Төбәктә “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акциялары сиктәрендә 960 мең ағас ултыртылған. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы 23 апрелдән 23 майға тиклем урмандарҙы тергеҙеү буйынса айлыҡ та иғлан иткән.
24 майҙа иһә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыу айҡанлы “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акциялары башланды. Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондары был башланғысты күтәреп алды.
Ял көндәрендә урман хужалыҡтары эшселәре, битараф булмаған кешеләр, мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, коллективтар, башҡарма власть органдары етәкселәре, муниципалитет башлыҡары бер көс булып тупланып сараларҙа әүҙем ҡатнашты.
Статистик мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, йәшелләндереү сараларында йәмғеһе 116 мең кеше ҡатнашҡан, 960 мең ағас ултыртылған. Был ағастарҙың 808 меңе урман фондында, райондарҙа 22,5 мең ҙур ағас, 130,8 мең үҫенте һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылған.
Быйыл “Хәтер баҡсаһы” акцияһының төп саралары Шишмә районының Новая ауылы эргәһендә үтте, акция иһә 15 майға тиклем дауам итәсәк.
Айрат ИСКӘНДӘРОВ, Башҡортостандың Урман хужалығы министры ярҙамсыһы:
- Әлеге саралар бөтөн республика буйынса үтте. Халыҡ дәррәү ҡатнашты. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районында өс мең ағас ултыртылды. 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ишембайҙар йүкә, миләш, саған, ҡайын, шыршы ағастарына өҫтөнлөк бирҙе. Ә Еңеү Паркында “Хәтер баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә алма баҡсаһы булдырҙылар. Нуримандар ҙа акцияларға әүҙем ҡушылды. Бер гектар майҙанда ике меңдән ашыу шыршы, ә Нимесләр ауылының оло юл буйында өс метрлыҡ 500 ҡарағай ултыртылды.
Фото: Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы сайтынан алынды.