Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Совет майҙанын реконструкциялау буйынса тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Өфөләге Совет майҙанын реконструкциялау – мин бөтә күңелемде һалған һәм шәхсән ҡыҙыҡһынған проекттарҙың береһе. Биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштең бер өлөшөн тамамланыҡ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл буйынса конкурс үткәрҙек. Унда яҡташыбыҙ, скульптор Салауат Щербаков еңеп сыҡты.
Был ваҡиғаның минең өсөн генә түгел, башҡалар өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә булыуына ҡыуандым. Дүрт художество академигы – Геннадий Провоторов, Александр Тантлевский, Любовь Ширшова, Татьяна Скоробогатова – һәм һәйкәлдең авторы Салауат Щербаков миңә мөрәжәғәт итте. Улар билдәләүенсә, Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәлен архитектур ансамбль – колоннада менән тулыландырмаһаҡ, Совет майҙанын реконструкциялау буйынса тырышлығыбыҙ тейешле һөҙөмтәне бирмәҫ. Был тәҡдимдәр реконструкция проектына ниндәйҙер үҙгәрештәр индереүҙе талап итәсәк, ағас ултыртырға тура киләсәк.
Ҡарап тороуға, миңә оҡшаны. Академиктарыбыҙҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға кәрәк, тип уйлайым. Яңыртылған проект визуализацияһын ҡарап, фекер алышырға тәҡдим итәм”, – тип яҙған республика Башлығы.