Башҡортостанда йәнә ҡырағай хәл. Әсә кешенең бәләкәй балаһын ошондай хәлдә ҡалдырыуын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡаса атап та булмайҙыр. Был хәл тураһында “Башинформ” мәғлүәмт агентлығы бәйән итте.
Салауат ҡалаһында йәшәгән 20 йәшлек ҡатын бөтөнләй үҙенең бәләкәй балаһы менән шөғөлләнмәгән. Ул ғына түгел, бала саҡ үлмәй ҡалған. Полиция хеҙмәткәре Илмира Хәйбуллина белдереүенсә, был хәл яҡындарының һәм күршеләренең ике йәшлек балаға ни тиклем битараф булыуы тураһында һөйләй.
Татьяна (исеме үҙгәртеп алынды) әсәһе менән генә йәшәгән, мәктәптә уҡыған, малайҙар менән йөрөргә яратҡан. Һөҙөмтәлә, 17 генә йәшлек сағында ауырға ҡала. Тик йөклө булыуы тураһында бер нисә ай үткәс кенә белеп ҡала һәм аборт эшләргә һуң булғас, баланы табырға ҡарар итә. Татьяна ҡыҙ балаға ғүмер бирә. Тик бына әсәлек хисе уянмай. Ул яңы тыуған балаһын әсәһенә ҡалдыра ла, артабан да күңел асыуға ҡоролған ғүмер менән йәшәүен дауам итә.
Әммә өләсәй кеше лә йәш була һәм үҙенең шәхси тормошон ҡорорға теләй. Һөҙөмтәлә, ул бер ир менән таныша һәм ике бүлмәле фатирын ҡыҙы менән ейәнсәренә ҡалдырып, уның янына йәшәргә китә. Еңел йәшәргә өйрәнгән Татьянаның иһә бала ҡарап ултырғыһы килмәй һәм... ҡыҙын өйҙә яңғыҙы ҡалдырып, сығып китеүҙәрен дауам итә. Тәүге тапҡыр ул ике йәшлек баланы быйыл, Яңы йыл байрамын ҡаршы алған саҡта, ҡалдырып китә һәм ни бары 2 ғинуарҙа ҡайтып инә. Шул саҡтан алып уны яңғыҙын бер нисә көнгә ҡалдырыуҙар йышая. Сабый бер үҙе, ризыҡһыҙ һәм һыуһыҙ тороп ҡала башлай. Иғтибар, уны ҡарау тураһында һүҙ ҙә юҡ...
Күршеләре баланың яңғыҙы ҡалғанын белмәгән. Бала, әлбиттә, илауын да илағандыр, тик әсә кеше уны алыҫтағы бүлмәлә бикләп китер булған.
Бер көндө бәхетле осраҡлыҡ менән генә бала бүлмәнән сыға алған һәм ишек төбөнә килеп ҡысҡырып илаған. Быны ишетеп ҡалған күршеләр полиция саҡыртҡан. Саҡырыуға килгән полиция хеҙмәткәрҙәре баланың әсәһен табырға тырышҡан, тик ул телефонын алмаған. Аптырағас, өләсәһен тапҡандар. Ул килеп ишекте асҡас, ҡот осҡос күренешкә тап булғандар. Илауҙан тауышы бөткән сабый туп-тулы памперста килеп сыҡҡан. Һыуһағанлыҡтан уның ирендәре ярылып бөткән, сәстәре туҙған. Өлкәндәрҙе күреү менән бала бысраҡ иҙәндән көрөшкә алып, һыу эскеһе килгәнен күрһәткән. Фатирҙа тәртипһеҙлек, бысраҡлыҡ хөкөм һөргән. Тороп ҡалған аҙыҡ әллә ҡасан күгәреп бөткән...
Баланы шунда уҡ алғандар һәм дауаханаға алып барғандар. Табиптар сабыйҙа бик күп төрлө сирҙәр тапҡан. Улар араһында киҫкен бронхит, асығыуҙан хәлһеҙлек, тән ауырлығы етмәүе. Меҫкен баланан бик алама еҫтәр килгән хатта.
Табиптар уны йыуып, ашатып алған. Әммә ҡыҙҙың психик, интеллектуаль һәм телмәр йәһәтенән артта ҡалыуы асыҡланған. Бала етди психоэмоциональ стресс хәлендә, ул яңғыҙы ҡалырға, йоҡларға ҡурҡа, башын стенаға бәрә һәм ҡысҡырып илай башлай.
“Табиптар ҡарауы аҫтында бала үҙенә килә башланы, тән ауырлығы йыйҙы һәм тынысыраҡ була башланы. Тик уға оҙайлы дауа кәрәк, ғүмерлек реабилитация талап ителә”, - ти Илмира Хәйбуллина.
Ошо көндәрҙә суд Татьянаны балаға ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткән. Бынан тыш уға ҡарата енәйәт эше лә ҡуҙғатылған. Тик уға барыбер тиҙәр. Ул бер ниндәй ҙә хистәр күрһәтмәгән, бар нимәгә битараф.
Сабыйға килгәндә, уны балалар йорто көтә. Атаһы ҡыҙынан бер йыл элек үк баш тартҡан. Бәләкәскә яҡшы ата-әсәләр тура килһә ине тип өмөтләнәйек. Ауырлыҡтар бер башына еткәндер...
Фото: Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.