) эргәһендәге һуғыштарҙа һәләк булған.
Николай Бусаргин 1919 йылда Дәүләкән районының Покровка ауылында тыуған. Чехословакияны азат итеү өсөн һуғыштарҙа ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә. 1946 йылдың майында уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Һуғыштан һуң армияла хеҙмәтен дауам итә.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.