Йәмғиәт
28 Апрель 2021, 06:30

“Первушин” аэродромында – ҙур байрам

Сара программаһында бай йөкмәткеле концерт ҡарала.

Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы 8 майҙа көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Өфө эргәһендәге “Первушин” аэродромында хәйриә хәрби-патриотик байрамы уҙғарыла.
Сара программаһында бай йөкмәткеле концерт ҡарала. Унда Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов, “Арғымаҡ” төркөмө, DJ VIRGIN, 100LB ижади берекмәһе сығыш яһай.
Байрамда шулай уҡ ветерандарҙы ҡотлау, асыҡ һауала уйындар, спорт ярыштары, “Первушин” аэродромы летчиктарының осоштары һәм башҡалар көтөлә.
Сара барышында йыйылған аҡса “Ҡарттарым-ҡәҙерлеләрем” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының хәйриә эшмәкәрлегенә һәм байрамды ойоштороуға тотонола.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас