Йәмғиәт
27 Апрель 2021, 15:40

Бала – тал сыбыҡ

Аралаша белеү ҡеүәһе ғаиләлә һалына.

“Йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән азат булып булмай”, – тигән бынан бер быуат элек үк пролетариат юлбашсыһы. Владимир Ленин был һүҙҙәрҙе, әлбиттә, сәйәси юҫыҡҡа бәйләп әйткән, ә асылда улар һәр заманда ла көнүҙәк булып ҡала, сөнки кешеләр үҙ-ара аралашмайынса, мөнәсәбәттәр ҡормайынса йәшәй алмай. Аралашыу әҙәбе тәү башлап ғаиләлә һалына, артабан балалар баҡсаһы, мәктәп, коллектив, ғөмүмән, дөйөм йәмғиәт йоғонтоһонда нығына. Балаң бәләкәйҙән кешеләр менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороп өйрәнһен, иң ябай әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен белһен өсөн нимәләргә иғтибар итергә? Тыйыуҙың сиктәрен нисек билдәләргә?


Ата-әсә балаһына өлгө булырға тейеш


Бер йәш әсәй башҡа ерҙә үҙен тәртипле тотҡан балаһының өйҙә алмашынған кеүек булыуы хаҡында һөйләне. Ысынлап та, бәләкәс кенә кешенең туғандарына, яҡындарына ҡарата тупаҫ мөғәмәләһе хайран ҡалдырырлыҡ.
“Дүрт йәшлек ҡыҙыма һүҙ әйтеп булмай: атаһына ла, миңә лә, үҫмер ағаһына ла ҡаршы өндәшә, ҡайһы берҙә ҡул күтәреүҙән дә тартынмай. Кейемдәрен, уйынсыҡтарын йыймай, беҙ әйткәнде ҡолағына ла элмәй, әгәр уныңса түгел икән, яр һалып илай... Өйгә ҡунаҡтар килһә, ҡыҙым уларға ла холҡон күрһәтә. Уның шундай ҡылыҡтары арҡаһында килгән кешеләр алдында оят булып китә. Артыҡ иркәләтеп, барыһын да уныңса ғына эшләп, боҙҙоҡ шикелле...”
Был хәлгә юғары категориялы психолог Ғәлиә Сәлихова бына ниндәй аңлатма бирҙе:

– Агрессия – ул ниндәйҙер эштең килеп сыҡмауына, пландарҙың боҙолоуына, тыйыуҙарға, сикләүҙәргә ҡарата тыуған яуап. Балалар агрессияһы мәктәпкәсә йәшкә тиклемге осорҙа айырыуса асыҡ сағылыш тапһа, ете-һигеҙ йәштәрҙә ул кәмеүгә ыңғайлай. Психологтар быны баланың әлеге йәштә сетерекле мәлдәрҙе хәҙер инде икенсе юл менән хәл итергә өйрәнеүе, кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә ниндәйҙер тәжрибә туплауы, башҡаларҙың уй-хистәрен һәм ҡылыҡтарын аңлай башлауы менән дәлилләй.
Баланың үҙен агрессив тотоуында күп нәмә ата-әсәнең был күренеште нисек ҡабул итеүенә бәйле. Кескәйҙәрҙең йәмһеҙ ҡылыҡтары өсөн яза биреү менән тыйыуға ҡарағанда, иғтибар һәм аңлау мөһимерәк. Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, ярһыу балалар үҙҙәре лә белмәйенсә “ябыҡ ҡулса” эсендә ҡала: алама ҡылыҡтары менән улар тирә-йүндәге кешеләрҙе үҙҙәренән биҙҙерә һәм башҡаларҙың һалҡын мөнәсәбәте кескәйҙәрҙә асыуҙы арттыра ғына. Бындай балалар менән тиҫтерҙәренең дуҫлашырға, уйнарға теләге һүрелә, һөҙөмтәлә “һуғыш суҡмарҙары” яңғыҙлыҡта тороп ҡала, – тип аңлатты белгес.
“Ундай тәртип өсөн язаға тарттырырға кәрәкме?” тигән һорау ҙа борсойҙор ата-әсәне. Психологтар әйтеүенсә, әгәр бала бер тапҡыр агрессия ярҙамында үҙенең маҡсатына ирешә алһа, башҡа ваҡытта ла шул юл менән эш итергә теләйәсәк. Әммә яза биреү ҙә ярһыуҙың көсәйеүенә генә килтерә. Балаға уның агрессив тәртибе башҡа кешеләргә оҡшамауын төшөндөрөргә кәрәк һәм бының өсөн ата-әсә уға нимәнелер тыйырға хоҡуҡлы: мәҫәлән, урамға уйнарға сығыу, йәнһүрәт ҡарау. Беҙҙең һәр ҡылығыбыҙ, эштәребеҙ ниндәйҙер эҙемтәләргә килтерә, һәм ул быны ни тиклем иртәрәк аңлаһа, уға кешеләр менән мөнәсәбәт ҡорғанда еңелерәк буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта баланың үҙ холҡон үҙгәртеү юҫығында эшләгән тәүге ыңғай аҙымдарын, кескәй генә еңеүҙәрен дә күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, уны хуплау тәртипте нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
Ғәҙәттә, үтә әүҙем, тиҙ ярһыусан балалар хәрәкәтләнергә ярата, шуға күрә белгестәр уларҙы төрлө спорт түңәрәктәренә һәм секцияларға мөмкин тиклем иртәрәк бирергә кәңәш итә. Әгәр ҙә бындай мөмкинлек юҡ икән, өйҙә бәләкәй генә булһа ла спорт йәки уйын мөйөшө булдырығыҙ, бала һикереү, йүгереү, үрмәләү, туп менән уйнау кеүек хәрәкәттәр аша үҙенең энергияһын “тыныс маҡсатта” файҙалана алһын. Шулай уҡ төрлө уйын ярҙамында ла кире күренештәрҙән арынырға мөмкин. Ярһыуыңды, асыуыңды ҡағыҙға төшөрөп, һүрәт эшләү ҙә бер ни тиклем еңеллек килтерә.
– Ата-әсә иң тәүҙә үҙен ҡулда тота белергә, балаһына өлгө булырға тейеш. Ғаиләлә ҡаты мөғәмәләне күреп үҫкән бала бындай тәртип моделен башҡа урында ла ҡуллана башлай. Атай-әсәй балаһының ҡылығына ҡарата хис-тойғоһон да әйтеп үтә ала: “Һин кейемдәреңде туҙҙырып, уйынсыҡтарыңды боҙоп ташлаған ваҡытта миңә ҡыйын булды. Әйҙә, башҡа улай итмәҫкә тырышайыҡ, – тип кәңәш бирҙе әлеге осраҡ буйынса психолог Ғәлиә Әхәт ҡыҙы. – Әгәр ҙә бала һуғыш сюжетына ҡоролған фильмдарҙы йыш ҡарай, компьютер уйындарын өҙлөкһөҙ уйнай икән, ул еңелеү белмәҫ һәм бер ниндәй закондарға буйһонмаҫ герой йоғонтоһона бирелеп, үҙен шул рәүешле тота башлауы ихтимал. Шунлыҡтан ниндәй фильмдар, йәнһүрәттәр ҡарауын, уйындар уйнауын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Баланың тәртибенә ҡағылышлы әңгәмәне уның менән икәүҙән-икәү генә ҡорорға кәрәк, башҡа туғандарының һәм сит кешеләрҙең шаһитлығы был осраҡта артыҡ. Шулай уҡ атай менән әсәйҙең бер һүҙле, мәсьәләгә бер ҡарашта булыуы шарт.


Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар...


Ҡунаҡсыллыҡ – халҡыбыҙға элек-электән хас сифат. Хатта саҡы­рылмаған кешене лә оло ҡунаҡ тип ҡабул иткәндәр, уға айырыуса ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәндәр, сөнки уның Аллаһ илсеһе йәки Хызыр Ильяс булыуы ихтимал тип ҡарағандар.
Бынан байтаҡ йылдар элек таныштар ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ике бүлмәле ғәҙәти генә ҡала фатиры. Күптән күрешмәгәс, өс-дүрт ғаилә күңелле генә аралашып ултырҙыҡ. Бер мәл хужаларҙың берҙән-бер улы мендәр һәм юрған тотоп килеп сыҡты ла ҡунаҡтар ултырған диванға, кеше­ләрҙең артынан үтеп, урын һала башланы. Әлбиттә, беҙ баланың йоҡларға теләүен аңланыҡ та, йәһәт кенә хушлашып, өҫтәл янынан тороп, ҡайтыу яғын ҡараныҡ. Атай менән әсәй аптырашта ҡалды. “Улым, бөгөнгә беҙҙең йоҡо бүлмәһендә ятып торһаң да булыр ине...” тип өндәшеүҙәренә ун йәштәр самаһындағы малай: “Үҙемдең урынымда йоҡлағым килә!” – тип яуапланы.
Хужалар килеп тыуған хәлгә ныҡ уңайһыҙланды, ҡат-ҡат ғәфү үтенеп, оҙатып тороп ҡалды. Беҙ ҙә уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерҙек, күңелдә кешеләргә ҡамасаулыҡ тыуҙырыу хисе барлыҡҡа килде. Был хәлде булдырмау мөмкин инеме? Эйе, әлбиттә. Әгәр атай менән әсәй улдары менән алдан уҡ һөйләшеп, килешеп ҡуйһа, бала ла кеше алдында үҙен улай тотмаҫ ине, моғайын.
Балаларға ҡунаҡ килгәндә йәки ҡунаҡҡа барғанда, күмәк кеше йыйылған сараларҙа үҙеңде әҙәпле тотоу ғәҙәтен бәләкәйҙән өйрәтеү зарур. Былар барыһы ла уның киләсәктә кешеләр менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороуына, коллективта үҙ кеше булыуына, хатта тормошта үҙ урынын табыуына йоғонто яһай.
Ҡунаҡ саҡырыуға, ҡунаҡта үҙеңде тотоуға бәйле иң ябай ҡағиҙәләрҙе барлайыҡ:

* Саҡырасаҡ ҡунаҡтарығыҙға иртәрәк хәбәр итергә тырышығыҙ. Кемдеңдер килә алмауын белһәгеҙ, уның урынына көнөндә, сәғәтендә башҡа кешегә әйтеү килешмәй.

* Ҡунаҡтарығыҙҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, һәр береһе менән ихлас мөнәсәбәттә булығыҙ. Кәйефегеҙ ҡырылып йәки бер аҙ сирләп торған хәлдә лә һытыҡ йөҙ, ризаһыҙлыҡ белдермәгеҙ. Сирләгән осраҡта ҡунаҡты кисектереп торорға ла мөмкин.

* Табында кемгәлер айырым иғтибар күрһәтмәгеҙ. Араларында ни тиклем ныҡ хөрмәт иткән кешеләрегеҙ булмаһын, бөтә ҡунаҡтарығыҙға ла тигеҙ ҡарағыҙ.

* Таныштырғанда йәки табында ҡунағығыҙҙың хәтерен ҡалдырырлыҡ һүҙ һөйләмәгеҙ, уға бәйле икәү-ара ғына белгән хәбәрҙәрҙе күмәк кешегә сығармағыҙ.

* Әгәр өйҙә бәләкәй балалар булһа йәки ҡунаҡтарығыҙ бала менән килһә, улар өсөн икенсе бүлмәлә айырым өҫтәл әҙерләргә тырышығыҙ. Балаларҙың ололар һүҙенә ҡыҫылып ултырыуы – йәмһеҙ күренеш. Был талап ғаилә табындарына, өләсәй-олатай янына ҡунаҡҡа барыуға ҡағылмай, әлбиттә.

* Табындағы ризыҡтарҙы мотлаҡ ашау талабы менән ҡыҫтамағыҙ, нимә ашарға икәнен ҡунаҡ үҙе хәл итә.

* Саҡырған ҡунаҡтарығыҙҙы рәхмәт әйтеп, килеүҙәре өсөн шат булыуығыҙҙы белдереп оҙатып ҡалығыҙ. Беҙҙең халыҡта күстәнәс, бүләк биреү кеүек матур йолалар электән килә.

* Берәйһенең үҙен тотошо, ҡылығы оҡшамаған хәлдә лә бер ҡасан да ҡунаҡ артынан кемделер яманлап һөйләмәгеҙ.

Саҡырыусы ғына түгел, ҡунаҡ үҙе лә әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен белергә тейеш:

* Саҡырылған ергә мотлаҡ барырға тырышығыҙ. Бара алмаһағыҙ, был хаҡта мөмкин тиклем иртәрәк хәбәр итегеҙ. Туй, юбилей кеүек саралар кафе һәм ресторанда үткәрелгән заманда был бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки ундай урындарҙа кеше иҫәбен алдан белергә, шуға ҡарап заказ яһарға кәрәк.

* Хужалар табынды асмайынса ашай башламағыҙ. Ни тиклем асыҡҡан булһағыҙ ҙа йәки табындағы ризыҡтар ни хәтлем тәмле тойолһа ла, сама белегеҙ. Самалап ашау – күркәм холоҡ, тәрбиәлелек билдәһе һәм сәләмәтлек нигеҙе. Ошондай хәҙис тә бар: “Кеше тултыра торған иң насар һауыт – ул ашҡаҙандыр. Хәл инерлек кенә ашарға кәрәк. Ашҡаҙандың өстән бер өлөшө – ризыҡҡа, йәнә өстән бере – һыуға, ҡалған өлөшө тын алырға ҡалһын”.

* Алдығыҙҙағы тәрилкәгә ризыҡты ашап бөтөрлөк итеп кенә һалып алығыҙ. Беҙҙең халыҡта аш ҡалдырыу хупланмай, бәрәкәт китә тип һанала. “Ямандан ярты ҡашыҡ аш ҡалыр” тигән әйтем дә тап ошо хаҡта.

* Табында үтә ҡысҡырып һөйләү, көлөү, телмәр тотҡан кешене бүлдереү килешмәй. Шулай уҡ әҙәпһеҙ көләмәстәр, ерәнеү тойғоһо барлыҡҡа килтерерлек хәлдәр тураһында һөйләү ҙә табындың йәмен ебәрәсәк.

* Ҡунаҡҡа ваҡытында килеп, мәлендә ҡайта белегеҙ. Хужаларға ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп хушлашығыҙ.
Читайте нас