Йәмғиәт
26 Апреля 2021, 15:30

Журналист үҙен яҡлай аламы?

Был һөнәр донъяла иң хәүефлеләрҙең береһе тип һанала. Ошоно иҫәптә тотоп, бөгөн "Торатау"ҙа мөһим семинар уҙғарылды.

“Торатау” конгресс-холында республика журналистары өсөн “Һүҙ көсө” тип аталған Бөтә Рәсәй семинары ойошторолдо. Уны Башҡортостан Журналистар союзы, Рәсәй Алыш сәнғәте союзы ойошторҙо.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов билдәләүенсә, бындай сара Рәсәйҙең биш кенә ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә үткәрелә. "Һүҙ көсө" семинары тап хәҙерге ваҡытта кәрәкле һанала, айырыуса ҡатын-ҡыҙ журналистар өсөн.
"Шәхсән үҙемә килгәндә, журналистарға һөжүм итеү буйынса мөрәжәғәт булманы, ә бына “Өмөт” гәзите хәбәрселәре ошондай сетерекле һәм ҡурҡыныс хәл менән осрашҡан", – тине Вәдүт Ғәйфулла улы.
Билдәле булыуынса, журналист һөнәре донъяла иң хәүефлеләрҙең береһе тип һанала. Шуны күҙ уңында тотоп уҙғарылды ла инде был сара. Ысынлап та, насар уйлы әҙәм көтмәгәндә һөжүм иткәндә ни эшләргә? Рәсәй каратэ федерацияһының Орлов бүлексәһе етәксеһе Юрий Семенихин һаҡланыуҙың ябай ғына ысулдарын өйрәтте.
Семинар федераль грант нигеҙендә ойошторолдо.
Фотолар: "Башинформ".
Читайте нас