Йәмғиәт
27 Апрель 2021, 15:56

Бәлки, иҫләүселәр барҙыр…

Мин үҙем Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылында тыуып үҫкәнмен. Әле Мәсәғүт ауылында йәшәйем. Гәзит уҡыусылар иғтибарына 1963-1964 йылдарҙа булған хәлде бәйән итмәксемен.

Мин үҙем Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылында тыуып үҫкәнмен. Әле Мәсәғүт ауылында йәшәйем. Гәзит уҡыусылар иғтибарына 1963-1964 йылдарҙа булған хәлде бәйән итмәксемен.


Беҙҙең ауылдыҡылар Урғалалағы урман хужалығында эшләгән. Һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпләп урман ҡырҡып оҙатҡандар. Бер мәл ауылда шундай хәбәр таралды: имеш, әллә Урғалала, әллә Матвеевкала элек фашистарға хеҙмәт иткән полицайҙы тотҡандар. Был хаҡта “Совет Башҡортостаны” гәзитендә “Өлгөрбай яҙмалары” тигән рубрикала мәҡәлә лә баҫылып сыҡты.
Беҙҙең өйгә апайҙар, әбейҙәр шул мәҡәләне тыңларға килә башланы. Мин килгән бер кешегә әлеге хәбәрҙе уҡып ишеттерәм. Шуның өсөн, әллә нисә тапҡыр уҡығас, хәтерҙә ныҡ ҡалған. Был фажиғәнең ҡайһы төбәктә булыуын аныҡ ҡына иҫләмәйем: Рәсәйҙәме, әллә Украина, Белоруссия яҡтарындамы, тип яҙылғайны.
…Фашистар ауыл халҡын ниндәйҙер һарайға бикләгән дә ут төрткән. Шул саҡта бәләкәй генә малай өләсәһе менән урманға бәшмәккәме, еләккәме киткән булған. Урмандан ҡайтып килгәндә ошо фажиғәгә шаһит булғандар. Немецтарҙың бер офицерымы, әллә уларға ялланған һатлыҡйән әҙәмме бигерәк ҡанһыҙ ҡылана: ут ялмаған һарайҙан ҡасырға маташҡандарҙы шунда уҡ атып торған. Малайҙың өләсәһе улына: “Улым, был йыртҡыс кешене ғүмереңдә лә онотма, иҫеңдә тот”, – тигән.
Йылдар үткән. Малай үҫкән, ниндәй һөнәр эйәһе булғандыр, мәҡәләнең ул өлөшөн иҫләмәйем. Егетте Силәбе ҡалаһына командировкаға ебәргәндәр. Ул Ҡуҫа районына эш сәфәренә килгән. 60-сы йылдарҙа халыҡ Златоуста, Силәбегә поезда ғына йөрөгән. Шул поезда егет теге йыртҡыс әҙәмде осрата. Был кешене бер ҡасан да оноторлоҡ түгел, сөнки уның битендә бик ҙур яра эҙе була. Егет уны танығанын белдермәгән, ә Силәбегә барғас, Дәүләт именлек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән. Тикшереү башланған һәм был кешенең малайҙың күҙ алдында ауыл халҡын яндырған фашист булыуы асыҡланған.
Бәлки, гәзит уҡыусылар араһында шул мәҡәләне, ошо хәлде иҫләүселәр, баяғы егеттең артабанғы яҙмышын белеүселәр барҙыр. Бәлки, редакцияға яҙып ебәреүселәр ҙә булыр…
Дыуан районы.
Читайте нас