Йәмғиәт
26 Апреля 2021, 12:00

Санкинға тағы суд булды

Бөгөн педифилдың ғүмерен ҡыйған ир һәм фекерҙәштәре уны иреккә сығарырҙар тип өмөтләнһә лә, суд аппелляцияны өлөшлөтә ҡәнәғәтләндергән. Асыҡланыуынса...

Бөгөн Башҡортостандың Юғары суды 37 йәшлек Владимир Санкиндың енәйәт эшенә ҡағылышлы аппеляцияны ҡараны.
Мәғлүм булыуынса, былтыр ғинуарҙа Санкин педофил тип күҙаллаған, үҫмерҙәргә бәйләнгән әҙәмде туҡмап үлтергән.
Ул автосервистан ҡайтып барған, шул ваҡыт уға үҫмерҙәр йүгереп килеп, ярҙам итеүен үтенгән.
Йәнәһе, малайҙың дуҫын бер ир фатирҙа көсләп тота, уға балта менән янай, көсләргә теләй... Санкин ярҙамға ташланған, ярымяланғас ирҙе урамға сығарып туҡмай башлаған.
54 йәшлек Владимир Зайцев “ашығыс ярҙам” машинаһында йән биргән. Аҙаҡ уның ауыр енәйәттәр, шул иҫәптән үҫмерҙе көсләгән өсөн төрмәлә ултырғаны асыҡланған. Тимәк, ул иреккә сыҡҡас, тағы элекке ғәҙәттәренә тотонған, килеп сыға. Әммә тәфтишселәр Зайцев үҫмерҙәрҙе фатирҙа көсләп тотмаған, тигән фекерҙә. Тимәк, Санкин уға ҡарата үҙ белдеге менән язалау ойошторған.
Быға тиклем район суды присяжныйҙар коллегияһы менән берлектә Санкинды ғәйепле тип табып, уны 8 йылға иркенән мәхрүм итергә, тигән ҡарар сығарғайны.
Санкин да, уның адвокаттары ла был ҡарар менән риза булмаһа, йәмәғәтселек ике лагерға бүленгән. Бәғзеләр педофилдың ғүмерен ҡыйған кешене “халыҡ геройы” тип атаһа, башҡалар кеше үлтереүсе төрмәлө ултырырға тейеш, тип иҫәпләй.
Хәл Рәсәй кимәлендә резонанс тыуҙырҙы, илдең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин тәфтишселәргә хәлдең бар нескәлектәрен асыҡларға ҡушты.
Бөгөн иһә Санкин һәм фекерҙәштәре, уны иреккә сығарырҙар тип өмөтләнһә лә, суд аппелляцияны өлөшлөтә ҡәнәғәтләндергән: яза срогы 8 йылдан ике йылға ҡыҫҡартылып, хәҙер 6 йыл тәшкил итәсәк, яза ҡаты режимлы колонияла үтәсәк.
Санкин тикшереү изоляторында һәм өйҙәге арест аҫтында ултырған осор ҙа дөйөм срокка индереләсәк.
Йомшартылған хөкөм ҡарары Владимир Санкинды тағы ла ҡәнәғәтләндермәгән. Уның адвокаты, билдәле юрист Шота Горгадзе аппеляция ҡарарына кассация ялыуы бирергә вәғәҙә итә.
Фото: im.kommersant.ru
Читайте нас