Халҡыбыҙ ижадында ҡыҙҙарҙы, тимәк, буласаҡ әсәләрҙе – нәҫел ебен дауам итеүселәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү йәһәтенән бик күп матур өлгөләр тупланған. “Ир бала – йортҡа терәк, ҡыҙ бала – йортҡа биҙәк”, “Ҡыҙ байлығы – күркәм холоҡ”, “Ҡыҙы барҙың наҙы бар”, “Ҡыҙға тәрбиә биреп, милләт тәрбиәләйһең” тигән әйтемдәр ҙә ошо хаҡта һөйләй. Былар барыһы ла – кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәт, бер ниндәй шик тыуҙырмаған ҡиммәтле аҡыл. Әммә, заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөнгө ысынбарлыҡ ҡатын-ҡыҙға ла икенсерәк талаптар ҡуя. Улар – ғаилә ҡотон һаҡлау менән бер рәттән әүҙем йәмәғәтселәр, һәр саҡ үҫешкә, белемгә ынтылған уңышлы хеҙмәткәрҙәр, үҙҙәрен төрлө өлкәлә танытҡан камил шәхестәр. Психологтар, үҫеш белгестәре бына ниндәй кәңәштәр бирә заман ҡыҙҙарына.
l Әйбер кешене бәхетле итмәй.
l Был донъяла хәл итә алмаҫтай мәсьәләләр булмай. Иҫеңдә тот: “Барыһы ла үтә”.
l Үҙеңде башҡалар менән сағыштырма, улар бер ҡасан да һинең кеүек булмаясаҡ.
l Ни тиклем ныҡ ғашиҡ булһаң да, үҙ баһаңды юғалтма.
l “Юҡ” тип әйтергә өйрән, кәрәк урында ошо һүҙҙе әйтеүҙән ҡурҡма.
l Маҡтауҙарҙы дөрөҫ, айыҡ аҡыл менән ҡабул ит.
l Һәр ваҡыт уҡырға, күберәк белергә тырыш. Белем – бик ҙур көс.
l Иҫеңдә тот: һин бер кемдең дә шәхси милке түгел!
l Һәр ваҡыт үҙеңде яҡлай бел.
l Хаталаныуҙан ҡурҡма, хаталар кешене сыныҡтыра ғына.
l Ярҙамсыл, эскерһеҙ бул, изге эштәр күңелгә рәхәтлек бүләк итә.
l Булғанына шөкөр итә, рәхмәтле була бел.
l Ауыр саҡта, икеләнгәндә йөрәгеңде тыңла. Ул алдамаҫ.
l Хистәреңде, үҙеңдең уй-фекереңде белдереүҙән ҡурҡма.
l Һәр нәмәлә матурлыҡ таба бел, камиллыҡҡа ынтыл.
l Күңелеңә яҡын кешеләр менән араны өҙмә.
l Күп осраҡта кешене һөйләгән һүҙенә ҡарап түгел, башҡарған эшенә ҡарап баһалайҙар.
l Илағың килгәндә – ила, күҙ йәшенән дә көс алырға мөмкин.
l Көлөү – күңел дауаһы. Рәхәтләнеп көлөүҙән тартынма.
l Тормош юлынан һәр саҡ башыңды юғары күтәреп атла. Үҙ-үҙеңә ышаныс – ҙур көс.
l Һин үҙең уйлағандан да күберәккә, ҙурыраҡҡа һәләтле.
l Беренсе булып ғәфү үтенеү – көслөләр өлөшө.
l Һүҙҙәр ярҙамында күперҙәр һалырға ла, уларҙы яндырырға ла мөмкин, шуға күрә һәр ваҡыт уйлап һөйлә.
l Өй – ул йәшәгән урын түгел, ә һине яратҡан, көткән кешеләр йәшәгән ер.
l Ҡатын-ҡыҙ һәр халәттә лә матур була ала.
l Иҫеңдә тот: тормош бөгөнгө көндән тора. Бөгөн йәшә. Кисәгене үҙгәртеп булмай, ә иртәгә ни булырын бер кем дә тулыһынса белмәй, шуға күрә тап бөгөн бәхетле бул!