Йәмғиәт
27 Апрель 2021, 12:00

Бур тотолған, әммә язанан ҡотолған

Шайтан ҡотортҡандырмы, тирә-йүндә берәүҙең дә юҡлығына ышанғас...

Ошо көндәрҙә Өфө районының Киров район суды йәш егеттең телефон урлауы буйынса енәйәт эшен ҡараны. Әммә ғәйепләнеүсегә яза бирелмәне, тип хәбәр итәләр судтың матбуғат хеҙмәтендә.

Эш былайыраҡ булған икән. Ошо йылдың 21 ғинуарында Өфөлә йәшәгән бер егет дуҫтары менән саунаға килә. Унда улар йыуына ғына түгел, күңел дә аса, алкоголь ҡуллана.
Бер мәл кейем элгес янынан үтеп барғанда, бер куртка кеҫәһенән ҡиммәтле телефон күренеп торғанлығын шәйләй егет. Шайтан ҡотортҡандырмы, тирә-йүндә берәүҙең дә юҡлығына ышанғас, телефонды йәһәт кенә эләктерә һәм оҙаҡ та тормай саунанан китеү яғын ҡарай ул. Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре видеокүҙәтеү ҡорамалдары ярҙамында ҡараҡтың эҙенә тиҙ төшә.
Шулай итеп, бурға телефонды кире хужаһына тапшырырға тура килә. Шуныһы: егет язанан да ҡотола, сөнки телефоны табылғанға ҡыуанған ҡатын бурҙы ғәфү итә.
Фото pixaby.com
Читайте нас