Йәмғиәт
27 Апрель 2021, 17:30

Террорлыҡты иҫкәртеү - иң яҡшыһы

Һөйләшеү республиканың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары тарафынан экстремизмды, террорлыҡты иҫкәртеүгә арналды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында мөһим темаға "түңәрәк өҫтәл" үтте. Һөйләшеү республиканың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары тарафынан экстремизмды, террорлыҡты иҫкәртеүгә арналды.
Унда дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, белгестәр, академия уҡытыусылары, студенттары ҡатнашты. Сараны Башлыҡ ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов алып барҙы. Күтәрелгән темалар бик етди ине: террорлыҡ һәм экстремизмдың таралыуы, уларҙы иҫкәртеүҙең көнүҙәк тенденциялары, был эштә башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидараның роле, радикализмға ҡаршы торған белем биреү аспекттары.
"Был проблема һәм хәүеф һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала. Шуға күрә башҡарма власть органдарында, муниципалитеттарҙа профилактика эше туҡтамаҫҡа тейеш,

тине Данияр Абдрахманов үҙ сығышында.

Белгестәр, бөгөн дә республикала террорлыҡ һәм экстремизм хәүефе бар, шуға күрә йәштәр араһында аңлатыу, иҫкәртеү эше ныҡлы ойошторолорға тейеш, тигән фекерҙә. Республиканың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара Советы аппаратының террорлыҡҡа ҡаршы эшмәкәрлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса бүлексәһе мөдире Александр Драный дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе террорлыҡты, экстремизмды иҫкәртеү ысулдарына уҡытыуҙы ойоштороу тураһында һөйләне. Шулай уҡ ул мигранттар проблемаһына туҡтаны, улар менән муниципаль кимәлдә эш алып барылырға тейеш, тине.
"Элек беҙгә эшләргә килгән сит ил граждандары дәүләткә ниндәйҙер ихтирам менән ҡараны. Улар телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнә, урындағы халыҡ менән татыу йәшәй ине. Хәҙер иһә ҡайһы берҙәрендә хөрмәт әҙ, улар үҙ-ара тупланып, үҙ-ара ғына аралашып йәшәргә тырыша. Бына шундай кешеләрҙән насар нәмә көтөргә була", - тине ул.
Һөйләшеү барышында урындағы үҙидара органдарын был хәүефкә әҙерләү, дин мөхитендә иҫкәртеү саралары, йәштәр менән мәғариф учреждениеларында эшләү һәм башҡа темалар күтәрелде.
Фото: vk.com/bagsuacademy
Читайте нас