Бөгөн – Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтең тыуған көнө. Форсаттан файҙаланып, Азат Альверт улын күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Уның халыҡ мәнфәғәтендәге хеҙмәтендә артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Эйе, Азат Сәхәбиев һәр саҡ кешеләр араһында, һәр сәфәрендә олоһо менән дә, кесеһе менән дә фәһемле осрашыуҙар ойоштора. Кисә “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә ул бына нимә тип яҙған: “Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы мәктәбендә булдым. Мине “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең эше ҡыҙыҡһындырҙы. Бында ике кабинет йыһазландырылған. Ҡыҙ һәм малайҙарҙың дәрестәргә теләп йөрөүе шатландырҙы. Шулай уҡ бүтән мәсьәләләр буйынса ла һөйләштек. Ҡыҫҡаһы, Бәләбәй районының заманса мәғарифы инновациялар өсөн асыҡ”.
Фото Азат Сәхәбиевтең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.