Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2021, 20:28

Бай тарихлы боронғо ерҙә

Бында хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡтар көн итә.

Беренсе Этҡол – Баймаҡ районында бай тарихлы боронғо ауылдарҙың береһе. Йәш һәм дәртле Юлдаш Раев биләмә етәксеһе итеп тәғәйенләнгән. Бер йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ауыл ерендә төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эш башҡарылған, урамдар матурланған, иман йорттарына ҡот ингән, халыҡта ышаныс уянған.


Тарих йылъяҙмаһынан


Ауыл биләмәһенә Ғәҙелбай менән Шүлкә ауылдары ҡарай. Беренсе Этҡолда 276 хужалыҡта бер меңдән ашыу кеше йәшәй, Ғәҙелбайҙа 90 йортта – 323 кеше, 54 хужалыҡ тәшкил иткән Шүлкәлә – 110 кеше. Ҡасандыр гөрләп торған Беренсе Этҡол һуңғы йылдарҙа бер аҙ һүнеп ҡалған, сөнки йәштәр ҡалаға китә, тыуым да йылдан-йыл кәмей, яңы йорттар ҙа күтәрелмәй. Эшһеҙлек проблемаһы ла ауылды ситләтеп үтмәгән, “йәшел йылан” менән дуҫ булыусылар ҙа, уны һатыусылар ҙа бар. Урал аръяғы райондарынан ғына түгел, республиканың башҡа район һәм ҡалаларынан да килеп, төбәктә тәүгеләрҙән булып асылған Беренсе Этҡол компьютер лицейы бинаһы ла хәҙер буш тора.
Ауылда Батыргәрәй Юлыев исемендәге урта мәктәп, “Яҙгөл” балалар баҡсаһы, почта бүлексәһе, Һаҡлыҡ банкы филиалы, мәҙәниәт йорто, табиплыҡ амбулаторияһы, шәхси магазиндар, иман йорто бар. Ауылдың тәүге исеме – Ямаш, халыҡ телендә әле лә шулай атала.
Ауыл тарихы тураһындағы мәғлүмәттәр элекке география һәм тарих фәндәре уҡытыусыһы, мәрхүм Ҡаһарман Арыҫланов яҙмаларынан алынды.

Бөрйән ырыуы кешеләре тарафынан нигеҙләнгән Беренсе Этҡол (Ямаш) – тарихҡа бай ауылдарҙың береһе. Бөрйәндәрҙең бында килеп төпләнеүенә – 500 – 600 йыл тирәһе. Улар Ағиҙелдең үрге ағымында ҙур майҙанды биләп торған, ә Һаҡмар буйында бер кем дә йәшәмәгән. Ағиҙел буйҙарында мал көтөү өсөн ерҙәр аҙ булғанлыҡтан, башҡорттар, Урал тауҙары аша сығып, был яҡтарға йәйләүгә һәм көҙләүгә мал-тыуары менән күсеп килә торған булған.
Бөрйән башҡорттары бер ваҡыт ҡышлауға ҡайтып барғанда, ауырыу атты ҡалдырып китергә мәжбүр була. Икенсе йылдың яҙында ошо уҡ ерҙәргә килгәндән һуң, улар үҙҙәре ҡалдырып киткән ауырыу атты таҙа, һимеҙ килеш күреп хайран ҡалған. Ағалы-ҡустылы Монаш менән Ямаш ошо яҡтарҙа төпләнергә була. Монаш (хәҙер – Сыңғыҙ) үрҙәрәк, ә Ямаш Һаҡмар йылғаһының түбәнге яғындараҡ нигеҙ ҡорған. Һуңынан бында башҡа бөрйәндәр ҙә күсенә, шулай уҡ яңы ауылдар барлыҡҡа килә.
1816 йылда үткәрелгән дүртенсе рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, Беренсе Этҡолда 111 ир-ат, 86 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Бишенсе халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса 68 йортта 501 кеше теркәлгән. 1859 йылда 84 йортта – 532, 1885 йылда 561 кеше йәшәүе билдәле. Совет власы йылдарында тәүге тапҡыр халыҡ иҫәбен алғанда, 784 кеше йәшәгән. Ҡышлыуар йылғаһы буйында урынлашҡан Яңы Кинйәбулатта – 1859 йылда 30 йортта 204 кеше, 1920 йылда 63 йортта 318 башҡорт йәшәгән һәм Беренсе Этҡол ауылына ҡушылған.
1864 йылда Беренсе Этҡол ауылы Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улысы үҙәгенә әйләнгәс, бында 14 лавка, бер мәсет, ике мәктәп булған, дүшәмбе көндәрендә баҙар эшләгән. Дөйөм алғанда, халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән, иген насар үҫкән.
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Сәйфулла Монасипов, Ишмырҙа Илсебаев, Айсыуаҡ Ҡанбулатов батырлыҡтары өсөн хәрби наградаларға лайыҡ булған. Йәрмөхәмәт ауылынан сыҡҡан Батыргәрәй Юлыев ауылда беренсе булып башҡорт мәктәбен асҡан. Ул үҙ дәүере өсөн бик уҡымышлы кеше һаналған, хатта Санкт-Петербургта нәшер ителгән журналдарҙа мәҡәләләрен баҫтырған. Уның башҡорттарҙың туй йолалары тураһындағы хеҙмәтенең күсермәһе ауыл музейында һаҡлана.
1893 йылда Беренсе Этҡол ауылында булып киткән күренекле рус ғалимы С.Г. Рыбаков, уға ҙур баһа биреп, башҡорттар араһынан сыҡҡан тәүге яҙыусыларҙың береһе тип билдәләгән. Арҙаҡлы мәғрифәтсе хөрмәтенә урта мәктәп Батыргәрәй Юлыев исемен йөрөтә. Әйткәндәй, төрлө йылдарҙа ошонда белем алып, эшләп киткән Төхвәт Аслаев, Бәҙри Мәмбәтҡолов, Зекериә Аҡназаров, Салауат Ғәлин, Әнүәр Әсфәндиәров, Рамаҙан Йәнбәков, Нәбиулла Мөстәҡимов һәм башҡалар менән сикһеҙ ғорурлана улар.
Ауылдаштары Нәбиулла Байрамғолов Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнаша һәм батырлығы өсөн Георгий тәреһе менән бүләкләнә. Ябай крәҫтиән улы Л. Азанов, Ш. Хоҙайбирҙиндар менән бергә районда Совет власы урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша, һуңынан БАССР-ҙың эске эштәр халыҡ комиссарына тиклем үрләй, исемле ҡорал менән бүләкләнә.
1920 йылда ТОЗ-дар (ерҙе берлектә эшкәртеү ширҡәте) төҙөлөп, уға ете-һигеҙ хужалыҡ берләшә. ТОЗ тарҡалғас, комбед етәксеһе Әйүп Аҡназаровтың тырышлығы менән “Ҡыҙыл ураҡ” ауыл хужалығы артеле төҙөлә. Бер йылдан ул “Урал” колхозы менән берләшә. Күп кеше колхозға инергә ғариза бирә. Лотфулла Таһиров, Абдрахман Арыҫланов, Ниғәмәт Хисмәтуллин колхоз эшен әүҙем ойоштороусылар була. Күрше Ғәҙелбай ауылында “Кубань” колхозы ойошторола, һуңынан ул “Урал” колхозына ҡушыла һәм хужалыҡҡа “Алға” тигән яңы исем ҡушыла. Әйткәндәй, исеме есеменә тап килеп, “Алға” колхозы районда иң алдынғылар рәтендә була.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла Еңеүгә тос өлөш индерә ямаштар. Ир-егеттәр фронтҡа китеп бөткәс, Маһинур Хисмәтуллина, Сәғиҙә Ғәзизова, Мәзүнә Хәсәнова, Сәйбә Сөләймәнова “тимер ат”ты йүгәнләй. Ғәйшә Юлгилдина, Мәхмүзә Хисмәтуллина, Мәрхәбә Хәсәнова, Зөләйха Сәлихова, Аҫылбикә Абулғазина, Ғәйнүәфә Азаматова инәйҙәр малсылыҡта һәм игенселектә тырышлыҡ күрһәтә. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 134 ир-ат фронтҡа китә, ни бары 50-һе тыуған яғына ҡайта.


“Ауылдың киләсәге бында тәрбиәләнә”


Шулай тип ҡаршы алды беҙҙе Батыргәрәй Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбе директоры Миңлегөл Моталлапова.

Ауыл тормошона ҡот һәм йәшәүгә өмөт биргән белем усағында бөтәһе 130 уҡыусы белем ала. Күрше Ғәҙелбай ауылы балаларын һәм Буранбай ауылынан өс сығарылыш класс уҡыусыларын көн һайын мәктәп автобусында тәжрибәле водитель Камил Һунарғолов йөрөтә. Әйткәндәй, ҡасандыр был мәктәптә күрше 11-ҙән ашыу ауылдан балалар йөрөп, мәктәп яны интернатында ятып белем алған. Был уҡыу йортон тамамлаусыларҙың күбеһе райондың, шул иҫәптән республиканың төрлө яуаплы урындарында етәксе вазифала эшләй. Тимәк, бында төплө һәм нигеҙле белем бирелә, төбәк өсөн кадрҙар әҙерләнә.
Мәғариф учреждениеһы директоры Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы билдәләүенсә, педагогия коллективында – 15 уҡытыусы. Коллектив сағыштырмаса йәш, барыһы ла тиерлек юғары белемгә эйә.
Белем усағы менән танышыуҙы мәктәп музейынан башланыҡ. Уның етәксеһе, тарих фәне уҡытыусыһы Вәлиә Ғүмәрова менән экскурсовод Әминә Моталлапова бик ентекле һөйләп, ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштырҙы, мәктәптә белем алған күренекле шәхестәрҙең тормошона байҡау яһаны, тарихи ҡомартҡыларҙы күрһәтте. Музейҙа бөтәһе 252 экспонат һаҡлана, тәүге ойоштороусыһы – география һәм тарих уҡытыусыһы Ҡаһарман Арыҫланов.
Бында тупланған экспонаттарҙың барыһы ла ауыл халҡынан йылдар буйы йыйылған, иң күп әйберҙәрҙе Зөбәйлә Ҡолмырҙина тапшырған. Бик боронғо яҙыулы ағас сеүәтә тарихи ҡомартҡыларҙың береһе булып иҫәпләнә, яҙыуы әле лә һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп ғалимдарға, тел белгестәренә унда нимә яҙылыуын һорап мөрәжәғәт итһәләр ҙә, һорау әлегә тиклем асыҡ ҡала. Музейҙа мәктәп һәм ауыл тарихы, күренекле кешеләре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында мәғлүмәттәр менән стендтар урын алған. Бында батырлыҡ дәрестәре, төрлө кисәләр, осрашыуҙар йыш үтә, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы тәүҙә уның менән таныштырыу матур традицияға әйләнгән. Уҡыусыларҙы илһөйәрлек һәм ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙә, ауылдаштары өсөн ғорурлыҡ хисе уятыуҙа мәктәп музейының, һис шикһеҙ, тәрбиәүи роле баһалап бөткөһөҙ.
Уҡыусыларға сифатлы белем биреү менән бер рәттән, уларҙың сәләмәтлеген нығытыу, спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында мәктәптә төрлө спорт секциялары эшләй. Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы иғлан ителеүен иҫәпкә алып, спорт залын да урап үтмәнек. Физкультура уҡытыусыһы Рәсих Йортбәков мәктәптең ҡыҙҙар баскетбол командаһы менән шөғөлләнгән мәлгә тура килдек. Районда һәр саҡ беренселекте яулаған команда күптән ныҡлы шөғөлләнә.
– Мәктәптә спортҡа ҡарата иғтибар ҙур: уҡыусылар физкультура дәресенә теләп йөрөй, дәрестән һуң секцияларҙа шөғөлләнәләр. Ҡыҙҙар баскетбол менән даими шөғөлләнә, ҡайһы бер балалар саңғыла йөрөүҙе үҙ итә. Милли көрәш менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа етерлек, бил бирмәҫ батырҙарыбыҙ район, республика, төбәк буйынса ярыштарҙа ҡатнаша, – тине Рәсих Рәсүл улы.
Иҙел Хисмәтуллин менән Риф Сөләймәнов үҙ ауырлыҡ категорияларында милли көрәш буйынса районда призлы урын яулаған. Райондың абсолют еңеүсеһе Риф Сөләймәнов VIII класта белем ала, көрәш менән икенсе кластан алып шөғөлләнә. “Быйыл район һабантуйында көрәшеп, һарыҡ алмаҡсымын”, – тип йылмайып та ҡуйҙы йәш келәм батыры.
Малайҙар, ауыл янындағы Ҡышлауыр йылғаһында боҙҙо үҙҙәре таҙартып, хоккей уйнарға тотона. Уларҙың был шөғөлөн ата-әсәләре лә хуплай, күпселек осраҡта атайҙары ярҙамға килә. Быйыл ҡарҙың күпләп яуыуы ла ауылдың сәкән һуғырға яратыусыларын ҡурҡытмаған, улар даими рәүештә майҙанға йыйылған. Киләсәктә ауылда хоккей майҙансығы булһа ине, тип хыяллана улар. Кем белә, бәлки, ата-әсәләр йә иһә район етәкселәре, Беренсе Этҡол ауылы балаларының был теләген ишетеп, киләһе йылда Ҡыш бабай бүләге итеп төҙөп тә ҡуйыр әле.
Һуңғы ваҡытта мәктәптә туҡланыу – уҡыусыларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә даими ҡыҙыҡһындырған төп мәсьәләләрҙең береһе. Уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү барышы менән ҡыҙыҡһынып, мәктәп ашханаһын да ситләп үтмәнек.
Оҙаҡ йылдар үҙ эшенең оҫтаһы булған Нәзилә Йылҡыбаева балалар өсөн көн һайын тәмле ризыҡтар әҙерләй. Ашханала һәр әйбер үҙ урынында: барыһы ла санитар талаптарға яуап бирә, тәрилкәләр ялтырап тора, тирә-яҡта таҙалыҡ күҙгә ташлана.
– Уҡыусыларҙың буш тәрилкәләрен күреү – ашнаҡсы өсөн ҙур бәхет, – тип йылмая Нәзилә ханым. – Тимәк, беҙ бешергән ризыҡ уларға оҡшай, яратып ашайҙар.
Мәктәп етәкселеген күптән инде бер проблема борсоуға һала: элегерәк мәктәп яны баҡсаһында уҡыусылар үҙҙәре үҫтергән йәшелсә, еләк-емеште көндәлек рационда ҡуллана алһалар, туҡланыуҙағы талаптарға ярашлы, хәҙер улар файҙаланылмай. Бәлки, был мәсьәлә киләсәктә хәл ителер, сөнки сифатлы һәм туҡлыҡлы, шул уҡ ваҡытта уҡыусылар үҙҙәре үҫтергән йәшелсә балалар һаулығы өсөн файҙалы икәнлеген һәр кем яҡшы белә.


“Яҙгөл”дә күңелле!


Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһында әле балалар һаны аҙ булыуға ҡарамаҫтан, “Яҙгөл” балалар баҡсаһы үҙ эшен дауам итә. Бында хатта үҙеңде ауыл ерендәге балалар баҡсаһында йөрөйһөң, тип тә уйламаҫһың. Һәр бүлмә, һәр мөйөш заманса талаптарға яуап бирерлек итеп йыһазландырылған, йыһаз да, уйынсыҡтар ҙа етерлек. Кескәйҙәрҙең һәләтен үҫтереү, спортҡа йәлеп итеү, сәләмәтлектәрен хәстәрләү маҡсатында спорт, музыка, уйын бүлмәләре бар.
Балалар баҡсаһына сирек быуат Гөлфиә Хәсәнова етәкселек итә. Кескәйҙәрҙе һәр иртә тәрбиәсе Хәлиҙә Монасипова, кесе тәрбиәсе Әлфиә Моталлапова һәм ашнаҡсы Нурбикә Ураҙбаева ҡаршы ала. Быйыл беренсе класҡа ни бары ике бала барасаҡ.
– Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, балалар баҡсаһы бинаһы шул тиклем матур, яҡты. Бөтә бүлмәләр ҙә көлөп тора, балалар ҙа шатланып йөрөй, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт. Район хакимиәте бар яҡлап ярҙам күрһәтә, ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә, яуапһыҙ ҡалмай. Бер генә проблема бар, ул да булһа – балалар һаны йылдан-йыл кәмей, сөнки йәштәр ауылда ҡалмай, – тип борсола Гөлфиә Зәкир ҡыҙы.


Ауылға табип-терапевт кәрәк


Ваҡытында Беренсе Этҡол участка дауаханаһы булған бина әле ауыл-табиплыҡ амбулаторияһы итеп үҙгәртелгән. Исеме үҙгәртелеүгә ҡарамаҫтан, асылы шул килеш ҡалған. Бында эшләгән аҡ халатлылар халыҡ сәләмәтлеге һағында тора, тағы ла һигеҙ ауылды хеҙмәтләндерәләр. Медицина учреждениеһында фельдшер һәм шәфҡәт туташтары эшләй, әммә табиптар юҡ, шуға күрә бөгөндән ауылға табип-терапевт кәрәк, тип саң һуға ауыл халҡы.
Икенсенән, күрше ауылдан килеүселәргә тап бында беренсе медицина ярҙамы күрһәтелә, талап ителгән осраҡта район дауаханаһына йүнәлтмә бирелә. Сирлеләр өсөн койка-урындар йылдан-йыл ҡыҫҡартыла, ә ауырыусылар һаны кәмемәй. Мәҫәлән, күрше Буранбай йәки Сыңғыҙ ауылында йәшәгән кеше нисәмә саҡрым үтеп, укол, система һалдырыу өсөн йә иһә табипҡа күренергә йүнәлтмә алырға бында килә. Йылдар буйы эшләп, ҙур тәжрибә туплаған ауыл фельдшерҙары, табипты алмаштырып, сирлеләрҙе ҡабул итә, уларҙы ҡарап, дарыуҙар яҙып бирә. Бөгөн беҙ һәр кемгә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү тураһында һүҙ алып барғанда, ауылда йәшәүселәргә тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә, тип әйтеп булмай.
Беренсе Этҡолда участка дауаханаһын ҡайтанан асыу мәсьәләһенең халыҡ тарафынан күтәрелеүе лә юҡҡа түгел, әммә проблема әле булһа хәл ителмәй, сөнки табиптар етешмәй. Шулай уҡ оло йәштәге кеше бер нисә дарыу өсөн район үҙәгенә барып йөрөй алмай, ни өсөндөр ауылдағы медицина учреждениеларында дарыу һатырға рөхсәт юҡ, лицензия ҡағыҙы бирелмәй. Ә бит ваҡытында был эш яйға һалынып та алғайны, ауыл фельдшерҙары иң кәрәкле дарыу-уколдарҙы һата ала ине.
Һаулығың – байлығың, ти халыҡ мәҡәле лә. Ауыл халҡының иң оло байлығы – сәләмәтлеге һағында оҙаҡ йылдар буйы арымай-талмай торған аҡ халатлылар – Рәйхана Вәлитова, Лилиә Һунарғолова, Рәшиҙә Сәлихова, Зөлхизә Вәлитова, Гөлназ Рәхимғолова һәм Нәйлә Яйыҡбаева барында, ауыл да йәшәр, халыҡ та һау-сәләмәт булыр.
Әйткәндәй, коронавирусҡа бәйле пандемия осоронда уларға, үҙ сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйып, вирус йоҡторған сирлеләр менән эшләргә тура килә. Гиппократ антына тоғро ҡалған белгестәргә артабан да уңыштар юлдаш булһын, киләсәктә ауыл табиплы булыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.


Матур ғаилә – ил күрке


Тыуған ерендә төпләнеп, матур тормош ҡороп, ауылдаштары араһында абруйлы, йәштәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе – Алһыу менән Фәрит Йәғәфәровтар. 1968 йылда өйләнгән пар – әле лә ауылдың йәме һәм ҡото. Ярат ауылынан Алһыу Ибраһим ҡыҙы менән Фәрит Хөснөтдин улы бер-береһенә терәк булып йәшәй. Йорт хужаһы ғүмере буйы “Алға” колхозында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, хужабикә утыҙ йылдан ашыу ауылдағы балалар баҡсаһында мөдир булған.
Береһенә – 82 йәш, икенсеһенә 78 йәш булыуға ҡарамаҫтан, тормошто яратҡан Йәғәфәровтар әле лә йәштәргә өлгө булырлыҡ итеп донъя көтә. Кәртәләре тулы мал-тыуар, яҙҙан алып көҙгә тиклем баҡсаларында тәгәрәшеп емеш-еләк, йәшелсә өлгөрә. Уңған баҡсасылар төрлө үҫентеләр сәсергә әҙерләп тә ҡуйған. Нурлы һәм ҡотло йорттарынан кеше өҙөлмәй. Кәңәшен дә, ярҙамын да ҡулдарынан килгәнсә күрһәтергә һәр саҡ әҙер улар.


“Бер изгелек икенсеһен тыуҙыра”


Был һүҙҙәрҙең ни тиклем дөрөҫ икәнлегенә сираттағы ғаилә менән яҡындан танышҡанда инандым. Гөлнар менән Илгиз Байгил­диндарҙың ғаиләһендә ете бала тәрбиәләнә. Уларҙың ҙурына – 19 йәш, бәләкәйенә әле дүрт тә тулмаған. Ете баланың алтауһы тәрбиәгә алынған. Өлкән улдары Алишер Сибай ҡалаһындағы колледждарҙың береһендә белем ала, ҡалғандары – үҙҙәре янында. Тәүҙә ғаилә бер туғандар Ләйсән менән Айзиләне балалар приютынан өйҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайта, яйлап ҡыҙҙар ҙа, үҙҙәре лә бер-береһенә өйрәнә. Опекаға документтар юллаған ваҡытта ҡыҙҙарҙың тағы ла инвалид туғандары барлығы асыҡлана. Тыумыштан беренсе төркөм инвалиды Аделинаны балалар йортонда ҡалдырып китергә көс тапмай Байгилдиндар, өс ҡыҙҙы ла тәрбиәгә алып ҡайталар.
– Приютта тәрбиәләнеүселәр бик иртә “ҙураялыр” тип уйлайым, – ти Гөлнар ханым. – Баштараҡ ҡыҙҙарыбыҙ “беҙҙе кире илтеп ҡуймаһындар” тигән кеүек йөрөнө. Нимәнелер боҙһалар ҙа, ҡурҡыңҡырап ҡалырҙар ине. Һәр саҡ яныбыҙҙа, беҙгә йәбешеп, ысҡындырып ҡуймайыҡ тигән кеүек тотто үҙҙәрен. Аҙаҡ уларға ҡарата мөнәсәбәтебеҙҙе күреп, үҙ ҡыҙҙарыбыҙ кеүек яҡын ҡабул иткәнде белгәс, тынысландылар. Хәҙер уларҙы ҡурҡытырһың, – тип йылмая хужабикә.
Улдары янына йәнә өс ҡыҙҙы йылы ғаилә ҡосағына алған Гөлнар менән Илгиз Байгилдиндарҙың мәрхәмәтлек һәм изгелектәре бының менән генә туҡталмай. Былтыр ғаилә Яңы йыл байрамына күпләп ҡунаҡ саҡыра, ҡыҙҙары менән бергә мул табын әҙерләй. Төрлө сәбәп арҡаһында саҡырылған ҡунаҡтар килә алмай. Шул сағында йорт хужабикәһе, балалар приютына шылтыратып, ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған балаларҙың бармы-юҡмы икәнлеген белешә, уларҙы Яңы йыл каникулына алып ҡайтырға теләк белдерә. Приют етәкселеге уларҙың һорауын ҡәнәғәтләндерә һәм бер туған өс баланың булыуын әйтә. Диана, Рамаҙан һәм Арина, Яңы йыл ҡаршыларға килеп, йәнә уларҙа тороп ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Аринаның тыумыштан физик мөмкинлеге сикләнеү сәбәпле, ул Йылайырҙа коррекцион мәктәптә белем ала, аҙна һайын туғандары янына ялға ҡайта.
Байгилдиндарҙың опекаға балалар алыуына тәүҙә ауылдаштары шикләнеп ҡарай. Кемдер уларҙың был аҙымын хуплаһа, бәғзеләрҙең хатта “аҡса өсөн алғандарҙыр” тигән зәһәр һүҙе лә ишетелеп ҡуя. Шулай ҙа үҙ ҡарарҙарынан сигенмәй, киреһенсә, балаларға яҡшы тәрбиә менән бер рәттән ата-әсә һөйөүен дә йәлләмәй Гөлнар менән Илгиз. Тәүге тапҡыр уларҙың “әсәй һәм атай” тип өндәшеүен ишетеү күҙҙәренән шатлыҡ йәше ағыҙһа, әле ҡыҙҙарҙың шат тауышы йорт эсен нурға күмә.
Ҡасандыр ғаилә йылыһынан мәхрүм булған балалар йылылыҡ һәм ҡот бөркөлгән өйҙә яҡлау һәм хәстәрлек тапҡан. Балалар яңы тормош бүләк итеүселәргә “атай” һәм “әсәй” тип өндәшә икән, тимәк, улар быға лайыҡ. Халыҡ та “тапҡан түгел, баҡҡан әсә” тип юҡҡа әйтмәйҙер. Иңдәренә оло яуаплылыҡ алған Байгилдиндар һоҡланыуға ғына түгел, оло хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ.
Баймаҡ районы.
Читайте нас: