Матур традицияға тоғро ҡалып, быйыл да донъяның төрлө мөйөштәрендә, төрлө майҙансыҡтарҙа Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу үтте. Ул онлайн алымда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, интернет селтәре, мобиль ҡушымталар аша ла ойошторолдо. Халыҡ-ара акцияны республиканың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт дәүләт университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы берлектә үткәрҙе.
Диалект – ул телебеҙ байлығы
Быйыл сарала 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән ине. Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн тексты – “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин, иркен аралашҡандар өсөн – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн рок-башҡарыусы, “Исмаил” төркөмөнә нигеҙ һалған Альберт Исмәғил уҡыны. Диктант яҙыу Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Республика Милли китапханаһы, Милли музей, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты һәм башҡа ҙур майҙансыҡтарҙа, бынан тыш мәғариф, мәҙәниәт усаҡтарында һәм, үрҙә әйткәнебеҙсә, онлайн алымда ойошторолдо.
Өфө күп профилле һөнәри колледжына башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыусылар йыйылды. Был һөйләштә диктант яҙыу республиканың туғыҙ районында һәм Пермь крайында ойошторолдо. Сара “Шайморатовсылар – легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең һәм Башҡорт тарихы йылына ярашлы ошо көндәрҙә З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән олуғ тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары һәм сиктәш биләмәләре тарихы” һәм “Минзәлә башҡорттарының ауылдары” китаптарының исем туйы менән башланды.
Артабан ҡатнашыусылар диктант яҙҙы. Текст “Хикмәтле шишмә” тип аталды. Әйтергә кәрәк, башҡорт теленең ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге булған төньяҡ-көнбайыш диалектта диктант яҙыусылар күп кенә ине. Был – үҙе үк диалекттың әһәмиәтен, телебеҙ мөхитендә тотҡан ролен билдәләгән күренеш.
Төрлө ырыу вәкилдәре фекер алышты
Диктанттан һуң ғалим-тарихсылар, башҡорт ырыуҙары вәкилдәре ҡатнашлығында “Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең үҫеш перспективалары” тип аталған темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Юлдаш Йосопов алып барҙы. Ул башҡорт ырыуҙары хәрәкәте тарихына туҡталып, был эшмәкәрлектең бөгөнгө шарттарҙа нисек ойошторолоуы хаҡында әйтеп үтте.
– Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында әүҙемләшкән хәрәкәтте Юрматы, Табын, Мең ырыуы вәкилдәре башлап ебәргәйне. Артабан 2000 йылдарҙа был эш бер аҙ тынып торҙо. 2011 – 2014 йылдарҙа ырыуҙар хәрәкәтенә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары әүҙем ҡушылды. Әлеге эш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яуаплылығына алынғас, ул аныҡ системаға һалынған эшмәкәрлеккә әйләнде, – тип билдәләне Юлдаш Мөхәмәт улы.
Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев та үҙ сығышында ошо йүнәлештә алып барған эшмәкәрлек өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт белдерҙе. Ул ырыуҙар хәрәкәтенә йәштәрҙе, студенттарҙы йәлеп итеү зарурлығын айырып билдәләне һәм быйыл үткәрелгән съездарға ҙур баһа бирҙе.
Түңәрәк өҫтәлдә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәген төйәк иткән Елдәк, Гәрәй, Ҡаңны, Ҡобау, Йылан, Балыҡсы, Танып, Ҡыр-Танып һәм башҡа ырыуҙарҙың ҡор баштары, уларҙың урынбаҫарҙары ҡатнашып, үҙҙәрендә алып барылған эштәр менән таныштырҙы, ниндәй мәсьәләләрҙә ярҙам кәрәклеген әйтте. Тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллиндың, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужиндың, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталовтың һәм башҡа ғалимдарҙың, йәмәғәт әүҙемселәренең сығыштары ҡатнашыусылар өсөн фәһемле, мәғлүмәтле булды.
Сара бик йәнле барҙы, унда бәхәс тыуҙырған һорауҙар ҙа күтәрелде. Мәҫәлән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары “Диалектты үҫтереү, уға үтә ҙур иғтибар биреү әҙәби башҡорт теленә зыян килтермәҫме?” тигән шикләнеүҙәрен белдерҙе. Был шөбһәгә ҡарата тарихсы-ғалимдар бик төплө, нигеҙле яуаптар бирҙе. Юлдаш Йосопов, әлеге һорауға ҡарата фекере менән уртаҡлашып, былай тине:
– Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙың конструктив диалогка әҙер булыуы оҡшаны. Бәхәсле мәлдәр ҙә булды. Ул шулай булырға тейеш, реакция, диалог бар икән, тимәк, эш бара. Иң мөһиме – битарафлыҡ булмаһын. Төньяҡ-көнбайыш төбәктең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының борсолоуҙары аңлашыла, бындай һорауҙар бынан ике йыл элек тә бирелә ине. Әммә, күреүебеҙсә, был төбәктә әҙәби тел уҡытылыуы туҡтаманы, һәм ул киләсәктә лә мотлаҡ уҡытыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ошо һөйләштә һаҡланып ҡалған иҫке башҡорт телен дә, йәғни төньяҡ-көнбайыш диалектын да юғалтмаҫҡа тейешбеҙ. Бына икенсе тапҡыр әлеге һөйләштә диктант үткәрҙек. Әлбиттә, һәр яңы башланғыстың башында бәхәстәр була, әммә мин бер ниндәй ҙә тарҡаулыҡ күрмәйем, киреһенсә, беҙ тупланабыҙ, халыҡтың үҙаңы уяна. Беҙҙең маҡсат – әҙәби телде лә үҫтереү, диалекттарҙы ла юғалтмау. Һәм был, һис шикһеҙ, мөмкин тип һанайым, алып барған эштәребеҙ ҙә ошоға дәлил.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар быйыл йәйгеһен бөтә башҡорт ырыуҙарының ҙур йыйынын үткәреү тураһында ла килеште.
Шағирә Лариса Абдуллинаның “Башҡорт теле” тигән шиғырында түбәндәге юлдар бар:
Һин — дәүләттең именлеге, телем!
Һалдат кеүек һаҡта бөгөн дә!
Халҡың киләсәген йөкмәп алдың,
Һин күтәрҙең намыҫ йөгөн дә!
Бармы һине һаҡлар заттарың?!
Хыянатҡа, беләм, язаң ҡаты...
Тоғроларҙың ҙурла анттарын!
Эйе, туған телебеҙгә үҙебеҙ генә түгел, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ, килер быуындарыбыҙ ҙа тоғро заттан булһа ине. Шул саҡта телебеҙ, тере шишмәләй мәңге йәшәр, мәңге яңғырар!
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыусылар араһында Дүртөйлө районы вәкилдәре лә бар ине. Ғәлимә Камалова ошо райондың Шишмә ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
– Сараға бик тулҡынланып, ашҡынып килдек. Мин үҙем оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгәс, әлбиттә, әҙәби телде яҡшыраҡ беләм. Әммә 36 йыл дауамында килен булып төшкән еремдең һөйләшен күптән үҙ иттем. Шуға күрә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу ауыр булманы. Диалект – ул тел байлығы, беҙ уны һаҡларға, үҫтерергә тейешбеҙ. Ауылыбыҙ мәктәбендә башҡорт теле элек-электән уҡытылып килә, – тип һөйләне Ғәлимә Әнүәр улы.
Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылы хакимиәте башлығы, Ҡаңны ырыуы башлығы Ғәли Шәғәлиев тә диктант яҙып сыҡҡандан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Беҙҙең ауыл халҡы башлыса әҙәби телгә яҡын телдә һөйләшә, шулай ҙа һөйләшебеҙҙә төбәккә генә хас үҙенсәлектәр етерлек. Бөгөн башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙҙым. Әллә ни ауыр булманы, текст бик матур йөкмәткеле ине. Күптәр диалектта һөйләшергә генә мөмкин тип һанай. Ә беҙ бына икенсе йыл рәттән диалектта диктант яҙыуҙы ойоштороп, унда әүҙем ҡатнашып, урындағы һөйләштәрҙә диктант яҙырға ла мөмкин икәнде асыҡ күрһәттек, – тине Ғәли Барый улы.