ХХ быуатты, айырыуса 30–80-се йылдар арауығындағы осорҙо башҡорт диалектология фәненең сәскә атҡан дәүере тип атарға мөмкиндер. Хоҙайҙан бирелгән таланты менән билдәле ғалим Таһир Байышев, оло ғалим Жәлил Кейекбаев, профессор Нәғим Ишбулатов, филология фәндәре докторҙары Нәжибә Мәҡсүтова, Сәриә Миржанова, Эрнст Ишбирҙин, шулай уҡ Әхмәт Юлдашев, Харрас Йосопов, Урия Яруллинаның хеҙмәттәре нәҡ ошо осорҙа донъя күрҙе лә инде. Йәш ғалимдар халыҡтың йәнле һөйләш теленән бөртөкләп йыйылған хеҙмәт емештәренән һәр ваҡыт рәхмәтле булып файҙаланасаҡ.
Бергә эшләгән осор хәтирәләренән
Ә был мәҡәлә ошо ғалимдарҙың шөғөлөн ихлас дауам иткән диалектологтар, Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәрҙәре, филология фәндәре кандидаттары Урал Нәҙерғолов менән Миңлейәр Дилмөхәмәтовтың хеҙмәттәренә арнала.
Уларҙың икеһе лә фәнгә 70-се йылдар башында, Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң бер нисә йыл мәктәптә эшләгәс, килде. Ошо ваҡыт эсендә икеһе лә үҙҙәре йәшәгән әйләнә-тирәләге халыҡтың теле буйынса бер ни тиклем мәғлүмәт тә туплап өлгөрә. Аспирантура тамамлағандан һуң үҙҙәрен тулыһынса фәнгә бағышлайҙар. Уларҙың икеһен бергә хәтергә алыуға нигеҙ ҙә бар кеүек, сөнки ике шәхестең эш-тормошо гел бер мөхиттә, бер осорҙа кәңәшләшеп эшләйҙәр, бер үк ғилми етәксе, бер үк эш бүлмәһе булды – диалектология фәне буйынса эҙләнеүҙәр менән бергә барҙы. Әммә һәр береһенең билдәле даирәһе, үҙенсәлектәре, айырым темаһы, үҙ холҡо һәм үҙ булмышы ине, тигәндәй.
Урал Фазулла улы Нәҙерғолов 1937 йылда Ырымбур өлкәһенең Переволоцк районы Ҡотломбәт ауылында донъяға килгән. Аҡ-Бүләк педагогия училищеһын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлы Ғабдрафиҡ ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы хеҙмәтенән башланып китә. Артабан Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Күмертау районының Мораптал урта мәктәбендә уҡытыусылыҡ эшен дауам итә, директорлыҡ вазифаһын да уңышлы башҡара.
Шул осорҙа ул фән менән шөғөлләнеүгә тартыла. Ырымбур өлкәһенең Туҡ-Соран бассейны һәм Куйбышев өлкәһенең Ырғыҙ-Кәмәлек йылғалары буйында йәшәгән башҡорттарҙың һөйләше буйынса мәғлүмәттәр йыйыу менән шөғөлләнә. Уның туплаған яҙмаларында Туҡ-Соран буйы һәм Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары һөйләштәрендәге бик ҡыҙыҡлы лексик, морфологик һәм фонетик үҙенсәлектәр сағылыш таба.
Бына ошондай тел байлығы менән ғилми-тикшеренеү институтына килеп ингәс, уға үҙенең күҙәтеүҙәре менән сығыш яһау мөмкинлектәре асыла. Институттың “Башҡорт теленең лексикология һәм лексикография мәсьәләләре” ғилми йыйынтығында (Өфө, 1983) “Башҡорт-ҡаҙаҡ параллелдәре” тигән мәҡәлә менән сығыш яһай. Был төбәктәрҙең һүҙ байлығы 1987 йылда донъя күргән “Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге”нең 3-сө томына (Көнбайыш диалект) индерелә. Уны төҙөүҙә Урал Фазулла улы үҙе лә ҡатнаша. Шулай уҡ был төбәктәрҙә төрлө көнкүреш темалары, йолалар буйынса яҙып алынған һөйләш өлгөләре 1988 йылда СССР Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан баҫып сығарылған “Башҡорт һөйләштәре үрнәктәре” (“Образцы разговорной речи башкир”) тигән хрестоматик йыйынтыҡта ла урын ала.
“Кәйефте күтәрҙе, ышаныс бирҙе…”
1973 йылда институтта “Башҡорт теленең диалектологик атласы” темаһын эшләй башлау бурысы ҡуйыла. Ошо бик ҙур сығымдар, ваҡыт һәм көс талап иткән темаға беҙҙең бәләкәй генә коллективыбыҙ дәррәү тотондо. Был эшсе төркөмгә Нәжибә Мәҡсүтова (тема етәксеһе), Сәриә Миржанова, һуңынан педагогия фәндәре докторы булып киткән Рафаэль Аҙнағолов, Урал Нәҙерғолов, Миңлейәр Дилмөхәмәтов, Ғәшүрә Гәрәева һәм мин индем. Беҙҙең республикала ғына түгел, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Пермь, Куйбышев, Һарытау өлкәләрендә бергә тупланып йәшәгән башҡорт халҡының һөйләштәрен лексика, фонетика һәм морфология кимәлендә тикшеренеүҙәрҙе атҡарғас, беҙҙең алда телде лингвогеографик кимәлдә, йәғни теге йәки был һүҙҙәрҙең, үҙенсәлектәрҙең таралыу географияһын картаға төшөрөп сағылдырыу кеүек оҙайлы хеҙмәт талап иткән эш торҙо.
Был тема буйынса артабан мәғлүмәт йыйыу өсөн Нәжибә Мәҡсүтова тарафынан махсус һораулама эшләнде. Уны әҙерләүҙә Урал Нәҙерғолов та әүҙем ҡатнашты һәм артабанғы экспедицияларҙы ойоштороуҙа һәр саҡ етәксенең уң ҡулы булды, сөнки ун йыл дауам иткән эҙләнеүҙәр бик еңелдән булманы. Төрлө тәбиғәт күренештәре, ҡатмарлы маршруттар, таулы-ташлы ауыр юлдар, программа һорауҙарына яуап алырлыҡ информаторҙар табыу кеүек ҡатмарлы эш шарттарында коллективтың кәйефен эшлекле кимәлдә тотҡан кеше мотлаҡ булырға тейеш ине.
Беҙҙе ойошторған, дәртләндергән ана шундай кеше булды Урал Нәҙерғолов. Уның сабыр холҡо, ярҙамсыл, фекерле, кәрәк саҡта талапсан да, асыҡ күңелле лә булыуы ауыр юлдарҙа бик мөһим ине. Көн буйы программа тултырып, арып-талып ҡайтҡан коллегаларының күңелен асырлыҡ әңгәмәләре, матур тауышы менән йырлап ебәреүҙәре кәйефте күтәрҙе, маҡсатыбыҙға өлгәшеүгә ышаныс бирҙе.
Хеҙмәттәшебеҙҙең тыуған яҡтарында эшләгәндә беҙгә бер-ике ҡабат уларҙың ғаиләләрендә лә, ҡатыны Лена Рәҡип ҡыҙының ата-әсәһендә лә булырға насип итте. Икеһендә лә беҙҙе саҡырылған ҡунаҡтар кеүек ихлас ҡабул иттеләр. Ул саҡта мәктәптә уҡыған балалары Илдар менән Зөлфиә лә беҙҙең менән рәхәтләнеп аралашты.
Урал Фазулла улы тарафынан буласаҡ Башҡорт теленең диалектологик атласы өсөн 130 ауылда мәғлүмәт йыйылған. Ул ауылдар исемлеге Атласта күрһәтелгән. Программаға ярашлы, яуаптар тултырылған тауҙай дәфтәр-альбомдар эшкәртелгән, йәғни карточкаларға күсерелеп, картотекаға һалынған. Әйтергә кәрәк, был материалдарҙа этнограф өсөн быға тиклем бер ерҙә лә күрһәтелмәгән ырыу-нәҫел атамалары, топонимист өсөн бөткөһөҙ ер-һыу атамалары, төрлө юғалған ауыл исемдәре йәки уларҙың боронғо атамалары кеүек күп өҫтәмә мәғлүмәттәр тулып ята.
Үкенеслеһе шул: киң ҡоласлы ғалим фани донъяны бик иртә ҡалдырып китте. Үҙе иҫән булған хәлдә, бәлки, ошо исемдәр буйынса ла байтаҡ тикшеренеү атҡарыр ине… Башҡорт теленең диалектологик атласын төҙөүҙә ҡатнашып, тартынҡы өндәр буйынса 36-нан алып 73-кә тиклемге карталарҙы төҙөп, уларға аңлатмалар яҙҙы. Экспедициялар ваҡытында йыйылған мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, “Куйбышев һәм Һарытау өлкәләре башҡорттары теле” тигән темаға диссертация яҡланы. “Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары” тигән монография әҙерләне.
Ул тарихи әҙәбиәттә Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары тип йөрөтөлгән халыҡтың этник һәм тел үҙенсәлектәре сағылдырыла, ти автор. Китапта һүрәтләнгән төркөм башҡорттары Һамар һәм Һарытау өлкәләренең Оло Ырғыҙ, уға ҡойған Кәмәлек һәм Ҡаралыҡ йылғалары буйында урынлашҡан. Был китапта ошо биләмәләрҙәге башҡорттарҙың теле шаҡтай тулы тикшерелгән. Ауыҙ-тел ижады (йырҙар, хикәйәләр), халыҡтың тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре һүрәтләнгән, ләкин китап хаҡында тулыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн айырым мәҡәлә яҙырға кәрәк булыр ине.
Урал Нәҙерғоловтың фәнни йыйынтыҡтарҙа донъя күргән ҡайһы бер мәҡәләләрен билдәләп китеү ҙә урынлы булыр. “Төрки телдәрҙең диалектология һәм лингвогеография проблемалары” тигән мәҡәләһе һүҙ башында с, ҫ, һ өндәренең таралыу ареалына арналған.
“Этнографияла һәм тел ғилемендә ареаль тикшеренеүҙәр” тигән яҙмаһы башҡорт телендә һүҙ башында килгән ҡайһы бер тартынҡы өндәрҙең нисек ҡулланылыуы хаҡында.
Һарытау һәм Һамар өлкәләрендә йәшәгән башҡорттар телендәге фонетик һәм морфологик үҙенсәлектәргә арналған мәҡәләһе “Башҡорт диалектологияһы буйынса тикшеренеүҙәр һәм материалдар” тигән йыйынтыҡта баҫылып сыҡты.
“Файҙалы һөҙөмтәһен күрербеҙ”
Мин мәҡәләнең башында уҡ Урал Нәҙерғоловтың институтҡа Миңлейәр Дилмөхәмәтов менән бер осорҙа килеүе хаҡында әйтеп үткәйнем. Шулай итеп, уларҙың икеһенең дә фәндәге үҫештәре бер осорға тура килде. Халыҡтан һөйләштәр буйынса мәғлүмәт йыйыу өсөн экспедицияларға ла, командировкаларға ла бергә сыҡтылар, бер үк 425-се бүлмәлә эшләнеләр, бер-береһенә эш менән дә, һүҙ менән дә тигәндәй гел ярҙамсы булдылар. Бер-бер артлы кандидатлыҡ диссертациялары яҡланды, әммә был оҡшашлыҡтарҙан тыш, һәр кеменең үҙ юлы, үҙ яҙмышы булды.
Миңлейәр Дилмөхәмәтов Өпәй тип йөрөтөлгән ырыу башҡорттары, йәғни Урта Урал һөйләштәренең үҙенсәлектәрен өйрәнде. Шул төбәктә йыйылған мәғлүмәттәренә таянып, “Урта Урал башҡорттары һөйләше” тигән темаға диссертация яҡланы. Ошо төбәк һөйләштәре буйынса институттың фәнни йыйынтыҡтарында мәҡәләләр баҫтырҙы. Шул сериянан бер нисәһен исемләп китеү ҙә фарыздыр.
“Төрки телдәрҙең диалектология һәм лингвогеография проблемалары” йыйынтығында “Башҡорт һөйләштәрендә а, ә һуҙынҡы өндәренең изоглоссалары”, “Төрки телдәрҙең диалектология мәсьәләләре” йыйынтығында “Урта Урал башҡорттарында ҡылымдарҙың һөйкәлеш үҙенсәлектәре”, “Диалектология һәм ономастика мәсьәләләре” йыйынтығында ”Урта Урал башҡорттарында исем һәм сифат һүҙҙәре яһалышы” тигән мәҡәләләр менән сығыш яһаны.
Миңлейәр Ишбирҙе улы ла “Башҡорт теленең диалектологик атласы” өсөн ойошторолған бөтә экспедицияларҙа ҡатнашты. Тел материалдарын йыйғанда ғәҙәте буйынса бик тәфсирләп, ҙур тырышлыҡ менән эшләргә яратты. Төрлө йәштәге информаторҙар менән уртаҡ тел табырға, бигерәк тә балалар менән яҡындан аралашырға тырышты. Ул һәр ваҡыт балалар теле менән ҡыҙыҡһыныр, кескәйҙәрҙең эскерһеҙ һәм тура һүҙле булыуҙарына һоҡланыр ине. Үҙе лә бит балалар өсөн китаптар, шиғырҙар яҙыу менән мауыҡты, улар өсөн бер нисә шиғырҙар йыйынтығы ла нәшер итергә өлгөрҙө. Ҡатыны Рәйсә ханым менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, өсөһөнә лә юғары белем алырға ярҙамлашып, аяҡҡа баҫырға булышлыҡ иттеләр.
Башҡорт теленең диалектологик атласын төҙөү программаһы буйынса ул 123 ауылда эшләгән. Ошо яҙмаларын картотекаға һалды, 121–124, 126, 138–141-се һан карталарын төҙөнө, уларҙың барыһына ла аңлатмалар яҙҙы.
Бөгөн байтаҡ коллегаларым фани донъяны ҡалдырып киткәс, йыш ҡына элекке осор иҫкә төшә. Шул тиклем ҙур татыулыҡ һәм киләсәккә ныҡлы ышаныс менән эшләнек. Үҙебеҙҙең оло хеҙмәтебеҙҙең файҙалы һөҙөмтәһен күрербеҙ тигән өмөт йәшәне. Ысынлап та, беҙ төҙөгән Атластың баш һүҙендә профессор Фирҙәүес Хисамитдинованың уны “башҡорт теленең үткәне һәм бөгөнгө тарихы ул” тип атауында ҙур хаҡлыҡ барҙыр.
Беҙҙең көс ҙур булмаһа ла, теләк һәм тырышлыҡ арҡаһында оло хеҙмәтте тейешле кимәлгә еткереп нәшер итеүгә өлгәштек, иншаллаһ. Тик шуныһы үкенесле: оло хеҙмәттең баҫылып сыҡҡанын уның етәксеһе Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙына, төҙөүселәр Сәриә Фазулла ҡыҙына, Урал Фазулла улына, Миңлейәр Ишбирҙе улына күрергә насип булманы. Хәйер, улар һалған хеҙмәт киләсәк быуын тарафынан тейешенсә баһаланыр, төрки телдәре, шул иҫәптән башҡорт теле тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ ҡиммәтле тел үҙенсәлектәрен һаҡлаған хеҙмәт бер ваҡытта ла үҙенең баһаһын юғалтмаҫ. Шулай уҡ бөгөн телгә алынған замандаштарым Урал Нәҙерғолов менән Миңлейәр Дилмөхәмәтов уҙамандарҙың да онотолмаҫ исемдәренә һиммәт өҫтәр тигән ышаныста ҡалайыҡ.