Йәмғиәт
27 Апрель 2021, 15:46

Ҡайһы илдә нимә ярамай?

Пандемия арҡаһында сит илдәрҙә ял итеү, сәйәхәткә юлланыу мөмкинлеге бер аҙ сикләнде. Шулай ҙа тормош дауам итә: кешеләр рөхсәт булған илдәргә ял итергә йөрөй башланы. Яҡын киләсәктә, заман зәхмәте тулыһынса еңелеп, сиктәр асылыр, элеккесә һәр кем теләгән урынына барыу, сәйәхәт итеү мөмкинлегенә эйә булыр, тип ышанайыҡ. Ә бөгөн һеҙҙең иғтибарға ҡайһы илдә ниндәй тыйыуҙар барлығы хаҡында иҫкәртмәксебеҙ. Уларҙы белеү һис тә зыян итмәҫ.

3 Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәмәғәт урындарында иҫерткес эсемлектәр эсеү, хатта иҫерек килеш йөрөү ҡәтғи тыйыла. Спиртлы эсемлектәрҙе махсус лицензияһы булған учреждениеларҙа ғына ҡулланып була. Беҙҙәге ише унда ла йәш сикләүҙәре бар: Дубайҙа – 18 йәше, Абу-Дабиҙа 21 йәше тулмағандарға бындай эсемлектәр һатылмай. Шулай уҡ был илдә рәсми никахта тормаған кешеләр ҡунаҡханала уртаҡ бүлмә ала алмай.

3 Италияла пиццаны ҡул менән тотоп ашау әҙәпһеҙлек билдәһе һанала. Итальяндар был осраҡта бысаҡ һәм сәнске ярҙамында туҡланыуҙы хуп күрә.

3 Кариб бассейнына ҡараған илдәрҙә (Барбадос, Антигуа, Санта Лючия, Сент Винсент, Ямайка) камуфляж төҫөндәге кейем ҡәтғи тыйыла, был хатта балаларға ла ҡағыла. Уларҙа бындай биҙәкле кейемдә хәрбиҙәр генә йөрөй ала. Тәртип боҙоусыларға ҡарата штраф йәки төрмә ҡаралған.

3 Сингапурҙа йәмәғәт урындарында эт, бесәй һәм башҡа йорт хайуандары менән йөрөү тыйыла. Уларҙы үҙең менән алып барған осраҡта ла ҡунаҡханала ғына тоторға рөхсәт ителә. Шулай уҡ был илдә кәнфит ҡағыҙын йәки буш шешәне сүп-сар һауытына ташламаған өсөн дә ҙур ғына штрафҡа юлығырға мөмкин. Тағы ла йәмәғәт транспортында ризыҡ (мәҫәлән, беҙҙәге кеүек туңдырма) ашарға бөтөнләй ярамай.

3 Таиландта төндә һыҙғырыу тыйыла. Урындағы халыҡ быны насар көстәрҙе саҡырыу тип ҡабул итәсәк. Тай халҡы шулай уҡ үҙҙәренең короле тураһында кире фекер ишетеүҙе бик ауыр кисерә. Аяҡты өҫтәлгә, хатта ултырғысҡа һалыу, нимәгәлер аяҡ менән күрһәтеү ҙә – улар өсөн әҙәпһеҙлек билдәһе.

3 Ҡытайҙа сәйҙе һөтһөҙ эсәләр. Әгәр хужанан сәйгә һөт ҡойоуҙы һораһағыҙ, бының менән уны бик ныҡ үпкәләтеүегеҙ ихтимал. Шулай уҡ был илдә осрашҡанда ҡосаҡлашыу, үбешеү ғәҙәте юҡ, был ғәмәлде бер-береһенә үтә яҡын кешеләр генә башҡара ала.

3 Австрияла паспортың һәр ваҡыт үҙең менән булырға тейеш. Урындағы закондарға ярашлы, был талап туристар өсөн дә мотлаҡ һанала. Мәҫәлән, водитель таныҡлығы шәхесте танытҡан документ булып һанала алмай.

Фото: pixabay.com
Читайте нас