Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала һәм ауылдарҙа йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү мәсьәләһен дә тикшерҙеләр.
Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе, Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты кураторы Ольга Сарапулова белдереүенсә, төбәктә йыл һайын булғандарын яңыртыу менән бергә 160 самаһы йәмәғәт киңлеге булдырыла. Уларҙың 25-е - үҙәк майҙандар һәм парк зоналары. Быйыл бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи үҙәктәрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып еңгән 18 проектты тамамларға тейештәр. Шуға күрә был урындарҙы артабан үҫтереү һәм мәғәнә менән тултырыу мәсьәләһе көнүҙәклеген юғалтмай.
"Беҙ 19 муниципалитет һәм республика башҡарма власть органдары араһында һораулама үткәрҙек, уның һөҙөмтәһе буйынса эштең төп йүнәлештәрен асыҡланыҡ, – тине ул. – Айырып алғанда, биләмәне йыйыштырыу һәм ҡорамалдарҙы ремонтлау, киңлектең ваҡиғалар календарын булдырыу мөһим. Беҙ йәмәғәт киңлектәре менән идара итеү системаһын индерергә тейешбеҙ. Тәү сиратта һүҙ ҙур объекттар тураһында бара".
Бынан тыш, ошо урындарҙа аҡса эшләүҙе лә арттырыу мөһим – даими нигеҙҙә парк һәм рекреация зоналарына бизнесты йәлеп итеү. Бының өсөн биләмәләрҙе оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алыуҙы ойошторорға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта балалар майҙансыҡтары һәм спорт әүҙемлектәренә кешеләр бушлай инә алырға тейеш.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҙур ҡалаларҙа парк-менеджер вазифаһын индерергә тәҡдим итте. Ул был биләмәләрҙе үҫтереү менән шөғөлләнергә тейеш.
"Беҙ күпләп аҡса һалған биләмәләр йәшәргә тейеш. Уларҙың уңайлы һәм кеше өсөн ҡыҙыҡ булыуы мөһим. Бындай белгестәр ҡайҙа кәрәк, тәҡдимдәр әҙерләгеҙ", – тине Андрей Назаров.